Киләсәгең данлы үткәнеңдәй, Күркәм булһын, туған мәктәбем!26-09-2011, 12:08 / Школа

Рухи донъябыҙҙың Киләсәгең данлы үткәнеңдәй, Күркәм булһын, туған мәктәбем!
Мәккәһе


Бер быуатлыҡ тарих иңдәреңдә,
Ынтылышы илдең яҡтыға.
Аңбелемгә түккән изге көсөң
Лайыҡ бөгөн оло маҡтауға!
БишауылУңғар урта мәктәбе –
Рухи донъябыҙҙың Мәккәһе!
Ялан батырҙарын үҫтерҙең һин,
Илгә бирҙең күпме зыялы.
Һиндә белем алып, улҡыҙҙарың
Ысын итте яҡты хыялын.
БишауылУңғар урта мәктәбе –
Рухи донъябыҙҙың Мәккәһе!
Заман төрлө һынау ҡуйғанда ла,
Һаман изге һинең ниәтең.
Киләсәгең – данлы үткәнеңдәй,
Күркәм булһын, туған мәктә бем!
БишауылУңғар урта мәктәбе –
Рухи донъябыҙҙың Мәккәһе!

Фәнзил САНЬЯРОВ.


Вернуться назад