23 февраль байрамына арналған сценарий (на башкирском языке)20-02-2011, 13:02 / Сценарий

Шаршау тартылғанда hалдаттар фуражкаларын тотоп тын тора. Сәхнә артынан текст уҡылғанда, мөмкин булhа, араларынан берәү, әйтәйек Заhир Байыҡ, «Башҡорт бөркөттәре» кеүек рухлы бейеү бейергә мөмкин.
Сәхнә артынан текст:
Мин – яуҙарҙа үлгән башҡорттарҙың
Тере рухы – hеҙгә hүҙ ҡушам.
Уралтауҙа hеҙ йәшәhен тиеп,
Ҡайта алмай ҡалдыҡ hуғыштан.
Беҙҙең өҫкә баҫып атлайhығыҙ,
Был ерҙәрҙә беҙ hәр аҙымда.
Башҡорт ерен, hары майҙай күреп,
Беҙ тынсыҡтыҡ йөрәк ҡанында.
Ер өҫтөнә hин дә, hин дә, hин дә
Шытып сыҡтың беҙҙең орлаҡтан.
Fүмер баҡый ҡоллоҡ булыр илең
Ошо хаҡта әгәр онотhаң.
... Ниндәй Рәсәй hуң ул, туйыу белмәй,
Башҡорт еркәйенә ҡаныҡҡан?
Алтын түгел – беҙҙең hөйәк бит ул,
Нефть түгел – ул бит беҙҙең ҡан!!!
Һеҙҙе урап ятҡан – офоҡ түгел,
Ваҡыттыр бит шуны аңларға.
Ул бит – беҙҙең ҡәбер. Ҡояш булып,
Беҙ ҡалҡабыҙ hеҙҙе барларға.
Йөҙөбөҙ саф, сөнки намыҫ таҙа,
Беҙҙең намыҫ ҡанда сайҡалған...
Уян, башҡорт!!!
Үлгән улдарыңдың
Ҡәберенән тороп саң ҡағам,
Йөрәгенә бәрелеп саң ҡағам!
(Рәис Түләк) (Мөмкин «Любизар»)

Егеттәр сәхнәнән сығырға мөмкин. «Карауанhарай» егеттәре рухлы йыр башҡара. Халыҡ йыры булhын. Йыр тамамланғас та сәхнә артынан текст яңғырай hәм уның артынса уҡ Мәхмүт Нәҙершин башҡарыуында «Ҡайҙа hеҙ, башҡорт егеттәре» йыры яңғырай. (Йыр барышында hалдат егеттәр ҡылыс-hөңгө менән яу күренеше сағылдырырға мөмкин. Ул саҡта улар алдағы йыр барышынан алда сәхнәнән сыға алмай).

Сәхнә артынан текст:
Башҡорт hәр ваҡыт батыр, сая яугир булған. Һуғышсан халыҡ яуҙан еңеүhеҙ ҡайтмаған.
Ишетмәйҙәр микән сит илдәрҙә
Уралтауҙың йәйелеп ятҡанын.
Ниндәй яуға ҡаршы барhалар ҙа,
Һис күрмәнең еңмәй ҡайтҡанын.

Боронғо тарихсылар башҡорт яугирҙәре хаҡында бына нимә яҙа: «Башҡорттар hөңгө менән бик оҫта hуғыша hәм мылтыҡ, hаҙаҡтан тоҙ ата. Уның уға алыҫ булмаған арала, мәҫәлән, 15 сажин, йәғни 30-40 метрҙан, кеше генә түгел, ә дошман атын да үтә тишеп сығып китә».
Ата-бабалар яугирлеге рухы бөгөн беҙҙә бармы hуң, башҡорт егеттәре?
(Мәхмүт Нәҙершин «Ҡайҙа hеҙ башҡорт егеттәре?» йыры)
(Иҫкәрмә: икенсе өлөштә 8 егет тә бөтөнләй сәхнәнән сыҡмаhа hәйбәт булыр. Ул саҡта егеттәрҙең актерлыҡ hәләте нығыраҡ асылыр ине)
Йыр тамамлана.
Һалдаттар тиҙ генә ике өҫтәлде алға килтереп ҡуя. Ике өҫтәлдә лә ике автомат АКМ. Был мәлдә Вәлит Илембәтов та hалдат булып торhон.
Сержант: Стоять! Смирно! Хәҙер ярыш ойошторабыҙ:
«Сборка-разборка АКМ». Кем беренсе таратып йыя – шуға бүләк. Еңелеүсегә лә, hеҙгә лә (ҡалған hалдаттарға) сюрприз бар минең. Уныhы сер! Тә-әк, кемдәр теләй?
Ике hалдат сыға. (Үҙегеҙҙең ҡарамаҡҡа).
Сержант: Бер, ике, өс, башланыҡ!
Ике hалдат автомат таратып-йыйғанда башҡалар быларҙы «поддержать» итә. Ярыш сәме булhын, хатта тамашасылар ҙа ҡушылырлыҡ булhын. Шуға күрә, автоматлы hалдаттар бик ҡабаланмаhа ла ярар. Еңеүсе (әйтәйек, шул уҡ Вәлит Илембәтов) билдәләнгәс, егеттәр уны күккә сөйә.
Сержант: Молодец, Юморсатирилембәтов! (Уның ҡулын күккә күтәрә) Һиңә – бер көнлөк увольнение. Ҡалаға сығып, типтереп кил. Оятҡа ҡалдырма, ҡыҙҙар күрhәң, характерың подводить итмәhен! Ҡалғанығыҙ әҙерәк ял итегеҙ, хәҙер hеҙгә сюрприз булыр.(Мыҫҡыллы көлә)
Һалдат сығыр алдынан ҡалған hалдаттар тиҙ генә аҡса йыйыша ла, йәнәhе сержант кермәй, уға бирә. В. Илембәтов сыға.
Һалдаттарҙың береhе (Рәсүл Ҡарабулатов) (сержант hаман иғтибарhыҙ):
– Егеттәр, характер тигәс иҫкә төштө. Беҙҙең ауылда бер ҡарсыҡ була торғайны. Был бер мәл бәләкәй ҡыҙы менән ҡайҙалыр китеп бара икән. Яланда аттар ашап йөрөй. Айғырҙың hемәге hәлберәп торғанын күргән дә ҡыҙыҡай әсәhенән hораған:
– Аттың нәмәhе hәлберәп тора-а-а-а?..
Әсәhе:
– Ҡыҙым, аттың характеры ул, – тип аңлатҡан.
Ҡыҙы үҙен күрше ауылға кейәүгә сыҡты. Шунан әсәhе ҡыҙына ҡунаҡҡа барып, хәлдәрен hораша икән:
– Йә, ҡыҙым, кейәү яҡшымы, характеры нисек hуң?
Ҡыҙы:
– Әсәй, беҙ анау йылды күргән аттың характерынан бәләкәйерәк, тип яуаплаған.
(Дөйөм көлөү. Һалдаттар тәгәрәшеп ятып көлөшә).
Сержант (уянып киткәндәй) Ниндәй тауыш? Бына мин hеҙгә хәҙер көлкөнө күрhәтә-ә-әм
Был сәхнә күренеше бик оҙаҡҡа hуҙылған кеүек булhа, кемдер йыр башҡарырға, йә башҡа hөнәр күрhәтергә мөмкин)

1-се hалдат: Хәҙер бына сүпле приз күрhәтә, сержант.
Сержант: Нимә тиhең?
1-се hалдат: Сүпле приз тим, иптәш сержант, hәйбәт нәмәлер ул, ә?
Сержант: Сүпле приз кәрәкме? Туалет таҙартырға, шагом марш!
1-се hалдат биҙрә, иҙән йыуғысы алып, иҙән йыуырға керешә. Туңҡайып (мотлаҡ!)
Сержант: Кемдең десант булғыhы килә?
2-се hалдат: (Заhир Байыҡ) (беләктәрен күрhәтә, күкрәктәрен киңәйтә, ҡалын тауыш менән) Әлбиттә, минең.
Сержант: Кем беҙҙә пулемет ярата әле?
3-сө hалдат: (Мәхмүт Нәҙершин) Маленький мальчик
Нашел пулемет.
Больше в деревне
Никто не живет.
Кәнишнә, мин.
Сержант: Кем беҙҙә дошман тылына шыуышып үтә ала?
4-се hалдат: Мин
5-се hалдат: Мин
6-сы hалдат: Мин (барыhы ла ҡулын күтәреп, бер-береhен бүлдерә-бүлдерә)
Сержант: Молодцы! Бөтәгеҙ ҙә дошман тылына барасаҡhығыҙ! Тыңлағыҙ! Беҙгә дошман ғәскәре hөжүм итте. Атакаға!

Заhир Байыҡ простыня ала ла койканың башынан «парашют» менән hикерә (бер-нисә тапҡыр) (Ул hикергәндә сержант: « Десанат ташлайбыҙ!» тип ҡысҡыра».) Мәхмүт Нәҙершин ултырғыс тотоп: «Та-та-та», пулеметтан ата (Был ваҡытта сержант: «Пулемет, огонь!» ти). Ҡалған hалдаттар карауат аҫтынан шыуыша (Сержант: «Разведчиктар, дошман тылына!»). Был ваҡытта 1-се hалдат – иҙән йыуыусы, hаман иҙән йыуыуын дауам итә.
Сержант: Вольно! Дошман еңелде. Молодцы! 30 секунд – отбо-о-о-ой!
Һалдаттар сисенеп, кольцонда йоҡларға ята. Сержант сыға.
Шул ваҡыт арҡаhына оло-о-о-о-о рюкзаг аҫып, увольнениеға сыҡҡан hалдат (Вәлит Илембәтов) килеп сыға. Ауыҙ эсенән ниндәйҙер көйҙө мөңрәй, әҙерәк «hуғып» та алған, шикелле. Рюкзагын сәхнә уртаhына ҡуя. Шул арала hалдаттар рюкзакты «таҙартып», үҙҙәренең вещмешоктарына (тоҡсай) hалып ҡуялар. Был ваҡытта Вәлит Илембәтов үҙенең бер мәҙәген hөйләр, йә йырлар. Унан hуң ул сәхнәнән сыға.
Сығыштан hуң ут hалдаттар яғына төшә. Кемдер койкала ята, кемдер ултыра. Иң мөhиме – улар ашаналар, дөрөҫөрәге, тәртипhеҙ рәүештә «тығыналар». Һалдаттар үҙ-ара hөйләшә.
Фәдис Fәниев: Их, егеттәр, ауылды hағындырҙы... Әле өйҙә булып, билмән (үҙенең ҡулында оҙон «палька» колбаса йә булмаhа ҙур тауыҡ бото (hүрәте булырға мөмкин) ашаhаң икән.
Вилдан Яруллин: (ҡулында оҙон аҡ булка) Ауылдың ҡара икмәге лә hағындырҙы...
Вәхит Хызыров: (Ҡулында оҙон «палька» колбаса, уны болғай-болғай). Их, бигерәк тә ҡыҙҙар hағындырҙы... ҡыҙҙар (колбасаны нығыраҡ болғай) Нишләп кенә йөрөй икән, Зәлифәкәйем?
Рәсүл Ҡарабулатов: Нишләп йөрөйhөң?.. (Паузалар менән) Егет армияла! Иркен! Хөрриәт!
Вәхит hикереп тороп, Рәсүлдең яғаhынан эләктереп ала. Вәхит иҙәндә, ә Рәсүл койкала баҫып тора.
Вәхит: Нимә әйтмәксе булаhың?
Рәсүл: (тегенең ҡулын алып) Нормально йөрөйҙәр, тим Үҙ аяғында. Саф hауала гулять итеү насармы ни?
Вәхит: Гулять итә тиң инде, ә (Рәсүлгә бер «тондора»)
Рәсүл дә ҡарап тормой, тегене hалып осора. Китә «hуғыш». Башҡалар ҙа ҡушыла. Сержант (И. Илбәков) менән майор (В. Илембәтов) килеп инә.
Майор: Разойдись!
Сержант: Отставить! (ҡапыл ауыҙын ҡулы менән яба)
Майор: (ныҡ итеп сержантҡа ҡарай) Разойдись!
Һалдаттар үҙ урындарына бара.
Майор: (ҡулына баяғы колбасаны алып) Иптәш сержант! (Сержант «смирно» баҫа) Бында шмон наводить итергә кәрәк!
Сержант: Бөтәгеҙгә (hалдаттарға) тоҡсайҙарығыҙ менән алға.
Һалдаттар алға сыға. Беренсе hалдат (Заhир Байыҡ) тоҡсайын аса – унда икмәк, консерва, керәндил, презерватив, h.б. сыға (Быны сержант ҡысҡырып hанап тора) Майорҙың күҙе «шар» була.
Майор: Бөтәгеҙгә марш бросокка!
Барыhы ла әйләнеп йүгерә башлай. Ул ваҡытта берәү йырлай. Һалдат бер-ике «круг» йүгерәләр ҙә туҡтайҙар, кейенәләр.
Йыр тамамлана. Һалдаттар йөрөп ята. Фәдистең бер аяғында – ботинка, икенсеhендә – итек. Мәхмүт противогаз кейгән. Ҡалғандары үҙенсә йөрөп ята, йә ултыра.
Сержант: (ҡапыл Фәдисте туҡтатып): Һин нимә, бер аяғыңа – ботинка, береhенә итек кейеп йөрөйhөң. Бар тиҙ генә казармаға , алыштырып кил.
Фәдис: Барҙым мин унда. Тик унда шул уҡ hыңар ботинка ла, hыңар итек. Аптыраным инде.
Сержант ҡул hелтәп китеп абар.
Рәсүл Вәхит эргәhенә килә.
Рәсүл: Иптәш ефрейтор, миңә бурысҡа ун hум биреп тор әле?!
Вәхит (кеҫәhен рәтләп): Аҡсам юҡ.
Рәсүл: Улайhа, сигарет бир.
Вәхит (тәмәкеhен йәшереп): Мин тартмайым. Ике сәғәт элек ташланым.
Рәсүл: Әй, шайтан алғыры. Исмаhам, ваҡыт күпме икәнен әйт.
Вәхит сәғәтен күрhәтә.
Алға Мәхмүт менән Вилдан сыға.
Мәхмүт (противогаз кейгән): Вилдан, миндә берәй үҙгәреш hиҙәhеңме?
Вилдан (аптырап ҡарай, Мәхмүтте әйләнеп сыға): Нимә, әллә теге бер аҙна төбө йыртыҡ йөрөгән салбарыңды тегеп алғанhың инде.
Мәхмүт: Яҡшылап ҡара, яҡшылап.
Вилдан: Әллә үтекләгәнhең дә инде?
Мәхмүт: Өҫкәрәк ҡара, өҫкәрәк.
Вилдан: Ә-ә, күрмәйҙә торам, ҡашыңды йолҡҡанhың да.
Бер hалдат: Почта килде, почта!
Һалдаттар йүгерә-атлай бөтәhе лә артҡа китә.
Хаттар тотҡан. Кемдер йыр башҡара
Һалдаттар ултырып хат уҡый.

При использовании материала ссылка на сайт «http://bishaul.ru» обязательна.


Вернуться назад