Йомабикә беҙҙә ҡунаҡта (Дәрес планы, башкорт телдендә)29-12-2010, 20:23 / Сценарий
Маҡсат. Йомаҡтар аша балаларҙың аң-фекерҙәрен үҫтереү; халыҡ ижады менән таныштырыуҙы дауам итеү; ҡоштарҙың, хайуандарҙың ҡылыҡтарын тасуирлау.
Дәрес барышы
(Түшенә ҙур һорау билдәһе таҡҡан Йомабикә инә)
Йомабикә. Һаумыһығыҙ, балалар! Һеҙ мине, моғаин танымайһығыҙҙыр, шулаймы? Мин Йомабикә булам. Йомғаҡтар һойләргә бик яратам. Шуға ла исемем «йомаҡ» һүҙенән алынған да инде. Балалар, нисек уйлайһығыҙ, нимә һуң ул йомаҡ?
Балаларҙың яуаптары.
Йомаҡ ул предметтарҙың бер нисә таныш сифаттары аша, уның нимә икәнлеген уйлап табыу. Мәҫәлән, әйтегеҙ әле, мин нимә тураһында йомаҡ ҡоям:
Әйтәйем әле бер йомаҡ,
йәйен ҡоро, ҡышын аҡ.
Ҡыҫҡағоироҡ, теш ҡолаҡ –
Ни икәнен уйлап тап.
Балаларҙың яуаптары.
Йомабикә. Ә хәҙер, балалар, әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән йомаҡтар иленә сәйәхәткә китәйек. Бына миңә урман кейектәре сәйәхәтенең маршрутын бирҙеләр, беҙ шуның буйынса юлға сығайыҡ.
Урманға килеп сығалар
Йомабикә. Балалар, беҙ ҡайғҙа килеп сыҡтыҡ? Мин йомаҡ ҡоям, һеҙ яуапты әйтерһегеҙ.
Ҡыҙарын бешә еләк,
Сәтләүектәр өлгөрә,
Йәм-йәшел төрлө ағастар –
Беҙ ҡайҙа һуң, кем белә?
Балалар. Урман!
Йомабикә. Әйе, беҙ урманда. Ә урманда нимәләр йәшәй? Шул турала йомаҡтар ҡоям, һеҙ яуабын әйтегеҙ.
1. Йәйен һоро, ҡышын аҡ, уға шулай яҡшыраҡ. (ҡуян)
2. Бер нимәлә тегә белмәй, энәләр тағып йөрөй. (терпе)
3. Йәйен урманда батша, ҡышын ҡарҙан да аҫта. (айыу)
4. Нәҙек билле, көлтә ҡойороҡло. (төлкө)
5. Ҡош түгел оса, өкөнән ҡурҡа, сәтләүекте ярата, һыҙғырһа, урманды яңғырата. (тейен)
6. Һоролор төҫө, үткерҙер теше, урманда йөрөй, һарыҡтар эҙләй. (бүре)
Йомабикә. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, был хайуандарҙың нимә менән туҡланғандарын иҫкә төшөрәйек. Йомабикәгә йомаҡтар менән яуап бирәйек.
Йәйен һоро, ҡышын аҡ, ҡыҫҡа ҡойроҡ, теш ҡолаҡ нимә ярата?
Балалар. Ер аҫтындағы алтын ҡаҙыҡты ярата. (кишер күрһәтәләр)
Йомабикә. Нәҙек билле, көлтә ҡойороҡло нимә ярата?
Балалар. Башы тараҡ, ҡойороғо ураҡты ярата. (Әтәс рәссемен күрһәтәләр)
Йомабикә. Балалар, рәхмәт һеҙгә, һеҙ бик күп йомаҡтар беләһегеҙ икән. Әйҙәгеҙ, маршрутты дауам итәйек. Ҡайҙа килеп сыҡтыҡ ул?
Балалар. Ауылға килеп еттек. Әйҙәгеҙ, Йомабикә аша, йорт хайуандары тураһында ла йомаҡтар ҡойошайыҡ.
Йомабикә. Иртә үк эшкә китә,
Болондар буйлап үтә
Балалар уның ҡайтҡанын
Түҙемһеҙләнеп көтә. (һыйыр)
Балалар. Ниндәй аусы ҡоралһыҙ
Йәнлек аулай төн буйы,
Унан мыйығын һелкетеп,
Йоҡлап ята көн буйы? (бесәй)
Йомабикә. Һаҡалы бар, аҡылы юҡ? (кәзә)
Ҡысҡыртып борғоһон, уята барыһын? (әтәс)
- Балалар, бик арыныҡ та, асыҡтыҡ та, йәшелсәләр йыйып, аш бешерәйек. (Йәшелсә баҡсаһына киләләр.)
Йомабикә. Йәшелсә ашы бешереү өсөн беҙгә нимәләр кәрәк?
Балалар. Ҡат-ҡат тунлы, ҡарыш буйлыны (кәбеҫтә), ер аҫтында еҙ бүкәнде (картуф), ер аҫтында алтын ҡаҙыҡты (кишер), йәшел сәсле, һары тунлы, сисендерһәң илатаны (һуған), ҡып-ҡыҙыл төҫө, шарҙай эсле, оҙон ҡойроҡлоно (ҡыҙыл сөгөлдөр) һалабыҙ.
Балалар уйнап, хәрәкәтләнеп алалар.
Йомабикә. Төркөмгә ҡайтып ашнаҡсы апайҙар бешергән ашты ашайыҡ!