Өлкәндәр көнөнә арналған сценарий (Сценарий на башкирском языке)29-12-2010, 20:40 / Сценарий

«Баш эйәбеҙ алдығыҙҙа»
Сәхнә матур итеп биҙәлгән. “Әсәйемә хат” йыры яңғырай.

Вед: Байрам бөгөн, байрам бөгөн
Өлкәндәр көнө
Күңелдәрҙе һыйпап үтте
Шәфҡәтлелек еле.

Хәйерле көн ҡәҙерле өлкәндәр! Дуҫтар, туғандар, ауылдаштар!
Бөгөн 1 октябрь кешенең гүзәл тормош юлына бағышланған көн, байрам кисәһе, ял итергә йыйылғанбыҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙ һеҙҙең менән осорашыу традицияға инеп китте. Рөхсәт итегеҙ залда утырған әбей-бабайҙарҙы, ағай-апайҙарҙы “халыҡ-ара өлкәндәр көнө” байрамы менән ҡотларға.
Алдағы тормошоғоҙҙа ҡоростай сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, оҙон, тыныс, мул, татыу тормош теләйбеҙ!

Һеҙ ололар йыйылғанһыҙ
Шул уңай менән бөгөн
Йырҙың иң матурын ғына
Йырламай мөмкин түгел.

Һеҙҙең ихтибарға йыр “Иҫтәлек”. Башҡара А.Меркулова.
Вед:
Бер утырыу үҙе бер ғүмер, тип
Бабайҙар бит юҡҡа әйтмәгән
Бер осорашып серҙәр бүлешеү,
Был ғәҙәттәр әле бөтмәгән.

“Ашыҡма ҡартлыҡ” шиғыр һөйләй Г. Сагадиева.
Вед:
Аҡ күбеккә батып елә генә
Был ғүмерем –ярһыу аттары.
Йәшлегем дә, ана, тороп ҡалды
Кире ҡайтып булмаҫ яр һымаҡ.

Д.Мулкаманова башҡарыүында йыр .”Үтте лә китте йәшлегем”.
Вед:
Бойоға тиҙәр тирәкте
Һайрар ҡошо булмаһа
Күңелдәрҙе дәртләндереп
Бейе Зәлифә булмаһа.

“Татар бейеүе”.
Вед:
Йырлайыҡ әле,йырлайыҡ әле
Йырлап асылһын күңел
Йырлап асылмаһа күңел
Мәңге асыласаҡ түгел.

Һеҙҙең ихтибарға “Әхирәттәр” ансамбле сығышы.
Вед:
Әй, ололар, һеҙҙең менән
Күтәрелә күңелдәр
Күтәренке күңел менән
Үтһен алдағы көндәр.

Һеҙҙең ихтибарға гармун һәм мандалина моңдары
Башҡаралар Ф .Мирхайдаров һәм Ф. Салимгареевалар.
Вед:
Оҙон ғүмерле булығыҙ,
Әбей –бабайҙар!
Бәхет, шатлыҡ теләй һеҙгә
Барлыҡ кешеләр.

Н.Мифтахова башҡарыуында йыр “Ғүмер үтә тиҙәр”.
Концертыбыҙ ошоноң ммменән тамам.
Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ теләп сәй табынына саҡырабыҙ.

Өлкәндәрҙе ҡотлар өсөн һүҙ хәкимиәт
Башлығы Ф. Ибатулла ҡыҙына бирелә.

Ҡайнар сәйҙән һуң һүҙ өлкәндәрҙең үҙҙәренә бирелә.
М.Юлмөхәмәтова башҡарыуында йыр “Таштуғай”.

Сентябрь,октябрь айҙарында тыуған өлкәндәрҙе тыуған көндәре менән ҡотлап ,ҙур булмаған бүләктәр тапшырылды.

Сценарийҙы төҙөнө Ф.Абдрафикова
Кисәне алып барҙы Ф.Абдрафикова



Вернуться назад