Ғашиҡтар көнөнә арналған сценарий. “Мөхәббәт бер генә, килмәй ул гелгенә”29-12-2010, 20:52 / Сценарий

1.А.б: хәйерле кис, хөрмәтле ауылдаштар, дуҫтар, егеттәр-ҡыҙҙар! Бөтәгеҙҙе лә «Дәртле йәшлек» кисәһе - ғашиҡтар көнө менән ҡотлайбыҙ, күңелле ял итеүегеҙҙе теләйбеҙ.Беҙҙең менән бергә булығыҙ. Ҡатнашып утырығыҙ!
2.А.б: Добрый вечер , здравствуйте дорогие друзья!
Сегодня один из самых любимых праздников –Ден Влюбленных!
Сегодня Вас ожидают концертные номера, конкурсы, игры, годания и конечно же дискотека.
Вы также можете написать послание своей(ему) любимой(ому) и вложить в ящик, которой находится перед вами.
Это послание мы обязательно передадим адресату. Просим Вас принять активное участие в нашем празднике.Хочется коротко напомнить вам о том ,
откуда появился этот праздник.
Много веков назад древнеримским воинам закон не позвалял вступать в брак, пока они находились на службе (служба длилась 25 лет). и тем более освещать его в церкви. Святой Валентин, пастырь и духовник воинов, тайком благославлял любящие сердца и, несмотря на запрет, освещал отношения церковным обрядом.
Непокорного священника выдали. Он был казнен 14 февраля. С тех пор этот день празднуется как день влюбленных.
Непременным отрибутом торжеств по случаю Дня Святого Валентина является валентинка – послание, которое посылают любимому человеку. Одной из первых валентинок была карточка, посланная в 1415 году Чарльзом, герцогом Ормонским, своей жене из тюрьмы Пауэр, где он был в заточении.
Карточка до сих пор хранится в Британском музее.
1.А.б: Мөхәббәт...Бер уйлаһаң был ябай бер һүҙ. Ә ул һүҙ нимә аңлатҡанын кем белә?
Һәр кем уны үҙенсә аңлай.Һәр кемгә мөхәббәт хисе таныш, ул һәр кемдең күңеленә яҡын.
Мөхәббәт һәр кемгә лә килә, тик уның килеү ваҡыты төрлөсә: кемдер уның менән иртә осраша, ә кемдер һуң. Мөхәбәтле йөрәктәрҙә йырҙа тыуа.
Шулай тиеп, һүҙ кисәне йәмләүсе, йырсы-һандуғасыбыҙ, Альбина Гарееваға. «Һин минең берҙән-бер».
1.А.б: Аллаһы Тәғәлә әҙәмдәрҙең йәндәрен донъяға яратҡан да, икегә бүлеп ер йөҙөнә ебәргән имеш.Был ҡуш йәндәр ир һәм ҡатын затынан була. Уларҙы айырғанда, яҙмыштарын билдәләп «Бер яҡшыға бер насар»,- тип әйткәндә, Раббыбыҙ, яңлышҡан: «Бер насарға бер насар, бер яҡшыға бер яҡшы»,-тип тә әйтеп ебәргән.
Йәндәр был донъяла бер-береһен эҙләп табып, ғаилә ҡороп, нәҫелдәрен дауам итә. Шуларҙың йөҙҙән, меңдән бер парына ғына Аллаһы Тәғәлә ҙур һынау һәм шул уҡ ваҡытта оло бүләген һәҙиә итә икән – ул ысын, саф мәхәббәт. Хәҙер инде ер йөҙөндә бындай көслө тойғоно татыған, аҡылынан шашып яратҡан кешеләрҙең мөхәббәт тарихтары китаптарға яҙылған Ләйлә менән Мәжнүн, Таһир һәм Зөһрә, Йософ менән Зөһрәләр һөйөүенең көсөн кемдәр генә татыйһы килмәй икән дә, кемдәр генә аҡҡоштарҙың тоғролоғона көнләшмәй һуң?
Батша ҡыҙы- йәш,һылыу Зөләйхә бер иҫ киткес матур егетте төшөндә күрә һәм уға ғашиҡ була.Уның исеме Йософ икәнен белә.Бөтә күңел тыныслығы бөтөп ,көнө-төнө уның тураһында уйлауҙан,күкрәгенә һөйөү-тойғоһонан аҡылынан шаша яҙа.Уны эҙләй торғас,ҡырыҡ йыл үтеп китә.Ул ваҡытта ауыр тормош юлын үтеп ,батша дәрәжәһенә күтәрелгән Йософ каруан менән үтеп барғанда юл ситендә таяҡҡа таянып торған ҡарсыҡты осората.Ҡартайып,ҡарсыҡҡа әйләнгән Зөләйхә уны таный һәм батшаға:Мин һине ҡырыҡ йыл буйыт көттөм ,күп ерҙәр ,юлдар үттем,эҙләнем.Ҡулыма тотоп йөрөгәндән таяғым уттай ҡыҙҙы ,бына тотоп ҡара ,” тип таяғын Йософҡа тоттора. Һөйөү ялҡынынан ҡулы бешеп,Йософ ҡысҡырып ебәрә,ҡулынан таяғы төшөп китә.Зөләйханың ҡайнар хис-тойғолары Йософҡа ла күсә. Шул ваҡыт Аллаһы тәғәлә Зөләйхаға тағы бер бүләк бирә.Ул яңынан йәш,сибәр һәм зифа буйлы ҡыҙға әүерелә.Улар өйләнешеп ,яяяяратышып,һөйөп-һөйөлөп кенә мөхәбәтле оҙон ғүмер кисерәләр...
Бына шулай, Хоҙай Тәғәлә ысын, саф мөхәббәтте нисек баһалай! Хоҙай Тәғәлә һеҙгә лә Батша шундай мөхәббәт бүләк итһен. Ул бер һәм мәңгелек булһын. Ә был инде һәр кемдең үҙенән тора.
1.А. б: Йырла, йырла, һандуғастар һине,
Һайрауҙарын онотоп тыңлаһын.
Һыуға барған матур ҡыҙҙар
Ҡушылһын да өҙөлөп йырлаһын.
Һеҙҙең ихтибарға йыр. Башҡара Ғәлиә Ардаширова.
1.А. б:Баҫ, баҫ ҡатыраҡ баҫ
Кемдәр бейей тиһендәр
Баҫҡан ерҙә ут сығара
Беҙҙең йәштәр тиһендәр.
Һеҙҙең ихтибарға заманса бейеү.
1. А.б:Йырһыҙ ерҙең йәме юҡ,
Йырһыҙ тормош тәме юҡ
Йыр,- һулар һауа кеүек
Йыр йәшәй, йыр мәңгелек.
Һеҙҙең ихтибарға йыр: башҡара Эльвира Бакирова.
1.А.б:Ҡара ҡаштарығыҙҙың ҡанаттарын
Ҡарлуғастар бүләк иттеме,
Йөҙҙәрегеҙ нурлы,әлләбит остарығыҙҙан
Таң ҡояшы үбеп киттеме.?
Буй-һындарығыҙ һылыу,һөйкөмлө
Ер әсәнең үһҙе шикелле.
Ҡыҙҙар башҡарыуында ғәрәп бейеүе.
2.А.б:Стихотварение «Ты о любви не говари»Читает Д.Марукьян.
1.А.б Мөхәббәт тураһында скетч.
2.А.б.Уйна,гармун,уйна,
Өҙҙөрөп тә уйна,
Ирет әле күңел боҙҙарын.
Һөймәгәндәр һөйһөн,
Шатлыҡтарға күмһен доняны.
Һеһҙҙең алда гармон моңдары менән Р.Искандаров.
А.б. Һылыуҙарҙан да һылыу
Һәүәләй ауылы ҡыҙҙарынан ҡайнар сәләм .Хәҙер һүҙ уларға. Рәхим итегеҙ. Ҡыҙҙар башҡарыуында йыр .”Һағындым”.
Кисә күңелле уйындар менән тамамлана.

Сценарийҙы төҙөнө: Клуб мөдире Ф. Абдрафикова.
2004 йыл.



Вернуться назад