УЛЫБЫҘ ҠАЙТЫР 1987 йыл4-02-2021, 18:01 / Земляки
Ҡайғырма һәм бойоҡма ла, иркәм,
Улыбыҙ бит хәрби хеҙмәттә.
Киләсәктә донъя тыныс булыр,
Ике йылдан ҡайтыр әлбиттә.
Улыбыҙ ҡайтыр хеҙмәттәре тулғас,
Кәләш алыр. Тик һин сирләмә!
Беҙҙең ҡәйнә-ҡайыната булып
Йәшәйһеләр барын онотма!
Балаларға көйләгән бишек йырын
Онотмайса һаҡла күңелеңдә.
Шул йырҙарҙы оноҡтарға көйләрбеҙ,
Ҡайғырма ла, иркәм, сирләмә!
Ул-киленгә ярап, улар көйөн көйләп
Йәшәйһе бар ҡартлыҡ көндәрҙә.
Улар менән йылдар еңел үтер төҫлө
Оноҡ менән үткән төндәрҙә.
Бер ҡайғыһыҙ кеше юҡтыр кеүек,
Шатлыҡ күреп кемдәр туйғандар.
Үҫтергән балаларҙың шатлыҡтарын
Күреп йәшәйһе килә, туғандар.Рамзис Хасанов