-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Доска объявлений - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


Новости партнеров

XML error in File: http://savaleevo.ru/rss.xml

XML error: Space required after the Public Identifier at line 1


» » Ил онотмаҫ батырын!

Ил онотмаҫ батырын!

Категория: 1941-1945 | 6-02-2013, 14:21 | Просмотров: 2669

Ил онотмаҫ батырын!Былтыр Башҡортостан йәмәғәтселеге генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исеме биреүҙе юллап 200 меңдән ашыу ҡултамға йыйҙы. Унда Башҡортостан халҡы ғына түгел, Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләре, Татарстан Республикаһы шулай уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Эстония, Латвия, Украина, Италия халыҡтары ла ҡатнашты.

Күптән түгел Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева Рәсәй Президенты Хакимиәтенән түбәндәге эстәлекле хат алды: “Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт наградалары буйынса комиссия тарафынан 2012 йылдың 3 октябрендә, Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн, бойомға ашырылмай архивтарҙа һаҡланып ҡалған материалдарҙан тыш, бүләкләүҙе туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Билдәле булыуынса, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командирын һуғыш осоронда Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итеү тураһында мәғлүмәт юҡ.

Шулай ҙа, башҡорт халҡының үтенесен иҫәпкә алып, генералдың хәрби батырлыҡтарын билдәләргә ҡарар ителде. Рәсәй Президентының 2012 йылдың 21 ноябрендәге 1561-се Указына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфөләге 29-сы махсус тәғәйенләнештәге отрядына генерал-майор Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатов исеме бирелде”.
Әлбиттә, халҡыбыҙҙың ҡаһарман улы юғары исемгә һис шикһеҙ лайыҡ. Ләкин кеше үҙе тыуҙырған “ҡалыптар” аша һикереп сыға алмай, күрәһең. Нисек кенә булмаһын, батырлыҡ — исемдә, түшкә миҙал тағыуҙа ғына түгел бит әле. Данлы генералыбыҙ ҙа Салауатыбыҙ, Батыршаларыбыҙ, Ҡаһымдарыбыҙ, Зәкиҙәребеҙ кеүек халҡыбыҙ йөрәгендә йәшәр!

Источник - bashgazet.ru



Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники