
Ҡайғырма һәм бойоҡма ла, иркәм,
Улыбыҙ бит хәрби хеҙмәттә.
Киләсәктә донъя тыныс булыр,
Ике йылдан ҡайтыр әлбиттә.
Улыбыҙ ҡайтыр хеҙмәттәре тулғас,
Кәләш алыр. Тик һин сирләмә!
Беҙҙең ҡәйнә-ҡайыната булып
Йәшәйһеләр барын онотма!
Балаларға көйләгән бишек йырын
Онотмайса һаҡла күңелеңдә.
Шул йырҙарҙы оноҡтарға көйләрбеҙ,
Ҡайғырма ла, иркәм, сирләмә!
Ул-киленгә ярап, улар көйөн көйләп
Йәшәйһе бар ҡартлыҡ көндәрҙә.
Улар менән йылдар еңел үтер төҫлө
Оноҡ менән үткән төндәрҙә.