-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Доска объявлений - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


Новости партнеров

XML error in File: http://savaleevo.ru/rss.xml

XML error: Space required after the Public Identifier at line 1


» » «Ҡыш оҙатыу»

«Ҡыш оҙатыу»

Категория: Байрамдар, Сценарий | 4-03-2012, 23:28 | Просмотров: 2742

«Ҡыш оҙатыу»Бер төркөм халыҡ Яҙһылыуҙы ҡаршы алырға сыҡҡан. Яҙһылыуҙы көтәләр, ул нишләптер күренмәй. Хафалана башлайҙар. «Иҫән генә булһын инде, юл оҙон бәлә-ҡазаға осорап ҡуймаһын, әллә эҙләп сығайыҡмы»-тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡала. Шул ваҡыт Елегет үтеп барған Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы күреп ҡала.
Елегет: Ҡарағыҙ әле йәмәғәт Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу киләләр.
Ҡыш бабай: Һаумыһығыҙ, минең ҡәҙерлеләрем!
Ҡарһылыу: Сәләм дуҫтар!
(Күмәкләшеп Ҡ.Б. , Ҡ.Һ.-ҙы сәләмләйҙәр)
Кусарсы ҡарт: Үҙегеҙҙең хәлдәрегеҙ?
ҠБ.:Эшләнмәй ҡалған эштәребеҙ ҡалмағанмы тип барларға сыҡтыҡ. Кисәле-бөгөнлө нишләптер хәл бөтөп тора,кәйеф юҡ. Ҡарһылыу ҡыҙымдың күҙҙәренән дә йәш бөртөктәре күренеп ҡалды.
Ҡ.Һ.:Ҡыш Б:Юҡ,юҡ мин әле үҙемде яҡшы һиҙәм. Һуңғы көсөбеҙҙе йыйып, ағастарҙы бәҫ менән күмәйек, тәҙерәләргә биҙәктәр эшләйек. Һоҡланырлыҡ эштәр эшләп китәйек. Киләһе йылда ла беҙҙе һағынып котөп алһындар.
(Ҡатын-ҡыҙҙар үҙ-ара шыбыр-шыбыр шым ғына һөйләшеп алалар.)
1-Ҡатын: Ҡ.Б., Ҡ.Һ.: Һеҙ Яҙһылыуҙы күрмәнегеҙме?
Ҡ.Б.:Йыл да килгән Яҙһылыу бер быйыл килмәй ҡалмаҫ, хафаланмағыҙ.
Ҡ.Һ.: Килер-килер ,хәҙер килеп етер.
Икенсе ҡат: Яҙһылыу килеп еткәнсе, ҡоймаҡтар бешкәнсе уйнап-көлөп ,йырлап-бейеп күңел асып алайыҡ.
3-сө Ҡатын: Ҡыш бабай,Ҡ.Һ: Яңы йылды күңелле итеп ҡаршы алдыҡ. Матур итеп,ҡышты тыныс, туҡлыҡта, муллыҡта үткәрҙек. Әйҙәгеҙ беҙҙең менән күңел асып китегеҙ!
Ҡ.Б.: Була ул. Ҡ.Һ. ҡыҙым әйҙә әле рәхәтләнеп бер кинәнеп бейеп алайыҡ.
Бейейҙәр. Уларға башҡалар ҙа ҡушыла.
4-се Катын: Рәхмәт инде, Ҡ.Б: быйыл ауылда туйҙар ҙа күп булды. Һуғымдар һуйып, өмәләр яһап, бөтәһе түгел байрамдарҙы бергәләп үткәрҙек.
Ҡ.Һ.: Тырыштыҡ,тырыштыҡ. Яҙы ла,йәйе лә, көҙө лә,ҡышы ла булыр. Яңғыҙҙар йәрҙәрен тапһын,тормош шулай дауам итһен.
5-се ҡатын: Әйҙәгеҙ әле ҡыҙҙар, туйҙарҙа үҙебеҙ яратып йырлаған йырҙарҙы йырлап алайыҡ.
Тәңкә ҡарҙар.«Ҡыш оҙатыу»
1.Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа
Сафлана бара һауа.
Ҡарҙар яуа әйлән-бәйлән
Ергә яуа сәйлән-сәйлән.
Әйлән-бәйлән уйнай ҡарҙар,
Табышҡандар яңы йәрҙәр.
Тәңкә-тәңкә ҡар аҫтында
Әйләнәләр яңы парҙар.
2. Йомшаҡ елдәр аҡ ҡарҙарҙы
Ҡайындарға һипкәләй.
Ап-аҡ ҡарҙар йомшаҡ шәл булып
Ҡайындарҙы иркәләй.
Ҡуш. Шул уҡ.
3. Тәңкә ҡарҙар емелдәшеп
Нурҙар һибә һауаға.
Гүйә ынйы бөртөктәре
Һибелгәндәр һауаға.
(Байрам ҡыҙғандан-ҡыҙа. Бер-береһе менән уҙыша-уҙыша таҡмаҡтар әйтешәләр. Ҡ.Һ.:менән Ҡ.Б.: ҙа ҡушылышып йырлайҙар. Шиғырҙар һөйләнә, бейешәләр.
1-се Катын: Бик оҙаҡланы Яҙһылыу. Ел егетте эҙләргә ебәрәйекме?
К.Һ.:Ҡыш бабай, ҡыш бабай беҙ бит Яҙһылыуҙы боҙға ҡатырып зинданда бикләп ҡалдырҙыҡ.
Ҡ.Б: Эйе ҡыҙым. Ваҡытлы-ваҡытһыҙ килеп бимазалап йөрөмәһен тигән инем шул.
2-се ҡатын: Ҡыш Б. Рәхмәт һиңә бергәләшеп ҡышты күңелле итеп үткәрҙек. Инде Яҙһылыуҙы беҙҙең янға ебәр. Бар йәһәтерәк булығыҙ.
Кусырсы ҡарт: Һәр нимәнең үҙ ваҡыты. Әйҙәгеҙ Ҡ.Б. , Ҡ.Һ. һеҙҙе үҙем оҙатаып ҡуяйым.
(Ҡ.Б. , Ҡ.Һ. колоколдар таҡҡан атҡа егелгән кошофкаға менеп баҫалар.)
Ҡ.Б: Һау булығыҙ, минең ҡәҙерлеләрем. Киләһе Яңы йылда күрешкәнгә тиклем.
Ҡ.Һ.: Рәхмәт һеҙгә. Һеҙҙең менән күңелле ял иттек. Хушығыҙ.
(Халыҡ ҡул болғап уларҙы оҙатып ҡала. Уйын-көлкө, байрам дауам итә.
Оҙаҡ та үтмәй колоколлы аттарҙа Яҙһылыу килеп етә.)
Елегет:Төклө аяғың менән Яҙһылыу!
Яҙһылыу: Һаумыһығыҙ, һеҙҙе бик-бик һағынып килдем.
3-сө ҡатын: Еләк-емеш уңып үҫһен, игендәр мул булһын, яңғыҙҙарға үҙ парҙарын осораттыр, мөхәббәт бүләк ит.
Күмәкләп: Әйҙүкләп-әйҙүкләп.
(Һап-һары ҡояш тотҡан, сәскәләргә күмелеп килеп еткән Яҙһылыуҙы шулай ҡаршы алалар. Майҙанға бадмусҡа мул итеп өйөлгән ҡоймаҡтар һалып ашнаҡсы ҡатын килә. Халыҡты тәмле ҡоймаҡ менән һыйлай.
Байрам һуңында Елегет менән кусырсы ҡарт алдан әҙерләп ҡуйған Чучилаға ут төртәләр. Усаҡ тирәләй әйләнеп теләктәр теләнә. Йәш-елкенсәк ут аша һикерә. Барыһы ла тыныс, бәрәкәтле тормош теләй үҙҙәренә.
Костер янып бөтә.
Кусырсы бабай: Ошо көлдө йыйып алам һәм мул уңыш теләп беҫыуға алып барып һибәм.Байрам күңелле таҡмаҡтар һәм тәмле сәй эсеү менән тамамлана.

2012 йыл Бишауыл-Уңғар АК
Сценарийҙы төҙөнө: Ф.Г. Абдрафикова



Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники



известный релиз доложил относительно novosibirsk.delinet.ru дополнительно . самолет и пермь в тайланд