-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Доска объявлений - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


Новости партнеров

XML error in File: http://savaleevo.ru/rss.xml

XML error: Space required after the Public Identifier at line 1


» » Фәнгә бүләк Фәнзил

Фәнгә бүләк Фәнзил

Категория: Байрамдар | 23-02-2013, 22:56 | Просмотров: 2861

Фәнгә бүләк ФәнзилБишауыл-Уңғар ауылының ҡап уртаһында Ҡайырлыкүл йәйрәп ята. Ҡасандыр һыуы ярҙарына һыймаған был күл, һуңғы йылдарҙа бер аҙ һайыға төшһә лә, элекке күркәмлеген һис юғалтмаған. Йәй көндәрендә ул балыҡ ҡармаҡлаусыларҙың яратҡан урынына әүерелә. Яр ситендәге талдарҙы төрлө һайрар ҡоштар үҙ итә. Көндөҙгө ҡояш ҡыҙыуында тынып торалар ҙа киске һиллектән таң атҡанғаса үҙҙәренә генә хас моңдарын кинәнеп һуҙа ла һуҙа улар. Яҙ һайын төйәк иткән күленә аҡҡоштар ҡайтып төшә. Һис бер нәмәгә иғтибар итмәйенсә, матур кәүҙәләрен хужаларса ғорур тотоп, талғын ғына йөҙәләр. Ошо мәлдә күл тағы ла матурланып, йәнләнеп китә.

Ҡайырлыкүлдән тирә-яғы йәшел сиҙәм менән ҡапланған, тулҡынланып торған иген баҫыуҙарына тиклем һуҙылған киң урам башлана. Элек-электән Төбәк урамы тип йөрөтәләр уны. Рәсми исеме булһа ла, халыҡ бөгөн дә, өйрәнгән ғәҙәт буйынса, шулай атай. Хәҙер инде олпат ҡына йәштәгеләр ҙә “беҙ – Төбәк малайҙары, Төбәк ҡыҙҙары” тип йәшлек йылдарын иҫкә ала.

Ауылдашым, филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетындағы башҡорт теле һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы доценты Фәнзил Бүләк улы Санъяровтың да балалыҡ, үҫмерлек, йәшлек осоро ошо Төбәк урамы менән бәйле. Төбәк малайҙары менән бергә футбол тибеп, ослоҡай һуғып, Ҡайырлыкүлдә балыҡ ҡармаҡлап, ҡышын өй бейеклек ҡарҙа окоп яһап, һуғыш уйыны уйнап мәж килгән мәлдәр бөгөнгөләй күҙ алдында. Тыуған ауылы, Төбәк урамы, Ҡайырлыкүле сикһеҙ ҡәҙерле, яҡын уға. Ғүмеренең яҡты хәтирәләре, матур хыялдары ауылы менән бәйле. Шуға ла йыш ҡайта Фәнзил Бүләк улы ауылына. Һәр нәмә таныш, хатта анау талдар, ҡайындар, юл ситендәге йәшел үләндәр ниндәйҙер иҫтәлекле миҙгелдәрҙе һаҡлай төҫлө. Сәстәре салланған, олпат кәүҙәле, көс-ҡеүәте ташып торған ир-уҙаман ауылына килеп төшөп, Төбәк урамына аяҡ баҫтымы, шунда уҡ бала саҡтарына ҡайтҡандай була. Күңеле үҙенән-үҙе ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы барлай.

Мәктәптә уҡыған йылдар һис онотолмай. Фәнзилдең тиҫтерҙәре ул саҡта китап, гәзит-журналдарға мөкиббән киткән малайҙар, ҡыҙҙар ине. Яңы донъя күргән баҫмаларҙың өйгә килеүе үҙе бер байрам була торғайны. Түҙемһеҙләнеп, почта таратыусыға ҡаршы йүгереүҙәр һаман күҙ алдында. Уйлаһаң, уйылып китерлек: һәр ғаилә кәмендә бишәр-алтышар матбуғат баҫмаһы алдыра торғайны. Уҡырға ярата ине ул заман кешеләре. Ә инде мәҡәләләр, әҫәрҙәр хаҡында үҙ-ара фекер алышыу, ҡыҙыу бәхәстәр ҡороу онотолорлоҡмо ни?!

Танылған балалар яҙыусыһы Әнүәр Бикчәнтәевтең “Нисә йәш һиңә, комиссар?” повесы менән бәйле ваҡиғаны бөгөн дә ҡыҙыҡ итеп иҫкә ала Фәнзил Санъяров:
— Шул повесты мәктәптә егет-ҡыҙҙар үҙаллы сәхнәләштерҙе бер заман. Мин партизан Азат Байғужинды уйнайым. Полицай ролендә — Флүр Хәйретдинов (хәҙер мәрхүм). Образына шундай кереп киткәндер инде – бер мәл әлеге “полицай” мине ысынлап быуа башланы бит. Түҙер әмәл юҡ. Хәл бөтә. Барлыҡ көсөмдө һалып, саҡ ҡотолдом. Әммә ролем менән, партизан булыуым менән үҙем шундай ҡәнәғәт инем.

Әлеге бер генә ваҡиғанан да шул аңлашыла: ни саҡлы үҙаллылыҡ, әүҙемлек хас ине шул осор йәштәренә! Белемгә ынтылыш, хеҙмәт сынығыуы ҡайһылай көслө булған уларҙа. Нәҡ шуға күрә лә киләсәктә һәр кеме тормошта үҙ урынын тапҡан, илгә, халыҡҡа фиҙакәр хеҙмәт иткән, шунан ҡәнәғәтлек кисергән.

Ошо урында балаларға белем дә, тәрбиә лә биргән ябай ғына уҡытыусылар хаҡында әйтмәһәк, һүҙебеҙ тулы булмаҫ ине, моғайын. Фәнзил Бүләк улы һәм уның тиҫтерҙәре остазынан уңдылар. Физика уҡытыусыһы Миңлебай Вәлиев бик йәнле итеп класс сәғәттәрен ойоштора, уҡыусыларҙы сит ил классиктарының әҫәрҙәрен уҡырға өндәй, физик тәрбиәгә ҙур иғтибар бирә.

— Дәрестән һуңмы, ял көндәрендәме уҡытыусыбыҙҙың өйөнә барып, улдары менән уйнай, ваҡ-төйәк эшендә ярҙам итә торғайныҡ. Тимәк, ул ябайлығы менән үҙенә ылыҡтырған, – тип хәтерләй бөгөн Фәнзил Санъяров.

Зыя Юлмөхәмәтов, Фәрүәз Ҡасҡынбаев, Хәҙисә Зиннәтуллина, Сабир Ҡоҙаҡаев кеүек уҡытыусыларының да биргән кәңәштәре киләсәк тормошонда ярап ҡала. Үҙе уҡытыусы булып эшләгәндә лә остаздарын гел иҫкә ала геройыбыҙ. Теге йәки был хәлдә улар нисек эшләр ине икән тип, күңеленән кәңәшләшә.

Фәнзилдең бәхетенә күрше Һәүәләй ауылы мәктәбендә лә балалар яҙмышына битараф булмаған, ваҡыт менән иҫәпләшмәгән, киң күңелле белгестәр эшләй. Шуларҙан бигерәк тә немец теле уҡытыусыһы һәм класс етәксеһе Клара Шакир ҡыҙы Хәмзинаны яҡын күрә егет. Уның: “Һин, һис шикһеҙ, әҙәбиәт уҡытыусыһы буласаҡһың!” — тип дәртләндереүе Фәнзил Бүләк улының һаман да хәтер һандығында. Бына бит, әүлиәме ни: юрағаны юш килә.

Фәнзил Төбәк урамының башҡа малайҙарынан әллә ни айырылып тормай: шул уҡ шуҡлыҡ, шаянлыҡ, тиктормаҫлыҡ. Йәй көнө тиҫтерҙәре менән туған колхозында бесән әҙерләшә. Халыҡ телендә “бер көнө йылды туйҙырыр” тип әйтелгән ҡыҙыу мәлдәрҙә эшсе ҡулы һис кенә лә артыҡ булмай. Ә егеттәр-ҡыҙҙар эшкә лә таһыллы, ял да итә белә. Туғайҙа ҡуна ятып бесән эшләүҙең йәмен Фәнзилдең тиҫтерҙәре әле лә йәшлектең гүзәл бер мәле итеп хәтерләй.

— Талпаҡ атауында бесән әҙерләгәндә, өлкәндәрҙән күреп, гармунда уйнарға өйрәндем. Туғыҙынсыла уҡығанда Фәһимә апайым үҙенең тәүге эш хаҡына “Тула” гармуны алып бирҙе, – тип иҫкә ала уҙаман алыҫта ҡалған шул ҡабатланмаҫ матур саҡтарҙы.

Эш етерлек. Бесән бөтөүгә ырҙын табағында иген таҙартыу көтә. Фәнзил кеүек малайҙар, ҡыҙҙар бында ла – ҙур ярҙамсы. Арыу тигән нәмә әллә бар, әллә юҡ. Хәйер, көс-ҡеүәт ташып, дәрт-дарман урғылып торған йәш саҡта бындай уй башҡа керәме ни? Ана шулай хеҙмәттән дәрт алып, сынығып үҫә Төбәк урамы балалары. Бөтәһе лә хәтерендә Фәнзил Бүләк улының. Барыһы ла күҙ алдында… Ана – ауылдың тимерлеге. Колхоз кәрәк-ярағын шунда оҫталайҙар. Ауыл кешеһе йүнәтер-төҙәтер әйберҙәрен бында килтерә. Улай ғына түгел, ир-ат бергә йыйылып, донъя хәлдәрен һөйләшеү өсөн дә тимерлекте ҡулай күрә. Байтаҡ йылдар үткәс, Фәнзил Бүләк улының күңелендә ошондай шиғыр юлдары тыуыр:

Шаһит үҙем: иртән ауылдаштар
Йыйылырҙар ине тик һиндә.
Донъя хәбәрҙәре, ил хәстәре
Ир-аттарҙың булды телендә.
Ауылды һин үҙеңсә генә
Тоташтырып торҙоң донъяға:
Ут алырға йонсоу замандарҙа
Килер инек күмер-ҡуҙыңа.


Фәнзилде тиҫтерҙәренән айырылмай, тинем дә ул бая. Ҡабаланыбыраҡ киткәнмен, ахыры. Булған бит айырма. Ул – шиғри, моңло күңел. Шиғырҙар уҡырға ярата, ҡайһы саҡта үҙе лә яҙғылай. Шағирҙар, яҙыусылар егеткә ябай кеше түгел, ниндәйҙер буй еткеһеҙ бейеклектәлер кеүек тойола. Ул саҡтарҙа, йылдар үткәс, үҙенең дә яҙмышы баш ҡала менән бәйләнеп, тормошо әҙәбиәт, мәҙәниәт донъяһында мәж килеп, ҡайнап торасағы уйына килдеме икән Фәнзилдең? Күңеле һиҙемләгәндер, хыялында төҫмөрләнгәндер. Юғиһә тел һәм әҙәбиәт, тарих дәрестәренә айырыуса ныҡ иғтибар биреп, көтөп алыр инеме? Артабан ауыл мәктәбе уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлағанда ла күңеле тел һәм әҙәбиәт донъяһына тартылып тороуы юҡтан ғына түгелдер. Бала саҡ, үҫмерлек хыялдарын ысынбарлыҡҡа ашырыу өсөн үҙенә юлдар яра, ҡыйыу рәүештә бейеклектәр яулай, уңыштарға өлгәшә. Ныҡышмаллыҡ, тәүәккәллек һәр саҡ еңеүҙәргә килтерә. “Ир-егет яулай алмаҫ бейеклек юҡ ул” тигән хәҡиҡәт Фәнзил Санъяров һымаҡ көслө рухлы, ныҡлы ихтыярлы кешеләргә генә хастыр. Танылған уҡытыусы, талапсан етәксе, оҫта ойоштороусы, олпат ғалим, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре, әүҙем журналист тип һанап китәбеҙ икән – былар барыһы ла Ф. Санъяров шәхесе менән бәйле.

Кемдер фән юлына юғары уҡыу йортонан шунда уҡ аспирантураға инеп, туп-тура баҫа. Ә бына Фәнзил Бүләк улы оҙайлы юлдар үтеп, тормош тәжрибәһе туплағас ҡына фән донъяһының ишектәрен асып инергә баҙнат итә. Төмән тарафтарында ла сынығыу ала, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында ла, Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында ла ең һыҙғанып эшләй. Һәләтле тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы, эшлекле етәксе итеп күрһәтә үҙен. Ҡыуаныслы һөҙөмтәләр, тулҡынландырғыс мәлдәр оҙаҡ көттөрмәй. 1993 йылда “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында гран-при яулап, 1994 йылда “Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы” билдәһенә лайыҡ булыуы – шуның асыҡ сағылышы ул. Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте, ти халҡыбыҙ. Ф.Санъяров педагогик эшмәкәрлегендәге уңыштары өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың һәм РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы булып таныла. Бына, ниһайәт, урау юлдар Фәнзил Бүләк улын фәнгә яҡынайта. “Урал батыр” эпосының теле һәм стиле” темаһына академик Марат Зәйнуллин етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Үҙенең остазына ҡарата Ф. Санъяров ғүмере буйы рәхмәтле хистәр йөрөтә.

— Марат Вәли улы мине һәр яҡлап үҫтерҙе, ғалимса фекерләргә өйрәтте, фәнни стилемә нигеҙ һалды, уның шымарыуына булышлыҡ итте. Ғилми эрудициямдың камиллашыуы менән дә уға бурыслымын, – тип хәтерләй Фәнзил Бүләк улы.

Шулай уҡ ағаһы, филология фәндәре кандидаты, мәшһүр уҡытыусы Рим Искәндәровтың төплө кәңәштәре лә уға ныҡ ярҙам итә. Профессорҙар Роберт Байымов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Ғиниәт Ҡунафин, Рим Янғужин, Марат Ҡолшәрипов, медицина фәндәре докторы Марс Юлдашев, академиктар Ғайса Хөсәйенов, Марат Аҙнабаевтар йәш ғалимға теләктәш һәм таяныс була. Шундай кешеләр барҙа эшләргә лә эшләргә. Һиңә ышаналар икән, һис шикһеҙ аҡларға кәрәк. Шулай уйлай йәш ғалим. Артабан бар көсөн, белемен егеп, ныҡлап фәнгә тотона. БДУ-ла уҡытыу менән бер рәттән, төплө тикшеренеүҙәр өҫтөндә эшләй. “Урал батыр” эпосын лингвистик яҡтан тикшереү тәжрибәһе” исемле монографияһы башҡорт тел ғилемендә ҙур ҡаҙаныш булды. Тимәк, “башҡорт тел ғилеме – ышаныслы ҡулдарҙа” тип һис шикләнмәйенсә әйтергә мөмкин. Бынан тыш, төрлө баҫмаларҙа донъя күргән йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәте лә әлеге фекеребеҙҙе ҡеүәтләй.

Фәнзил Санъяров, фән менән бер рәттән, шиғриәткә лә ваҡыт таба. Ҡырмыҫҡалы районының “Даирә”, республиканың “Башҡортостан” гәзиттәрендә, “Ағиҙел” журналында шиғри шәлкемдәре даими донъя күреп тора. Автор уларҙа берсә тыуған еренең матур тәбиғәтен, киң күңелле, ябай, эшһөйәр кешеләрен данлай, берсә илебеҙҙә булып үткән үҙгәрештәрҙең кеше иңенә төшкән кире эҙемтәләрен күреп борсола. Ф. Санъяров шиғырҙарының лирик геройы – үҙ заманының патриоты, тормошҡа битараф булмаған, кәмселектәр, етешһеҙлектәр менән килешмәгән ҡыйыу, тура һүҙле шәхес. Лирик геройҙың позицияһы күпселек осраҡта автор позицияһы менән тап килеүен иҫтә тотҡанда, Ф. Санъяров үҙе лә – тормошта бик әүҙем эшмәкәр. Күп нәмә борсой уны. Ҡайһы бер һау-сәләмәт ирҙәрҙең, ҡатындары тапҡанға ҡарап, меҫкен хәлдә йәшәүе, типһә тимер өҙөрлөк әҙәмдәрҙең ғаилә ҡормайынса, эскелеккә бирелеүе ниндәй ҡалыпҡа һыя? Фәнзил Бүләк улының:

— Һуғышта һыңар аяғын юғалтып ҡайтҡан күршем Шәйхетдин бабай әле лә күҙ алдымда. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, емертеп донъя көткән шул күршемде иҫкә төшөрәм дә, бөгөнгө меҫкен әҙәмдәрҙе ир тип әйтергә лә телем әйләнмәй, – тигәнендә уйланырға урын бар.

Башҡортса матбуғат баҫмаларының тиражы йылдан-йыл кәмеүе лә тынғы бирмәй уға. Гәзит-журналға яҙылыу осоронда әле бер, әле икенсе районда булып, мәктәптәрҙә, хеҙмәт коллективтарында башҡорт матбуғатын таратырға, алдырырға саҡырып, ялҡынлы сығыштар яһауы ла юҡтан ғына түгел. Һуңғы ваҡытта мәғариф өлкәһендәге ҡулайлаштырыу арҡаһында милли мәктәптәргә көрсөк килеүенә лә битараф ҡала алмай Фәнзил Бүләк улы. Үҙе уҡытыусы ла, ғалим да булған кеше ауылдар киләсәгенең, милләт яҙмышының мәктәптәргә бәйле икәнен бик яҡшы аңлай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының фән һәм мәғариф буйынса комиссияһы рәйесе булараҡ та уның позицияһы – милли мәктәптәрҙе, белем биреүҙә төбәк компонентын һаҡлап ҡалыу. Мин тип, күкрәк ҡағып, яр һалыуҙан ғына фәтүә юҡ. Һүҙең аныҡ эштәр менән бер ҡатарҙа барғанда ғына һөҙөмтәле. Был йәһәттән Фәнзил Бүләк улының һүҙе лә үтемле, ҡылған эштәре лә оло.

Төбәк урамының ҡасанғылыр ябай ғына малайы бөгөн – республикала киң билдәле шәхес. Хәҙер инде үҙе ике ул үҫтереп, олатай булыу бәхетен татыны. Ғаиләһенән уңды ул. Ҡатыны Фатима менән матур, татыу ғүмер итәләр. Йәйгеһен баҡсаларында йәшелсә-емеш үҫтереп мәж киләләр, умарта тотоуҙан да ләззәт кисерәләр. Фәнзил Бүләк улына һунарсылыҡ ҡомары ла ят түгел.

Йыш ҡына “Сибай” тигән башҡорт халыҡ йырын ҡурайҙа уйнап, йырлап ебәрә Фәнзил Бүләк улы. Яратыу хистәрен ғүмер-ғүмергә ана шул йыр аша яңғыратыуы – ике аралағы мөхәббәттең, татыулыҡтың асыҡ сағылышы ла баһа. Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, улдары ла тырыш булды, белемгә ынтылды, матур ғаилә ҡорҙо. Искәндәр БДУ-ның тарих факультетын тамамлап, бөгөн Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтендә мәғлүмәт үҙәген етәкләй. Илгизәр ҙә БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында белем алған, әле Өфө ҡалаһы хакимиәтендә эшләй. Атай кеше өсөн шунан да ҙурыраҡ ҡыуаныстың булыуы мөмкинме?!

— Минең булмышымды бөгөн ике улым дауам итә. Улар ҙа һәр ваҡыт халыҡ араһында, – тип юҡҡа ғына ғорурланмай Фәнзил Бүләк улы.
Һәр саҡ көләс йөҙлө, тура кәүҙәле, ергә ныҡ баҫып атлаусы олпат ауылдашын йәше лә, ҡарты ла хөрмәт итә. Үҙе лә һәр кем менән хәл-әхүәл белешеп, ихлас әңгәмә ҡорорға ярата. Ауылдаштарын борсоған донъя мәсьәләләре уның өсөн дә ят түгел. Ҡулынан килгәнсә ярҙам итеүҙе Фәнзил Бүләк улы үҙенең мөҡәддәс бурысы һанай.

…Тыуған урамы буйлап ары атлай ир-уҙаман. Аҙымдары ныҡлы. Шундай үҙ-үҙенә ышанған, үҙ көсөнә таянған кешеләр генә алда торған ҡаршылыҡтарға баш эймәйенсә, юғары үрҙәргә артыла. Ә яулайһы бейеклектәр алда әле.

Рим ИСХАҠОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы, Бишауыл-Уңғар ауылы.

Источник - bashgazet.ru



Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники