-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Доска объявлений - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


Новости партнеров

XML error in File: http://savaleevo.ru/rss.xml

XML error: Space required after the Public Identifier at line 1


» » Изге Валентина көнөнә сценарий. Мөхәбәт яланында

Изге Валентина көнөнә сценарий. Мөхәбәт яланында

Категория: Сценарий | 29-12-2010, 20:48 | Просмотров: 4634

Сәхнә матур итеп биҙәлгән.Беренсе мөхәббәт йыры яңғырай.(фонограмма).

1.А.б: Һаумыһығыҙ!
Хәйерле кис хөрмәтле тамашасылар!
Хөрмәтле йәш дуҫтарыбыҙ!
Бөгөн беҙ ғашиҡтар көнөнә арналған: «Тыныс ултырыу тыйыла » тигән Йәшлек-шоу программабыҙҙы башлайбыҙ.

2.А.б: Мөхәббәт ул - әйтерһеңдә утлы йәшен , яндыра ул ҡартын- йәшен. Мөхәббәт йәшәүгә көс ,дәрт биреүсе бөйөк нимә ул Мәҫәлән күпме йылдар буйына мөхәббәтен тапмай ,ҡаңғырып йөрөгән егеттәргә,ҡыҙҙарға ҡарағыҙ! Һүнеп,һүлпәнәйеп бөткәндәр. Бәй бер ҡараһаң ҡай бер шул егет һәм ҡыҙҙарҙың күҙҙәре осҡондай янып,йәндәренә йән «йән» кереп киткән.Уларҙың йөрөшө ,холҡо, тәртибе ,үҙ- үҙенә һәм башҡаларға мөнәсәбәптәре бөтөнләй үҙгәреп киткән .Уларға элек эшләй алмаҫлыҡ булып тойолған эштәр ҙә еңел генә тойола. Егет- ҡыҙҙарыбыҙ ҡыйыуланып киткәндәр.Ни булған был егет- ҡыҙҙарыбыҙҙға ? «Әстәғәфирулла тәүбә, ен алыштырғанмы әллә быларҙы»,- тим. «Юҡ, юҡ»,-баҡ тиһәң былар ғашиҡ булғандар ҙа баһа.

1.А.б:Бына шулай егеттәр һәм ҡыҙҙар: мөхәббәт нимә эшләтә!Дәртләндерә лә, ҡанатландыра ла, өйләндерә лә икән.
Артабан алып барыусыларҙы йәш егет һәм ҡыҙ алыштыра. Залда заманса мөхәббәт йырының көйө ишетелә.

Егет: Изге Валентина көнөнөң нисек килеп сығыуын һөйләй.

Ҡыҙ: Ҡар бөртөктәре, ер өҫтөнә төшөп өлгөрмәйенсә, ел иҫкән һайын, көлөшә, көлөшә, уйнай-һикерә осалар. Әйтерһең, вальс әйләнәләр. Был йыһан тик яҡшы, аҡ төҫтәрҙән тора тигән, уй-фекер менән күңелдәренә саҡ ҡына ла кер ҡунып өлгөрмәгән йәш бөртөктәр.

Егет: Йәшлектең матур хистәренә бирелеп, ер менән күк араһында бөтөрөләләр! Шаярып, үткәндәрҙең бүректәренә, йөҙҙәренә, керфектәренә ҡунып, сәйәхәт итәләр. Уларға ҡыҙыҡ, улар бит йәш. Йәшлектә генә була торған бунтарьлыҡ, ауырлыҡтарға ҡаршы торорлоҡ көслө йөрәк, яңылыҡҡа ынтылыу хас уларға. Көслө буран араһына кереп, юғалып йәштәр ғашиҡ була.

Сәхнәлә йыр: «Яратам, яратам».

Ҡыҙ: Мөхәббәт тигән хисле донъя эсенә сумалар. Күпереп торған ҡара сәсле, ҡоңғорт күҙле егет, һары сәстәрен үреп һалған,шаян бер ҡыҙға күҙ ташлай. Ҡулға-ҡул тотоношоп, улар бәхет үрҙәренә атлайҙар, ҡарҙар һаман яуа...

Бөгөн мөхәббәт байрамы. Йәштәр уйнай, бейей, көлә, шатлана, ғашиҡ була. Мөхәббәт утында яна.

Сәхнәлә «Дуҫлыҡ» бейеүе.

Егет: Мөхәббәт өмөт нуры өләшеүсе иң саф, илаһи һәм сихри көс.Әгәр һөйгән кешең булһа, тормош йәмле, донъяларҙа йәшәү рәхәт. Үҙеңде бәхетле хис итәһең, күңелдә яҙ, һандуғастар һайрай. Шуға күрә һөйөшкән йәрҙәр бер-береһенең ҡәҙерен белеп йәшәһендәр ине. Ысын мөхәббәт утында яна алыу үҙе ҙур бәхет.

Йыр «Сәрмән вальсы».

Ҡыҙ: Мауығыу тик ваҡытлыса: эҙләй торғас осратаһың, ярашаһың тип уйлайһың...Юҡ, шул! Тышҡы матурлыҡҡа һоҡланып, бергә аралашыуы ҡыҙыҡ булғандан, күпмелер дуҫлашып йөрөргә мөмкиндер. Тик ҡайнар, саф ысын хистәрҙән йөрәк дөрләп янмағас, был мауығыу бик тиҙ онотола. Бар күңелең менән берәүҙе генә уйлап, уның тормошо менән ҡайнап йәшәһәң, мөхәббәт, моғайын, мәңгелек булаҙыр.

Сәхнәлә ҡурай моңдары яңғырай.

Егет: Минеңсә беренсе мөхәбәт бер ҡасанда онотолмай, ул мәңгелек, ғүмерлек. Һинең башта оҡшатып йөрөгән кешең булһа ла, йәрәгеңдең һөйөү ялҡыны ҡабыҙған кешеңде онотмайһың,һинең күҙ алдыңда тик ул. Уның сихри күҙҙәре һәм мөләйем йылмайыуы ғына.
Ҡыҙҙар! Ысын күңелдән ер йөҙөндәге иң гүзәл байрам менән ҡотлайбыҙ. Яҙын сәскәләр ҡояш нурына төрөнгәндәй, аҡ бәхеттәргә төрөнөгөҙ. Уртаҡ ҡоштар моңона күмелгәндәй, наҙлы һүҙҙәргә күмелеп йәшәгеҙ. Тормошоғоҙҙа оло, саф мөхәббәтегеҙһе табығыҙ һәм уны һаҡлағыҙ! Ә байрам бүләге булып ҡыштың аҡ ҡарына ялҡынлы егеттәр мөхәббәтен төрөп ебәрәбеҙ. Һүндермәгеҙ уны.
Мөхәббәт темаһына өҙөк.Башҡаралар ҡыҙ һәм егет.

Ҡыҙ: Егеттәр! Ысынлап та салбарығыҙҙы кейһәк тә, машинағыҙҙы йөрөтһәк тә, етәксе урындарығыҙға менеп ҡунһаҡ та, һеҙһеҙ йәшәй алмайбыҙ.Күңелһеҙ.Һеҙ булмаһағыҙ кем һуң беҙгә сәскәләр бирер, театрҙарға йөрөтөр, яғымлы һүҙҙәр менән наҙлар ҙа, кемгә һуң беҙ йән асыуҙарыбыҙҙы сығарырбыҙ, кемде алдарбыҙ?

Сәхнәлә ҡыҙҙар башҡарыуында шәреҡ бейеүе.

Ҡыҙ: Нисек кенә булмаһын ҡыҙҙар көслө заттар яҡлауына мохтаж.Әйҙәгеҙ ошо изге көндән башлап, яҡты мәңге йәш һөйөү иленә китәйек тә, ҡулға-ҡул тотоношоп, мөхәббәт яланында йөрөйөк.

Егет: Бер-береһен яратҡандар яҙмыш һынауына бирешмәҫ. Ярата белеү үҙе генә лә ҙур ҡаҙаныш.

Ҡыҙ: Шуға күрә ҡәҙерле ир-егеттәребеҙ йөрәгегеҙҙә Таһирҙыҡы кеүк ялҡынлы саф һөйөү усағы дөрләһен, ә беҙ һеҙҙе Зөһрәләй паҡ ысын мөхәббәт менән яратырбыҙ!

Сәхнәлә гармун моңона ҡушылып ҡурай уйнай.
Кисәне төрлө уйын-ярыштар менән тамамлайбыҙ.


Материал йыйҙы: Ф. Абдрафикова
төҙөнө: Ф. Абдрафикова



Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники



Заранее нарисовать ремонт бамперов в Самаре. . конвекторы