-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Доска объявлений - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


Новости партнеров

XML error in File: http://savaleevo.ru/rss.xml

XML error: Space required after the Public Identifier at line 1


» » Руле төшмәй ҡулдарҙан

Руле төшмәй ҡулдарҙан

Категория: Земляки | 13-03-2013, 14:38 | Просмотров: 3133

Руле төшмәй ҡулдарҙанҮткән быуаттың 60-сы йылдарында, егет ҡорона аяҡ баҫҡанда, Ринат киләсәк яҙмышын ниндәй һөнәр менән бәйләргә икән тип аптырап ҡалманы. Уның ҡарары ҡырҡа – шофер буласаҡ. Ә инде әйттеме, уйынан кире ҡайта торғандарҙан түгел егет. Атаһы һуғыш ветераны Имаметдин Фәхретдиновтың ишле ғаиләһендә шулай тәрбиәләнә ул. Атай ҡануны: “Вәғәҙә иткәнһең икән – үтә, маҡсат ҡуйғанһың икән – ынтыл, башлағанһың икән – аҙағына еткер”. Ринат та ошо принципты ҡанына һеңдерә, үҙенең артабанғы тормош девизы итә.

Ирмен тигән ир кеше һүҙен елгә осорорға тейеш түгел. Ошо хәҡиҡәткә бөгөнгәсә тоғро ул. Икеләнеп-микеләнеп, ни ҡылырға белмәгән бешмәгәндәрҙе йәне һөймәй уның. Һәр заманға хас донъяның имгәктәре, елғыуарҙары. Ринат та шоферлыҡ танытмаһы алып, Фрунзе исемендәге туған колхозына эшкә ҡайтҡанда, тегеләй һуғылып, былай бәрелеп йөрөүсе тиҫтерҙәре булмай түгел – була. Бына бит Имаметдин малайы: йүнле кеше йүнле инде. Һөнәрен дә алды, бер тигән итеп эшен дә башланы. Шулай баһалай егетте ауылдаштары. Киләсәктә матур итеп донъя көткәнендә бындай баһалар бихисап буласаҡ әле. Ә хәҙергә шофер булып тәүге үҙаллы рейстарын яһап ҡыуана. Колхоздың “ГАЗ” йөк машинаһы иҫке, әлбиттә. Рейстар ҙа алыҫҡа түгел. Яҡын-тирәлә генә төрлө йомош атҡара шофер. Барыбер ҡәнәғәт. Аңлай егет: яңы ғына уҡып ҡайтҡан кешегә кем яңы машина тотторһон. Иң тәүҙә иҫкеһендә өйрән, тәжрибә тупла, шунан яңыһы ла булыр. Етәкселәргә һис үпкәһе юҡ Ринаттың. Донъяның шулай көйләнгәнен ул яҡшы аңлай. Ватылған машинаһын төҙәтеп, яңынан йән керетә алыуына күңеле ихлас ҡыуана, үҙ-үҙенә ышанысы арта, һайлаған һөнәрендә яңылышмауына көндән-көн нығыраҡ төшөнә. Бына бит ҡулдарында ниндәй ҡөҙрәт: иҫке машина яңынан гөрләй, был бит үҙенә күрә һин тыуҙырған мөғжизә! Ана шулай көн артынан көн үтә, яйлап-яйлап тәжрибә туплана.

Әрме бурысын да намыҫ менән үтәй Ринат. Алыҫ Көнсығыш тарафтарында диңгеҙ авиацияһында хеҙмәт итә. Улар быуыны Ватанды һаҡлауға иң маҡтаулы, яуаплы бурыс итеп ҡараны. Әрме хеҙмәтен үтәгән, һалдат бутҡаһын татыған кеше генә ысын ир-егет һанала торғайны ул замандарҙа. Хәрби кейемдәге һалдатҡа малай-шалай көнләшеп, ололар хөрмәтләп ҡарар ине. Ауылға һалдат ҡайтыу үҙе бер байрам төҫөн алыр ине. Ринатҡа ла шундай мәлдәрҙе кисереү бәхете тейә. Һөнәре булған кеше бер ҡайҙа ла хур булмай, тигәндәй, Имаметдин малайына ла ҡеүәтле хәрби машина ышанып тапшырыла. Ауылда бешегеп үҫкән, көс-ҡеүәте ташып торған, һәр нәмәне еренә еткереп башҡарыусы етди, тырыш егеткә ауыр әрме хеҙмәте әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Үҙенә тапшырылған бурысты намыҫ менән үтәй, командование ышанысын өлгөлө хеҙмәте менән аҡлай. Хеҙмәттәштәре менән дә уртаҡ тел таба, командирҙарынан да рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетә. Ирмен тигән ир-егеттең ҡулынан килмәҫтәй эштең, йырып сыға алмаҫтай проблеманың юҡлығына нәҡ армия хеҙмәтендә төшөнә. Ошо хәҡиҡәткә Ринат бик күп тапҡыр инаныр әле. Тағы ла олпатланып, тормош тәжрибәһе туплап ҡайта ул һалдат хеҙмәтенән.

Бер кем дә был тормошта һиңә бер нәмәне лә әҙерләп ҡуймай. Үҙеңә, бары тик үҙеңә ышанғанда, үҙ көсөңә таянғанда ғына, башҡаларҙан кәм-хур булмайынса йәшәргә мөмкин. Шул арҡала тормош һынауҙарын һәр саҡ уңышлы йырып сыға Ринат Фәхретдинов. Донъя уны үтеп кермәлегә өйрәтә.

Бөгөнгәсә шофер һөнәренә тоғро Ринат Имаметдин улы. Ә бит ул теләһә, ынтылһа, юғары уҡыу йортон тамамлап, бына тигән белгес тә булыр, ниндәйҙер етәксе вазифаларын да уңышлы башҡара алыр ине. Уның бит фекерләү ҡеүәһе лә юғары, кешегә ҡарата ла итәғәтле, аралашыу мәҙәниәтенә лә һоҡланырлыҡ. Була алыр ине, булдырыр ине, ҡулынан килер ине. Тик күңеле тартмай. Ә күңел тартмаған эш ҡәнәғәтлек килтермәй ул. Кабинет ҡыҫаларына сыҙамаҫ ине, моғайын. Иркенлек кәрәк булғандыр Ринатҡа. Ана шуға күрә машинанан да яҡшыраҡ нәмәне күҙ алдына ла килтермәй ул.

Ҡырҡ йыл дәүерендә Ринат Фәхретдиновтың машинала үткән саҡрымдарын бергә йыйып һалғанда, ай-һай күпме булыр ине икән? Йырҙағыса, “күптән айға еткәндер” ул. Иҫке генә машинала хеҙмәт юлын башлаған егет артабан яңы машиналарҙы ҡабул итеп шатланыу бәхетен дә бер нисә тапҡыр кисерә. Тырышлыҡтың ерҙә ятып ҡалмағанына ана шул саҡтарҙа инана ул.

Ҡайҙа ҡушалар, шунда йүнәлә шофер егет. Йәйге-көҙгө ураҡ эштәре тамамланыу менән фермаға мал аҙығын да ташый, минераль ашламалар артынан Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез тарафтарына ла юллана. Башҡортостанда Ринат Фәхретдинов булмаған район йәки ҡала ҡалдымы икән? Юҡтыр. Шуға күрә бөгөн дә юлдарҙа йүнәлеште һиҙемләүе ышаныслы.

Шофер булыу руль тәгәрмәсен борғолау ғына түгел. Ул – яуаплы һөнәр. Барыһының да был эшкә елкәһе сыҙамай. Йәшерен-батырын түгел, танытмалы көйө лә шофер булып эшләргә ҡулдарынан килмәгәндәр етерлек. Р. Фәхретдинов — ошо яҡтан өлгө булырлыҡ кеше. Иң оло стажлы шофер булыуы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ул.

Күпме юл үтелгән, күпме йыл артта ҡалған. Намыҫлы хеҙмәт менән матур ғүмер кисерелгән. Эше лә башҡарылған, емертеп донъяһы ла көтөлгән. Йорт-ҡаралтыһы әйләнеп сыҡҡыһыҙ, мал-тыуарға ла мохтажлығы юҡ. Бары тик уңған, хужасыл кешеләр генә етеш донъя көтә ул. Балалар үҫтереп, уларҙы уҡытып кеше итеү бурысын да уңышлы атҡарып сыҡты Ринат Фәхретдинов. Хәҙер үҙе ейән-ейәнсәрҙәренә олатай булыу бәхетен кисереп ҡыуана.

Бөгөн дә рулдә, бөгөн дә юлда Ринат Имаметдин улы. Ауыл Cоветы хакимиәтендә эшләй. Әлеге лә баяғы, үтә яуаплы бурыс йөкмәтелгән уға. Тәжрибәле шофер һыната торғандарҙан түгел. Машинаһы һәр саҡ ҡараулы, төҙөк. Моторҙың тын алышын үҙенең йөрәк тибеше һымаҡ тоя шофер кеше. Һәр саҡ шулай. Шуға күрә хәүеф-хәтәр һағалап торған юлдар ҙа имен үтелә, бәлә-ҡаза урап уҙа. Хоҙай Тәғәлә ҡурсалай. Бынан ары ла шулай булһын.

Автор: Рим ИCХАҠОВ. Ҡырмыҫҡалы районы, Бишауыл-Уңғар ауылы



Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Бишауыл-Уңғар
Я живу там
Я там жил
Я родом оттуда



Самая детальная информация аренда техники в Самаре на сайте. . конвекторы