-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Әбдрәфиҡовтар шәжәрәһе

Әбдрәфиҡовтар шәжәрәһе

Категория: История | 28-12-2010, 01:01 | Просмотров: 8011

Минең шәжәрәм.
Шежере – ул бөйөк, изге йортоң.
Уға тейеш һин бер ҡайтырға.
Унда һинең туғаныңа Ер ҙә,
Йән дә, ҡан да тейеш тартырға!

Ырыуым – табын
Ағасым – ҡарағас
Ҡошом – ҡарағош
Тамғам – ҡаҙаяҡ.
Ораным – Салауат

Хөрмәтле тамашасылар, килгән ҡунаҡтар, мин һеҙҙе Әбдрәфиҡовтар шәжәрәһе менән таныштырырға теләйем. Минең тамырҙарым хозур тәбиғәтле, тырыш, эшсән халҡы менән дан ҡаҙанған Ҡырмыҫҡалы районының гүзәл Бишауыл-Уңғар ауылына барып тоташа.
Беҙҙең Әбдрәфиҡовтар нәҫеле үҙ нәҫел ептәрен юғалтмай шәжәрә итеп төҙөп ҡалдырыусы ғаиләләрҙән иҫәпләнә. Шәжәрәмде төҙөгәндә, архив материалдарын өйрәнеп, үҙемдең ун быуынымды барланым.
Нәҫелебеҙ тамыры Дәүләш олатайҙан башлана. Уның 1757 йылда улы Ҡолбирҙе тыуған. Ҡолбирҙенең улдары Ғәли(1811) һәм Зыянғол(1805). Зыянғолдың улы Әбдрәфиҡ. Ошо Әбдрәфиҡ олатайымдан беҙҙең фамилиябыҙ башланған. Әбдрәфиҡтың биш улы була. Иң кесеһе минең олатайым - Фәтҡолла. Ул ауылыбыҙҙа уҡымышлы дин әһеле булған. Беҙгә унан изге ҡомартҡы – ҡөрьән китабы ҡалған. Фәтҡулланың улдары Ғәзиз, Хәмиҙулла (1893-1972). Хәмиҙулла олатайым һәм Гөлбиямал өләсәйем тураһында яҡты иҫтәлек – уларҙың үҙ ҡулдары менән эшләнгән изге ҡомартҡылары ҡалған. Беҙ был ҡомартҡыларҙы ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ Хәмиҙулланың 1923 йылда оло улы Нәзиб донъяға килә.
Нәзиб Хәмиҙулла улы Әбдрәфиҡов 1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алынып, тик 1947 йылда ғына дошманға ҡаршы көрәштә ҙур батырлыҡтар күрһәткәне өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һ.б орден-миҙалдар менән бүләкләнеп хәрби офицер дәрәжәһендә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ул утлы Сталинград һуғышында, Польшаны, Румынияны, Чехославакияны, Венгрияны немец фашистарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Бөйөк еңеү көнөн Австрияла ҡаршылай.
Хәмиҙулланың 1932 йылда кесе улы Кәбир тыуа. Кәбир Хәмиҙулла улы Әбдрәфиҡов ауылыбыҙҙа балта оҫтаһы һәм уңған умартасы булған. Кәбирҙең улдары Әмир(1966) һәм атайым Зәбир(1960). Атайым да, уның ҡустыһы Әмир ағайым да шофер һөнәрен үҙләштереп, ошо һөнәргә тоғро ҡалып, хеҙмәт юлын әле лә дауам итәләр.
Зәбирҙең балалары Азамат(1981), Әлфиә(1983), һәм мин – ҡыҙы Ләйсән(1988). Ағайым Азамат «Ҡыҙыл таң» гәзитендә компьютер бүлеге мөдире булып, апайым Әлфиә Бишауыл-Уңғар ауылы китапханаһында китапханасы булып эшләйҙәр. Нәҫелебеҙҙе дауам итеүселәр Азамат ағайымдың улдары Арыҫлан(2008) менән Асҡар(2010) туғандарым үҫәләр.
Замандар үтә тора, ата-бабаларыбыҙҙың эшһөйәрлеге, уңғанлығы беҙгә күсә килә. Беҙҙең нәҫелебеҙҙә төрлө һөнәр кешеләре бар. Бигерәк тә изге һөнәр – уҡытыусы һөнәренә ғүмерҙәрен бағышлаған апай-инәйҙәрем бик күп. Сығышымда миңә айырыуса яҡын, апайым ғына түгел, ә уҡытыусым да булған Рәмилә Филорит ҡыҙы тураһында һөйләмәксемен. Апайым 20 йыл инде Бишауыл-Уңғар мәктәбендә башҡот теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Уның эшенә бирелеп китеп эшләүе тураһында уҡыусыларының район һәм республика кимәлендә алған лайыҡлы урындары һөйләй. 2006 йылда үткән «ЮННАТ» республика конкурсында уның уҡыусылары дипломғпа лайыҡ булды. Ә «Һандуғас» бейеү ансамбле 2009 йылда «Алтын үксә» бейеү конкурсында III дәрәжә дипломанты, ә 2010 йылда II дәрәжә дипломанты булдылар. Шулай уҡ 2009 йылда үткәрелгән «Башҡортостан ынйылары» фольклер этнографик конкурсында уның уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп, «Сылбыр» халыҡ уйындары наминацияһында лауреат тип баһаланды.
Йылдан йыл Рәмилә апайымдың уҡыусылары «Урал батыр» конкурсында республикабыҙҙа алдынғы урындарҙы яулайҙар. Уның етәкселегендә йыл һайын яңы экспонаттар менән тулыландырылып мәктәп музейы эшләп килә. Шулай уҡ «Йәйғор» пионер ойошмаһы юғары кимәлдә ойошторолған.
Бишауыл-Уңғар мәктәбе Рәмилә Филорит ҡыҙының йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә фиҙаҡәр хеҙмәтен юғары баһалап, уны Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы Почет грамотаһы менән бүләкләй.
Шулай уҡ апайым - Лена Кәшфулла ҡыҙы Әбдрәфиҡова ла бына 23 йыл инде районыбыҙҙың Һәүәләй урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбыҫары булып эшләй.
Рәмилә һәм Лена апайымдар миңә һәр ваҡыт өлгө булып торалар. Минең уҡытыусы һөнәрен һайлауыма ла булышлыҡ иттеләр. Мин бишенсе йыл инде Өфө ҡалаһы Октябрь районының 49-сы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем. Уҡытыусы булараҡ, мин үҙ алдыма юғары әхлаҡлы, белемле, рухи яҡтан бай, үҙ халҡын яратыусы һәм уның йолаларын ихтирам итеүсе шәхес тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым. Дәрестәремдә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ҡомартҡыларҙы күҙ ҡараһындай һаҡлап, уларҙың әһәмиәте, мөһимлеге хаҡында яңы быуынға еткереү өҫтөндә эш алып барам.
Ынйы-ҡомартҡыларыбыҙҙы киләһе быуынға еткереүҙә әсәйем – Фәһимә Ғаяз ҡыҙының хеҙмәте баһалап бөткәһөҙ. Был тәңгәлдә уның халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын тергеҙеүен әйтмәү мөмкин түгел. Әсәйем ойошторған матур йолаларҙа, байрам кисәләрендә, һабантуйҙарҙа ауыл халҡы ҙур теләк менән ихлас ҡатнаша.
Шәжәрәбеҙ менән таныштырыуымды тамамлап, һеҙгә кескәй генә күстәнәс бүләк итмәксемен. Бының өсөн минең ҙур терәгем – ғаиләмде сәхнә түренә саҡырам.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники