-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » ТАКСИСТАРҒА ЗАКОН БАРМЫ?

ТАКСИСТАРҒА ЗАКОН БАРМЫ?

Категория: Новости | 6-09-2011, 00:00 | Просмотров: 7570

Такси тураһында яңы закон үҙ көсөнә инде. Ул таксистарҙан профессиональ эшмәкәрлектәренә лицензия талап итә.
Таксистарға лицензия алыу өсөн бер нисә талапты үтәргә – таксомотор, автомобиль бортына – «шашка», башына һары фонарь ҡуйырға кәрәк буласаҡ. Бынан тыш, машинаның техник торошо яҡшы булырға һәм водителлек стажы биш йылдан кәм булмаҫҡа тейеш. Ошо талаптар шартына тура килгәндә лицензия биш йылға бирелә. «Такси тураһында»ғы федераль законға индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, рөхсәтһеҙ такси хеҙмәте күрһәткән һәм тейешле атрибутикаһы булмаған өсөн штраф күләме биш мең һум тәшкил итәсәк. Пассажир ташыуға килешеү, пассажирҙың үҙе менән килешеү төҙөү мотлаҡ; таксиҙы көн дә механик ҡарап тикшерергә һәм автомобиль ярты йылға бер тапҡыр техник тикшереү үтергә тейеш. Өҫтәүенә, закон таксистарҙан шәхси эшҡыуар булып теркәлеүҙе, һәр пассажир­ға чек, квитанция биреүҙе талап итә. Шулай уҡ, законға ярашлы, Рәсәй субъект­тарының үҙ вәкәләттәре бар. Әйтәйек, улар такси автомобилдәренең төҫөн билдәләй һәм таксистарға бирелгән лицензияларҙың иҫәбен сикләй ала.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники