“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” район конкурсы быйыл 18-се тапҡыр уҙғарыла. Конкурс Положениеһына ярашлы, ҡатнашыусылар декабрь айында районыбыҙҙың төрлө мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр күрһәтеп ярышты.
Был этапта барлығы 11 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Шуларҙан бишәүһе – Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡытыусылары Ғәлиә Раил ҡыҙы Вәлиева, Рәмзилә Зиннур ҡыҙы Кинйәбаева, Мөкәй мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева, Түбәнге Төкөн мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Фәһим ҡыҙы Бикташева, Иҫке Шәрәй мәктәбе уҡытыусыһы Мәүлиҙә Түрйән ҡыҙы Тажетдинова конкурс финалына сығып, артабанғы ярыш төрҙәрендә көс һынашты. Финалистарға дүрт төрлө һынауҙа үҙ белемен, оҫталығын, тәжрибәһен күрһәтеү бурысы ҡуйылды. Йәшерен-батырын түгел: эй, уйын ғына бит ул, тип бик еңел генә уйлаусылар ҙа осрай. Ашаған белмәй, тураған белә тигәндәй, конкурстарҙың нисек икәнен уны үҙ елкәһендә кисергәндәр генә яҡшы белә. Уйын, күңел асыу түгел, ә сәмле ярыш, яуаплы ауыр хеҙмәт ул. Ана шунда күренә кемдең кем икәнлеге. Бына шулай эшләргә кәрәк икән ул, тип һабаҡ та алына, ҡуй инде, шул да булдымы уҡытыусы, тип ғибрәт тә алырға тура килә. Конкурста ҡатнашҡан кешенең үҙ-үҙенә ныҡлы ышанған, төрлө ситуацияларҙа ла юғалып ҡалмай торған, баҙнатсыл булыуы мотлаҡ.