Был этапта барлығы 11 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡараны. Шуларҙан бишәүһе – Бишауыл-Уңғар мәктәбе уҡытыусылары Ғәлиә Раил ҡыҙы Вәлиева, Рәмзилә Зиннур ҡыҙы Кинйәбаева, Мөкәй мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева, Түбәнге Төкөн мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Фәһим ҡыҙы Бикташева, Иҫке Шәрәй мәктәбе уҡытыусыһы Мәүлиҙә Түрйән ҡыҙы Тажетдинова конкурс финалына сығып, артабанғы ярыш төрҙәрендә көс һынашты. Финалистарға дүрт төрлө һынауҙа үҙ белемен, оҫталығын, тәжрибәһен күрһәтеү бурысы ҡуйылды. Йәшерен-батырын түгел: эй, уйын ғына бит ул, тип бик еңел генә уйлаусылар ҙа осрай. Ашаған белмәй, тураған белә тигәндәй, конкурстарҙың нисек икәнен уны үҙ елкәһендә кисергәндәр генә яҡшы белә. Уйын, күңел асыу түгел, ә сәмле ярыш, яуаплы ауыр хеҙмәт ул. Ана шунда күренә кемдең кем икәнлеге. Бына шулай эшләргә кәрәк икән ул, тип һабаҡ та алына, ҡуй инде, шул да булдымы уҡытыусы, тип ғибрәт тә алырға тура килә. Конкурста ҡатнашҡан кешенең үҙ-үҙенә ныҡлы ышанған, төрлө ситуацияларҙа ла юғалып ҡалмай торған, баҙнатсыл булыуы мотлаҡ.
Уҡытыусылар конкурсы, ғәҙәттәгесә, үҙ-үҙеңде таныштырыуҙан башланды. Артабан финалистар уҡытыу һәм тәрбиә эшендә инновацион алымдар ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, педагогик эссе менән сығыш яһау кеүек һынауҙарҙа ярышты. Эштәр еңелдән түгел. Әммә кеше башҡара алмаҫтай нәмә лә юҡ. Тик белем менән бергә теләк, һәләт, дәрт, ҡыйыулыҡ ҡына кәрәк.
Уҡытыусыларҙың сығыштарын ҡарағанда башта төрлө фекерҙәр тыуҙы. Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла тигәндәй, шул фекерҙәр менән уртаҡлашыу башҡалар өсөн дә фәһемле булыр.
Беренсенән, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы һөйләү оҫталығына, йәғни ораторлыҡ һәләтенә эйә булырға тейеш. Әммә конкурсанттарыбыҙ ҡағыҙҙан айырыла алмай, имеш. Үҙ-үҙең менән таныштырыу этабында ғына булһа ла тексты, ис-маһам, ятларға була ине лә баһа. Шунда ғына ла кинәнеп, иркенләп һөйләмәгәс инде…
Икенсенән, оҫталыҡ дәресен бәғзе берәүҙәр ғәҙәттәге балаларға дәрес аңлатыу процесы менән бутаған. Һәр нәмәнең үҙ урыны бар. Бында бит үҙ оҫталығыңды, тәжрибәңде, эш алымдарыңды аңлайышлы, ҡыҙыҡһындырғыс итеп тыңлаусыға еткерә белеү кәрәк. Шуныһы ҡыуандыра: Мәүлиҙә Тажетдинованың оҫталыҡ дәресе, минеңсә, отошло булды.
Өсөнсөнән, ҡайһы бер конкурсанттарҙа буталсыҡ, оҙон, ялҡытҡыс, монотон телмәр күҙәтелә. Эш бит оҙон телмәр тотоуҙа түгел. “Ҡыҫҡалыҡта – оҫталыҡ” тигән алтын һүҙҙәрҙе иҫтә тотоу күпкә отошлораҡ булыр ине. Маҡсатыңды, бурыстарыңды аныҡ итеп, тыңлаусыны ҡыҙыҡһындырып, үҙеңә йәлеп итеү оҫталығына эйә булғанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин.
Дүртенсенән, берәүҙәр педагогик эссе тигәнде төшөнөп етмәгән. Шуға күрә эссе тигәндәре эшләнгән эштәрҙе һанап сыҡҡан иҫәп-хисап мәғлүмәттәрен хәтерләтә. Ә ысынында, уҡытыусы һөнәренең барлыҡ нескәлеге, уҡытыу һәм тәрбиә биреүҙәге проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары, киләсәккә маҡсаттар сағылыш тапҡанда ғына педагогик эссе үҙ асылына тап килә.
Конкурстың дүрт һынауы буйынса жюри тарафынан баһаланып, еңеүселәр билдәләнде. “Тамашасы һөйөүе” призына Иҫке Шәрәй мәктәбе уҡытыусыһы Мәүлиҙә Тажетдинова лайыҡ булды. Ә инде башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара конкурсында районыбыҙ намыҫын Мөкәй мәктәбе уҡытыусыһы Лилиә Юлдашбаева яҡлаясаҡ. Уға тағы ла ҡыйыуыраҡ булып, үрҙә әйтелгән иҫкәрмәләргә ҡолаҡ һалып, оло ярышта уңышлы сығыш яһарға яҙһын, тип теләргә генә ҡала.
Рим Исхаҡов.
Бишауыл-Уңғар ауылы
Бишауыл-Уңғар ауылы