Бишауыл-Уңғар ауылының Ҡамышлы күл туғайҙары был көндө бал ҡорттары күс айырған мәлде хәтерләтеп торҙо. Күгәрсендәр, стәрлебаштар, краснокамалар, благовещендар, үҙебеҙҙең райондың ауыл биләмәләре ҡорған тирмәләр бер рәткә теҙелгән умарталарҙы хәтерләтһә, улар эргәһендә мыжғыған меңләгән кеше өҫтән ҡарағанда, ысынлап та, күскә оҡшағандыр. Уңған Ҡырмыҫҡалы халҡы тураһында, ғәҙәттә, “ҡырмыҫҡаларҙы көнләштереп эшләгән һәм йәшәгәндәр” тип һөйләүсәндәр.
Һуңғы йылдарҙа был район Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй күләмендә ойошторолған һәм уҙғарылған төрлө сараларҙың үҙәк майҙанына әүерелә бара.
Әле бында уҙғарылған Бесән сабыусыларҙың республика фольклор байрамында ШОС һәм БРИКС саммиттары уңайынан килгән Мәскәү, Ҡырғыҙстан ҡунаҡтарын, Өфө ҡалаһынан һәм республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан, райондың төрлө ауылдарынан вәкилдәрҙе һәм инде ең һыҙғанған салғысыларҙы ҡотлап, хакимиәт башлығы Фәнзил Сыңғыҙов “Сыңла, салғым!” сараһын асыҡ тип иғлан итте.