-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Йыл буйына етһен был сың (+видео)

Йыл буйына етһен был сың (+видео)

Категория: Байрамдар | 7-07-2015, 14:27 | Просмотров: 4190

Йыл буйына етһен был сың (+видео)Бишауыл-Уңғар ауылының Ҡамышлы күл туғайҙары был көндө бал ҡорттары күс айырған мәлде хәтерләтеп торҙо. Күгәрсендәр, стәрлебаштар, краснокамалар, благовещендар, үҙебеҙҙең райондың ауыл биләмәләре ҡорған тирмәләр бер рәткә теҙелгән умарталарҙы хәтерләтһә, улар эргәһендә мыжғыған меңләгән кеше өҫтән ҡарағанда, ысынлап та, күскә оҡшағандыр. Уңған Ҡырмыҫҡалы халҡы тураһында, ғәҙәттә, “ҡырмыҫҡаларҙы көнләштереп эшләгән һәм йәшәгәндәр” тип һөйләүсәндәр.

Һуңғы йылдарҙа был район Баш­ҡорт­останда ғына түгел, Рәсәй күлә­мендә ойошторолған һәм уҙғарылған төрлө сараларҙың үҙәк майҙанына әүерелә бара.
Әле бында уҙғарылған Бесән са­быу­сыларҙың республика фольклор байрамында ШОС һәм БРИКС сам­мит­тары уңайынан килгән Мәскәү, Ҡы­р­­­­ғыҙстан ҡунаҡтарын, Өфө ҡала­һынан һәм рес­пуб­ли­ка­быҙҙың төрлө тарафтарынан, ра­йон­дың төрлө ауылдарынан вәкилдәрҙе һәм инде ең һыҙғанған салғысыларҙы ҡотлап, ха­кимиәт башлығы Фәнзил Сыңғыҙов “Сыңла, салғым!” сараһын асыҡ тип иғлан итте.

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Башҡортостан Баш­лығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын уҡып ишеттереп, барлыҡ ҡатна­шыу­сыларҙы, ҡунаҡтарҙы йылы тәбрикләп сығыш яһаны, барыһына ла уңыш теләне.

Баштан уҡ шуныһы күҙгә салынды: бында һәр нәмә бесән, үҫемлектәр, сәс­кәләр менән ныҡ бәйләнгән. Ҡыҙ­ҙарҙың барыһы ла тип әйтерлек башына сәскәнән үрелгән таҡыя кейгән, өҫ-баштары ла тотош гөлдәр менән би­ҙәл­гән. Яңы сабылған үләндән ҡо­ролған йәшел тирмәләр һәм ҡы­уыш­тар, улар алдындағы бесән әҙерләү ҡо­ралдары, тирмәләр эргәһендә егеү­ле аттарҙың кешнәп тороуы һәм улар янында онотолоп барған боронғо йо­лаларҙы күрһәтеү — һәммәһе лә бик ҡыҙыҡлы, һәр кемдең иғтибарын йәлеп итә.

Бына Абдулла ауылынан районға билдәле оҫта Илдар Хәсәнов аттарына йүкәнән матур итеп септә үрә, үҙе:
— Бесән сабып та күрһәтергә ине бит әле… — тип һөйләнә.

Эргәһендә Ҡырғыҙстандан килгән ҡу­наҡтар Элнур Тагаев, Ренат Урматов, Данияр Турусбеков, Руслан Арапов, Ма­нас Чалданбаев һалабашты тотоп-тотоп, әйләндереп ҡарап, Илдар­ға ҡырҡ төрлө һорау яуҙыра. Ул рәхәтләнеп, кинәнеп китеп, алдан әҙерләнгәндәй яуап бирә.

Иҫке Бәпестән килгән салғысы Райхана Ғиззәтуллина көйлө сал­ғыһын ҡабат-ҡабат тикшерә. Һәр ваҡыт эштә өлгө күрһәтә был ауыл халҡы, был юлы ла һынатмаҫҡа итәләр. Ауыл Советы хакимиәте башлығы Нурия Иштуғанова уларҙы тағы ла сәмләндереп йөрөй.

Уларҙан алыҫ түгел ҡоролған тирмә ҡаршыһында райондың атаҡ­­лы һунарсыһы Риф Мө­хәмәтҡолов үҙе аулап алған йән­лектәрҙең һын­дарын ысын кеүек итеп эшләп теҙеп ҡуйған. Унда яҡын да барырлыҡ түгел — тиҫтә­ләгән Мәскәү ҡунағы айыуҙарҙы, бүреләрҙе һәм башҡа төрлө ҡоштарҙы ҡосаҡлап фотоға төшә, улар артынса башҡалар сират көтә. Резеда Сәйфетдинова иһә, шифалы үлән ҡайнатып, һәр кемде сәй менән һыйлай.

Шунда уҡ ҡул тирмәне менән яр­ма тарталар, килелә тары төйәләр, сәскәләрҙән таҡыя үреп күрһә­тә­ләр, талдан кәрзин яһайҙар һәм башҡа бик күп боронғо йолаларҙы ҡабат­лайҙар.

Бында салғысылар ярышы менән бергә тағы бик күп төрлө номинация буйынса конкурстар ойошторола. Мә­ҫә­лән, күбә һалыу, кәбән ҡойоу, гөл­ләмә әҙерләү, шифалы үләндәр йы­йыу, тирмә ҡороу, урман ашы бешереү һәм бесән менән бәйле башҡа бәйгеләр бара.

Әйткәндәй, бығаса туҡтамай ти­гәндәй ямғыр яуып торһа ла, Ҡыр­мыҫҡалыла был көн аяҙ ине. Тәбиғәт бәйгеселәрҙең хәленә керҙе, буғай.

Ярыш башланыр алдынан Хоҙай­ҙан фатиха һорап доға уҡылды. Төрлө хужалыҡтарҙан 24 ир һәм 17 ҡатын көс һынашты. Башта Мәскәү ҡунаҡтары, ғүмерендә беренсе тапҡыр ҡулына салғы алып, бесән сабып ҡараны. Әллә ни ырата алманылар, әлбиттә, әммә бәйгелә ҡатнаша алыуына түбә­ләре күккә тейгәндәй ҡыуаныштылар.

Ҡамышлы күл туғайында сабыусылар ярышы еңелдән булманы: оҙаҡ ваҡыт яуын булмау сәбәпле, үлән ярайһы уҡ ҡатҡайны. Ләкин таһыллы сабыусылар рәтен белә, салғыларҙы бындай саҡта нисек тоторға, ҡайһылай көйләргә икәнен яҡшы өйрәнгәндәр.

Бесәнселәр бәйгеһендә Ҡыр­мыҫ­ҡалы ҡатын-ҡыҙҙары айырыуса өлгө күрһәтте. Подлуб ауыл Советынан Ольга Андреева, Һәүәләй ауыл Советынан Гөлнур Камалова, Ефремкин ауыл Советынан Валентина Иванова призлы урындар яуланы. Уларға дипломдар, маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Ир-ат араһында Ҡабаҡ ауыл Советынан Владимир Бирколов бар­лыҡ республикаға өлгө булырҙай бесән сабыу оҫталығын асып һал­ды. Унан башҡа тиҫтәләгән бесәнсе лә һыр бирмәне. Туғай, һүрәттәге кеүек, бесән бакуйҙарынан тағы матурланып китте. Бәйгелә ҡатна­шыусы берәү ҙә бүләкһеҙ ҡалманы.
“Шифалы үләндәр” номи­нация­һын­да Стәрлебаштан Люциә Бай­на­за­рова, Ҡырмыҫҡалы районының Ат­йетәр ауыл биләмәһенән Руфина Аҡбашева, Ефремка ауыл билә­мә­һенән Олеся Иванова, Ҡабаҡ ауыл биләмәһенән Резеда Сәйфет­ди­нова, Ҡарлыман ауыл биләмә­һе­нән Зилә Латипова, Һәүәләй ауыл би­ләмәһенән Бибиямал Әһлиул­лина, Ҡырмыҫҡалы ауыл билә­мә­һенән Рәмзиә Сәғитова баш­ҡа­ларҙан һәр яҡлап өҫтөн булды.

Бөтә бәйгеләрҙең комиссия рәйесе, бик күп ярыштарҙы күргән академик Әхмәт Сөләймәнов:

— Ҡырмыҫҡалылар тотош институттар, этнографтар өлгө алырлыҡ эш күрһәтте. Боронғо йолаларҙы терге­ҙеүҙең иң сағыу тәжрибәһен ҡараным мин бында, — тип һөйләне, ысын күңелдән шатланып.

Көн битендә уҙған бәйгелә салғы яныу­ҙар, бесәндең шыйлауы туғай сим­фонияһы булып яңғыраны. Ә сәхнә­лә район һәм республика таланттарының ошо үҙенсәлекле байрам уңайынан ойошторолған концерты барҙы. Берәү ҙә ситтә ҡалманы — һөнәрлеләр күрһәт­теләр һөнәрен, һөнәрһеҙҙәр күрһәттеләр үҙҙәрен, ти­гәндәй. Хәйер, бында һөнәрһеҙҙәр килмәгәйне шикелле.

Хәбәремде, Ҡырмыҫҡалы районы вә­киле булараҡ, ошо тантаналы бәй­гене асҡанда уҡыған “Сыңла, салғы!” исемле шиғырым менән тамамлағым килә:

Болондарҙы йоҡоһонан уят,
Сыңла, салғы, ысыҡ кипкәнсе.
Йәшел бесән ике йыллыҡ булып,
Матур көндәр уҙып киткәнсе.

Салғы сыңы — сихри болон моңо,
Салғы яныу яңы көй һымаҡ.
Был аҡландар ожмах баҡсаһылай,
Ҡыуыштары тыуған өй һымаҡ.

Бөгөн, болон, һиңә өмөт оло,
Хыялыбыҙ аша ғәмәлгә.
Ҡояш нуры фатихаһын бирә,
Салғы сыңы — сәләм ғаләмгә.

Салғы, сыңла! Болон, иҙрәп тыңла,
Йыл буйына етһен был сыңдар.
Һабантуйҙа бәйге һымаҡ бөгөн —
Был төштәрҙә түгел, ысындар.

Болондарҙа салғы сыңлағанда,
Тыңлағанда уны бөтәбеҙ,
Тыуған ерҙең ҡотҡа ҡотайыуын,
Илгә бәрәкәттәр көтәбеҙ.








Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники



Городской сайт khustinfo.com - читай самые важные новости города Хуст в удобном формате.