Бишауыл-Уңғар ауылында донъяға килгән Динә Молҡаманова — тыуған тупрағының үлән-сәскәләренән, күл-шишмәләренән тат-һут алып үҫкән күптәрҙең береһе. Ғаиләләге татыу мөхит, әсәһенең сыңратып йырлауы ла бала күңелендә наҙлы гөл кеүек тамырланғандыр.
Байтаҡ йылдар үткәс, ул әсәһе тураһында ошондай шиғыр яҙасаҡ:
Ике толом итеп үргән
Әсәйем оҙон сәсен.
Ике күҙе — ике йондоҙ,
Торалар нурҙар сәсеп.
. . . . . . . . . . . . . . . . . . . .
Йырлап ебәрһә әсәйем,
Их, моңло йырлай, тиҙәр.
Ғәббәс кәләш алмаған, ул
Патефон алған, тиҙәр.