-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Утыҙ ике йыл – руль артында

Утыҙ ике йыл – руль артында

Категория: Новости | 16-01-2014, 11:26 | Просмотров: 1432

Утыҙ ике йыл – руль артындаБәхетен тыуған ерендә тапҡан, тырыш хеҙмәте менән абруй яулаған ир уҙамандарының береһе - Фәнис Фәхретдинов

Ул Бишауыл-Уңғар ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлаған егет Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы егерме беренсе һанлы технология училищеһында автослесарға уҡый. Үҙенең хеҙмәт юлын Олокүл ауылында урынлашҡан район ауыл хужалығы техникаһы ойошмаһында башлай. Әрме сафына алынып, һалдат бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, баш ҡалалағы автомәктәптәрҙең береһендә водитель һөнәренә уҡып сыға. Ҡасандыр гөрләп торған “Фрунзе” колхозында һигеҙ йыл эшләп китә. Һуңынан Фәнис ағайҙы юллама менән Ырымбур өлкәһенең Ясный ҡалаһына азбис комбинаты төҙөгән ергә эшкә ебәрәләр. Был ҡалала ул ғаиләһе менән туғыҙ йыл йәшәй, балалар ҙа – ҡыҙы һәм улы бында тыуа. Туғыҙ йылдан һуң тыуған ауылына ҡайтып төпләнә.

Артабан Фәнис Фәхретдинов үҙенең эш тәжрибәһен МТС “Нива”ла туплай. Дүрт йыл “ЗИЛ” яғыулыҡ ташыу маши­наһында эшләй, һуңынан “КамАЗ” йөк автомо­би­ленә ултыра. Урып йыйыу мә­лендә машиналар колоннаһы менән Хәйбулла, Баймаҡ, Ырымбур һәм башҡа яҡтарға алыҫ рейстарға йөрөй. Ҡыш көн­дәрендә лә эш етерлек була, келәттәге аш­лыҡты элеваторға, Сибай ҡа­лаһына та­шый һәм унда онға әйлән­дерелгән игенде кире алып ҡайта оҫта водитель. Үҙ вази­фаһына тоғро ҡалып, эшен намыҫлы баш­ҡарған Фәнис ағай бихисап Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була.

Әлеге көндә ул, тәжрибәле водитель кә­рәк булғас, мәктәп автобусына ултыра. Фә­нис Рәүфил улы күрше Мансаҙы ауылынан Бишауыл-Уңғарға уҡыусы­ла­рҙы йөрөтә. Балаларҙы олим­пиадаларға, төрлө конкурстарға йөрөтөү һәм уларҙың хәүеф­һеҙлеге өсөн яуап­лылыҡ та – уның иңендә.

Абруйлы хеҙмәткәрҙең ғаиләһе хаҡында ла әйтеп үтергә кәрәктер. Балалары хәҙер үҙҙәре лә башлы-күҙле булған. Улдары Марсель агроном-инженер һө­нәрен үҙләш­тереп, МТС-та эшләй. Ул ғаиләһе менән Һәүәләй ауылында йәшәй. Ҡыҙҙары Аль­бина ла тормошта, Өфө ҡалаһындағы Мәҙә­ниәт министр­лығында иҡтисадсы бу­лып хеҙмәт итә. Улар Фәнис ағай менән Рәсимә апайҙы олатай-өләсәй итеп, ике ейән­сәр һәм бер ейән бүләк иткән. Тәж­ри­бәле води­тел­дең хәләл ефете Рәсимә Әх­мәт ҡыҙы егерме йылдан артыҡ ғүмерен Һәүәләй дауаха­наһында шәфҡәт туташы булып эшләүгә бағыш­лай. Ул унда төрлө йылдарҙа төрлө бү­лектәрҙә намыҫлы хеҙмәт итә һәм былтыр ғына хаҡлы ялға туҡтай.

Балаларына тормошта үҙ юлдарын та­бырға ярҙам иткән Фәхретдиновтар ауылда өлгөлө ғаиләләрҙән һанала. Татыу ғаилә шәхси хужалығын да алып бара: мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Донъялары етеш, матур. Үҙҙәренең шәхси автомобиле булыуы тормоштарын тағы ла еңеләйтә.

Утыҙ ике йыл ғүмерен шофер эшенә бағышлаған Фәнис Рәүфил улына юл­да­рының – имен, эшенең уң булыуын теләйбеҙ.



Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники