-- В начало сайта - | - Карта - | - Фотогалерея - | - БСТ Онлайн - | - Онлайн радио - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» Әлфиә ХӘЙРЕТДИНОВА

Таҙалыҡ ҡөҙрәте

Категория: Интересные статьи | 15-04-2017, 09:59 | Просмотров: 316

Таҙалыҡ ҡөҙрәтеБорон-борон заманда ауылдың бер ситендә бер матур күл йәйрәп ятҡан, ти. Һыуы шундай саф, үтә күренмәле булғанлыҡтан, төбөндәге төрлө төҫтәге таштар ҡояш нурҙарында йылтырап, күлгә йәм биргән, ти. Ана шуға күрә лә халыҡ уға Ташлыкүл тип исем биргән. Күлдең бер яғын ерек ағастары, тал ҡыуаҡтары уратып алған, икенсе яғынан аллы-гөллө сәскәле болон һуҙыла. Күл өҫтөндә һап-һары томбойоҡтар сәскә ата, аҡсарлаҡтар ҡыйылып оса, талғын ғына аҡҡоштар йөҙә. Яр буйын тирә-яҡтан килгән кешеләр үҙ итә: эҫе ҡояш ҡыҙыуынан талсыҡҡан тәндәре менән һыуға сумып, ял итә, кинәнеп балығын ҡармаҡлай, кистәрен ғашиҡ йәштәр үҙҙәренең мөхәббәт серҙәрен бер-береһенә сисә.

Бер ваҡыт кис ғашиҡ ҡыҙ менән егет икәүҙән-икәү генә яр буйында серләшеп ултыра икән. Шул саҡ ни күрһендәр: һауанан 2-3 метр оҙонлоғонда ҡап-ҡара аждаһа ел-дауыл ҡуптарып килеп сыҡҡан да күлгә кире сумған, ти. Күл ҡаҙандағы һыу кеүек ҡайнай, көслө тулҡындар сыҙаша алмай ярға бәрелә, ти. Ҡурҡышҡан егет менән ҡыҙ арттарына ла ҡарамайынса, йән-фарман ауылға йүгергән, ти.


Үткәндәр һағышлы, бөгөнгөһө шатлыҡлы

Категория: Наш клуб | 8-03-2017, 09:38 | Просмотров: 328

Үткәндәр һағышлы, бөгөнгөһө шатлыҡлыБишауыл-Уңғар ауылы мәҙәниәт йортоноң ишеге һәр саҡ асыҡ. Әле “Мираҫ” фольклор төркөмөнөң, әле вокал түңәрәгенең репетициялары, әле ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәрҙең бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашыуы – клуб һәр саҡ гөрләп тора. Мәҙәниәт йортона йыр, театр, бейеү сәнғәтенә ғашиҡ булған һәләтле кешеләр йыйыла. Ана шуларҙың көсө менән төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә алдынғы урындар яулана, район, республика кимәлендәге күркәм саралар юғары кимәлдә уҙа. Уңыш сере нимәлә? Әлбиттә, мәҙәни ойоштороусы Фәймә Ғаяз ҡыҙы Абдрафиҡованың бик матур, эшлекле төркөм туплай алыуында. Бөгөнгө һүҙем ана шул төркөмдөң әүҙем бер ағзаһы, тынғыһыҙ, бар яҡтан да һәләтле, гүзәл зат – Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Искәндәрова тураһында.

Гүзәл килеп инеүе була, клуб эсе йәнләнеп, балҡып китә. Һәр саҡ кәйефе көр, шат тауышлы, алсаҡ ҡатындың йөҙөнән, әйтерһең дә, нурҙар һибелә. Ә инде ҡулдарына килгәндә… Алтын ҡулдар тигәндә, күҙ теймәһен, Гүзәлгә ҡарата ғына әйтелгәндер ул. Нимәләр генә ижад итмәй уның тылсымлы ҡулдары. Сигеү сикһенме, селтәр бәйләһенме йәки ҡашмау-түшелдерек, балитәкле күлдәктәр текһенме – барыһын да ҙур теләк, ихласлыҡ менән башҡара. Төрлө байрам сараларына сәхнә костюмдары тегеү уның өсөн бер ни түгел. Гүзәлдең һәр эше яңылығы, ҡабатлан­маҫлығы менән айырылып тора. Һәр саҡ эҙләнә, башҡаларҙың тәжрибәһен бик оҫта файҙалана. Гәзит-журналдарҙа күрәме, ҡайҙандыр ишетеп ҡаламы – бара, күрә, өйрәнә. Һөҙөмтәлә сираттағы зауыҡлы сәнғәт әйбере донъяға тыуа. Тырыш кеше тырыш инде: Шишмә районына барып, балаҫ һуғырға ла өйрәнеп ҡайтты булдыҡлы ҡатын. Шуныһы ҡыуаныслы: белгәнен сер итеп йәшереп тотмай ул, башҡаларға ла кинәнеп өйрәтә.



Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники