![Үткәндәр һағышлы, бөгөнгөһө шатлыҡлы Үткәндәр һағышлы, бөгөнгөһө шатлыҡлы](https://bishaul.ru/uploads/posts/2017-11/thumbs/1511584767_1488901201_3-str-guzel-iskandarova.jpg)
Гүзәл килеп инеүе була, клуб эсе йәнләнеп, балҡып китә. Һәр саҡ кәйефе көр, шат тауышлы, алсаҡ ҡатындың йөҙөнән, әйтерһең дә, нурҙар һибелә. Ә инде ҡулдарына килгәндә… Алтын ҡулдар тигәндә, күҙ теймәһен, Гүзәлгә ҡарата ғына әйтелгәндер ул. Нимәләр генә ижад итмәй уның тылсымлы ҡулдары. Сигеү сикһенме, селтәр бәйләһенме йәки ҡашмау-түшелдерек, балитәкле күлдәктәр текһенме – барыһын да ҙур теләк, ихласлыҡ менән башҡара. Төрлө байрам сараларына сәхнә костюмдары тегеү уның өсөн бер ни түгел. Гүзәлдең һәр эше яңылығы, ҡабатланмаҫлығы менән айырылып тора. Һәр саҡ эҙләнә, башҡаларҙың тәжрибәһен бик оҫта файҙалана. Гәзит-журналдарҙа күрәме, ҡайҙандыр ишетеп ҡаламы – бара, күрә, өйрәнә. Һөҙөмтәлә сираттағы зауыҡлы сәнғәт әйбере донъяға тыуа. Тырыш кеше тырыш инде: Шишмә районына барып, балаҫ һуғырға ла өйрәнеп ҡайтты булдыҡлы ҡатын. Шуныһы ҡыуаныслы: белгәнен сер итеп йәшереп тотмай ул, башҡаларға ла кинәнеп өйрәтә.