1А.Б: Һаумыһығыҙ,хәйерле кис ауылдаштар, дуҫтар, туғандар һәм килгән ҡунаҡтар!
2А.Б: Сәләм һеҙгә һөйөп-һөйөлгәндәр, сәләм һеҙгә ғашиҡтар,сәләм һеҙгә мөхәббәт усағында яныусылар!
Бөгөн һеҙҙе ошо залда һау-сәләмәт күреүебеҙгә һәм сәләмләүебеҙгә сикһеҙ шатбыҙ.
1А.Б: Мөхәббәткә сорналған илаһи байрамдарҙың береһе- изге Валентин көнө лә килеп етте. Иң ялҡынлы хис-тойғо менән һуғарылған был матур көндә ғашиҡтар, ҡайнар һөйөүен иҫбатлап, бер-береһенә иҫтәлекле бүләктәр бирә, кемдер, ниһәйәт, үҙ «ярты» һына мөхәббәтен белдерергә көс таба.
2А.Б: Ғашиҡтар көнөнөң тарихы боронғо Италияға барып тоташа. III быуатта Рим императоры Клавдий указы менән кешеләргә никахҡа инеү ҡәтғи тыйыла. Йәнәһе ир-егеттең асылы-илгә хеҙмәт итеү, яҡшы һалдат булыу, ә ғаилә быға бик ҡамасаулай.
1А.Б:Йәш сиркәү руханийы Валентин, был ҡарарға ҡаршы сығып, йәшерен рәүештә һөйгәндәрҙе ҡауыштыра башлай.
Әммә ,күпмелер ваҡыт үткәс, яуыз теллеләр арҡаһында император был хаҡта белеп ҡала һәм руханиҙы зинданға ябырға,ә аҙаҡ язалап үлтерергә әмер бирәләр.
2А.Б: Яңғыҙлыҡтан яфаланған һәм дини китаптарынан айырылған Валентин төрмә башлығының ҡыҙына ғашиҡ була. Хатта уға арнап шиғырҙар ижад итә.Ҡыҙ ҙа уға шундай уҡ хистәр менән яуап бирә. Үлемгә дусар ителгән Валентин 270 йылдың 14 февралендә ҡыҙға һуңғы сәләмен - хушлашыу һүҙҙәрен яҙылған ҡағыҙҙы тапшырыуға өлгәшә.
1А.Б: Валентинды Римдәге Изге Праксидис сиркәүендә ерләйҙәр, ә изге йорттың ҡапҡаларын халыҡ «Валентин ҡапҡаһы» тип йөрөтә башлай.
Һуңғараҡ сиркәү уны изге шәхес тип иғлан итә, ә һөйгән йәрҙәр үҙҙәренең ҡурсалаусыһы итеп һайлай.
2А.Б: Бына шулай ҡыҙғаныс мөхәббәт тарихы. 18 быуат элек ғашиҡтарҙы ҡауыштырғаны өсөн язалап үлтерелгән изге йөрәкле Валентин хөрмәтенә барлыҡҡа килгән байрамды айырыуса АКШ, Рәсәй, Европа һәм БДБ илдәрендә көтөп алалар.
1А.Б: Изге Валентин көнөнөң символы тип ҡыҙыл рауза сәскәһе һанала.
Боронғо грек легендаһы буйынса, Афродита һөйгәненә ашыҡҡанда яңылыш сәнескеле ап-аҡ раузаларға баҫып, аяғын ҡаната. Уның ҡаны тамған раузалар мәңгелеккә ҡыҙыл булып ҡала.
2А.Б: Изге Валентин көнөндә ир-егеттәр гүзәл заттарға тап ошо сәскәне бүләк итә. Сөнки Афродитаның ҡанына буялған ҡыҙыл рауза иң ҡайнар һөйөүҙе йөрәктән-йөрәккә еткерерлек көскә эйә.
Был көндә, әйҙә, парлылар бәхеткә күмелһен, яңғыҙҙар икенсе яртыһын тапһын!
1А.Б: «Мөхәббәт ул-мәңгелек сер,
Мөхәббәт ул- татлы сир,
Мөхәббәт ул-беҙ икебеҙ,
Мөхәббәт ул-күк һәм ер!”
Ысынлап та ,хаҡ һүҙҙәр. Был донъяны мөхәббәтһеҙ күҙ алдына килтереп булмай.
2А.Б: Йылғалар ярһыҙ булмай,
Ҡыҙ-егет йәрһеҙ булмай.
Тауҙар менән тауҙар осорашмаһала
Йөрәк менән йөрәк осораша.
1А.Б: Ысынлап та мөхәббәткә юҡ кәртәләр
Ул йәшкә лә ҡарамай.
Кемдер балалар баҡсаһынан уҡ бер-береһен яҡын күрә, кемдер парта артында ултырғанда, ә күптәр уҡығанда, юғары уҡыу йорто тупһаһын тапағанда бер-берһен осората һәм ғашиҡ була. Ә бәғезеләр үҙ бәхетен ғүмер буйы эҙләй. Берәүҙәр уңа, берәүҙәр туңа.
Бер-береңде ихтирам итеп, бер-береңә тоғоро булып, ысын күңелдән һөйөү-үҙе бер бәхет.
2А.Б: Мөхәббәт хаҡында күпме йырҙар йырлана, шиғырҙар һөйләнә, театр сәхнәләрендә мәжһүр әҫәрҙәр ҡуйыла…
Былар барыһы ла- мөхәббәтле,ғашиҡ кешенең ижады.
Юҡҡа ғына : «Был донъяла шарап эсеп түгел, мөхәббәттән килә иҫерге»,-тимәгән бит шағир. Тормош йәмен тойоп, һөйөп, һөйөлөп йәшәйек!
Мөхәббәткә дан йырлайыҡ.
1А.Б: Мөхәббәттең дә үҙ миҙгеле, үҙ йәмдәре бар. Йәшлектәгеһе йәйҙәй ҡайнар икән, ҡартлыҡтағыһы көҙҙәй йылы һәм талғын.
Шуның һәр бер миҙгеленең йәмен һәм наҙын үҙенсә татыған һәм ғүмере буйы мөхәббәт хисен һаҡлай алған кеше бәхетле.
2А.Б: Мөхәббәт-ул хәтәр нәмә,
Илата ла йырлата,
Мөхәббәттә төндәр ҡыҫҡа,
Һә тигәнсе таң ата.
1А.Б: Мөхәббәт-ул яуыз нәмә,
Йоҡолар йоҡо түгел.
Һөйгәнең һинеке түгел
Ә һин уныҡы түгел.
2А.Б: Көскә-көскә тауға менеп,
Тәрән упҡынға төшөү,
Һөткә ауыҙҙы бешереп,
Һыуҙы ла өрөп эсеү.
1А.Б: Ә шулай ҙа мөхәббәт…
Мөхәббәт- хәт-т-әр,
Нәмә!
Йолҡошто атҡа мендерә
Ханды ҡол ҡол итер нәмә…
2А.Б: Һөйәһең икән, һөй ҡыҙҙың
Һылыуын,
Йәрең менән ғорурланһын ырыуың,
Ҡараштары өтөп алырлыҡ булһын,
Абынғанда тотоп ҡалырлыҡ булһын
Аҙашҡанда юл күрһәтерлек булһын,
Әйтер һүҙе көтөп алырлыҡ булһын,
Хәтәр юлдан бергә үтерлек булһын.
Викторина.
1. Мөхәббәткә сикләүҙәр кәртә була аламы? (Юҡ, сөнки кешене һөйгән мөхәббәтенән айырһалар ҙа күңелдәрен айырып алып булмай.)
2. Кешенең милли һыҙаттары тойғолар көсөнә йоғонто яһаймы?
(Яһай. Ббеҙҙең мосолман ҡатын-ҡыҙҙары тыйнағыраҡ, ҡырыҫыраҡ һәм тойғоларын йәшереберәк тота. Әгәр беҙҙең ҡыҙҙар ҙа мәрйәләр кеүек йылмайышып, арбарға тырышып йөрөһәләр, егеттәребеҙ. Бәлки гел мосолман ҡыҙҙарына өйләнерҙәр ине.)
3. «Ирекле мөхәббәт»-кә нисек ҡарайһығыҙ?
4. Йәшәй-йәшәй, һуңынан мөхәббәт бер-береңә күнегеүгә күсә, тигәндәре менән килешәһегеҙме? (Юҡ, сөнки ысын һөйөү бер ҡасан да юҡҡа сыҡмай.)
5. Йәшерен мөхәббәт бәхетме, бәхетһеҙлекме?
6. Нимә ул мөхәббәт? Бармы ул? Булһа нисегерәк күрәһегеҙ уны йә булмаһа тояһығыҙ? (Бар ул мөхәббәт Ул ике төрлө тип уйлайым. Беренсе һәм хүмерлек
7. Оло мөхәббәттең фәжиғәһе ниҙә?(Аяулыҡты, киң донъяны,
8. бүтән кешеләрҙе күреү һәләтен юғалта. Бүтәндәрҙе лә, үҙебеҙҙе лә сама белеп яратайыҡ.)
Ғашиҡтар көнө үҙ яртыларын тапмағандарға мөхәббәттәренең башланғысы булып китһен. Ә бер- береһен һөйөүселәр мөхәббәт усағын һүндермәһен.
Сценарийҙы төҙөнө: Ф. Абдрафикова, 2010 йыл.