БишауылУңғар ауылы эргәһендәге Ташлыкүл буйындағы яланда “Бал ҡорто” төшөрөлгән һабантуй флагы елберләй. Уны лайыҡлы егет өҫтәл теннисы буйынса республика, Рәсәй, хатта халыҡара турнирҙар призеры, гимназия уҡыусыһы Тарас Медведев күтәрҙе. Бал ҡорто уңған, эшһөйәр, изге күңелле бит. Юҡҡа ғына үҙен балалар ойошмаһының символы итеп һайламағандар шул. Бар уҡыусыларҙың да алдынғы булыуын теләй ул үҙе. Балалар һабантуйына ла нәҡ шундайҙар – райондың яҡшы билдәләргә өлгәшеүсе, спорт менән дуҫ булыусы, йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашыусы малайҡыҙҙары йыйылған. Уларға ҡарап һөйөндө, ғорурланды бал ҡорто һәм балаларҙың күңелле байрамы хаҡында һеҙгә лә бәйән итергә булды.
…Һабантуй майҙаны гөлсәскә тиерһең, шарҙар тотҡан, шат йылмайыулы малайҡыҙҙар теҙелгән. Уларҙы байрам менән район хакимиәте баш лығы Фәнзил Сыңғыҙов, Башҡор
тос тан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратынан килгән ҡунаҡ Валентина Влади ми ровна Лати пова, мәға риф бү леге началь нигы Әлфир Саби ров, пионер ойошмаһында фиҙа кәр
хеҙмәт юлын үткән хеҙмәт ветераны Мәрйәм Абакачева ҡотланы һәм ихлас сәләмләне.
Бөгөнгө байрам әх ла ҡи күтәренкелек бирһен, мәҙә ниәт кә, тарихҡа ихтирамлы мө нәсәбәт тәрбиәләүҙә бер аҙым булһын. Артабан да тырышып уҡығыҙ, һеҙгә киләсәктә район
ды етәкләүсе, уны алға күтәреүсе шәхестәр булып үҫергә яҙһын, тине район башлығы Фәнзил Фәйез улы үҙенең ҡотлау сығышында.
Байрамдың рәсми өлө шөнән һуң төрлө уйындар, күңел асыу саралары, спорт ярыштары башланды. Һабантуй майҙанына ҡарап күңел күтәрелә эй, шатлана балалар, эй,
ҡыуана, рәхәтләнеп уйнай. Район Пио нер ҙар һәм мәктәп уҡыусылары йорто уларға ҡыҙыҡлы уйындар әҙер лә гән – кемдер көйәнтә менән һыу ташыуҙа ярыша, икенселәр
арҡан тарта, йомоҡ күҙ менән епкә эленгән бүләктәрҙе киҫә, тоҡсай кейеп йүгереүҙә уҙыша.
Бар яланға ағылған дәртле көй күңелдәрҙе күтәрә. Һәүәләй, Ҡа баҡ, Олокүл ауылдарының “Эльдорадо”, “Бен же”, “Вояж” бе йеү төркөм дәре малайҡыҙ ҙа ры бәләкәй генә дискотека
ла ойоштороп ебәрҙе – брейкданс стилендәге бейеүҙәре менән шатландырҙы. “Киләсәктә бындай стилдәге бейеү майҙан сы ғы булһын, конкурстар ойош торолһон ине һабантуйҙа”,
– тигән теләктә улар.
Ҡарашым һабантуй майҙа ны ның иң сағыу мөйөшөнә төштө. Әә, мәктәптәр эшләгән ҡаласыҡтар шундай матур булып теҙелгән икән! Һәр береһен айырым осоп ҡарап сыҡтым,
бик ижади әҙерләнгән уҡыу сылар һәм уҡытыусылар кон курс ҡа. Һәр ҡаласыҡта рес публи калағы Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, илдәге Рәсәй тарихы йылына, Ва
тан һу ғы шында еңеүҙең 200 йыл лы ғына, Пио нерияның ойошто ролоуына 90 йыл тулыуға бағыш лан ған стендтар һәм күргәҙмәләр урын алған. 1се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе
ҡаласығындағы туп (пушка, уны мәктәп директоры Зөлфәр Әнүәр улы Сәхипов эшләгән), Ҡарлыман урта мәк тәбе уҡыусыларының ағастан яһалған һуғыш ҡоралдары, шулай уҡ
ағасты уйып эшлән гән матур һүрәттәр, Иҫке Муса, Боҙа яҙ, Ибра һим, Ҡамышлы ауылда рын дағы боронғо ҡомарт ҡылар, Бе кет мәктәбенең төрлө мате риал дарҙан эшләнгән хәр би
кешеләре, ҡо ралдар, туп, си тәндәре, Иҫке Бә пестәрҙә иген урғыс, көлтә һуҡҡыстың, һуҡа ның макет тар ы, күп ҡаласыҡ тар ҙа урын алған балаларҙың ҡул эштәре бигерәк оҡшаны.
Башҡаларҙан айырмалы рәүеш тә, Малай мәктәбе уҡыу сылары милли йолаларға өҫтөн лөк бир гән, ихаталарын тирмә биҙәй, баш ҡорт халыҡ кейем дә рендәге ҡыҙ ҙар һәм ҡурай
тартыусы егеттәр байрамға йәм өҫтәй, ни тиһәң дә, һабантуй – милли байрам бит, шуға күрә милли йолаларға урын күберәк булырға тейештер. Олокүл мәктәбе ҡаласығында
уҡытыусыларҙың бала сағындағы пионер тормо шон сағылдырыусы фотолар, төрлө журналдар ҙа иғтибарымды йәлеп итте. Район уҡыусылары бик тә оҫта, ижади ҡарашлы булыуы
хаҡында һөйләне ҡала сыҡтар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был юлы һабан туй ҙа милли үҙенсә лек тәрҙе билдә ләүсе элементтар бик аҙ булды.
Сәхнәгә бербер артлы йондоҙҙар сыға. Эйе, йондоҙҙар, сөнки “Яҙ ғы тамсылар”, “Еҙ үксә” бәй геләрендә еңеүселәр, ысын мәғәнәһендә талант эйәләре бит!
Уҡыусылар ниңә был урынға йыйылған икән, тиһәм, ҡыҙыу рәүештә көрәш бара икән дә. 35 кгға тиклем, 45 кгға тиклем, 45 килограмдан күберәк ауырлыҡ категорияларында
көс һынаша малайҙар. Ҡыҙҙар, беле геҙ, Үтәгән, Иҫке Муса, Һәүәләй, Иҫке Бәпес, Атйетәр мәктәп тә ренең йәш батырҙары бигерәк таһыллы! Ярыш көсөргәнешле барҙы, шулай ҙа
Һәүәләй егете Райхан Сәйфетдинов барыһы нан да оҫта булып, абсолют чемпион исемен яуланы. 35 кило грамға тиклемге категорияла 3сө урында Азамат Ураҙғолов (Иҫке Муса), 2
се урында Фидан Мәһәҙиев (Үтәгән), 1се урында Динар Сәфиуллин (Һәүәләй). 45 килограмдан алып һәм унан күберәк кате горияла Иҙел Дил мөхәмәтов (Иҫке Бәпес), Вилдан
Мифтахов (Иҫке Бәпес), Айҙар Санъяровтар (Атйетәр) еңеүсе булһа, 45 кгға тиклемге категорияла Марсель Мәһәҙиев (Үтә гән), Илгиз Батыров (Һә үәләй), Райхан Сәйфетдиновтар
алдын ғылар рәтендә.
Интеллектуаль спорт төрөн үҙ итеүселәр иһә шашка уйнай. Бында ла байтаҡ балалар йыйылып киткән. Мауыҡтырғыс ярышта Р. Ишмөхәмәтов (2се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе, 1
се урын), Р. Сәғитов (Шәрипҡол мәктәбе, 2се урын), Р. Кәримов (Алайғыр мәктәбе, 3сө урын), Л. Сәйфетдинова (БишауылУңғар мәктәбе, 1се урын), А. Ғүмәрова (Ҡарлыман
мәктәбе, 2се урын), А. Шәмсетдинова (Ҡарлыман мәктәбе, 3сө урын) үҙҙәренең көслө шашкасы икәнен дә лил ләне. Афариндан башҡа һүҙ юҡ!
Бына дружи наларға теҙелергә әмер бирелде. Балалар сәхнә алдына йыйылды. Бында уларҙы кү ңелле ваҡиға көтә ине бү лә кләү башланды. Район, республика, Рәсәй, хатта халыҡ
ара кимәлдә төрлө конкурсолим пиа даларҙа, смотр ҙарҙа, фәнниғәмәли конфе рен ция ларҙа, спорт ярыштарында ҡат нашып, призлы урындар яулаусы 50гә яҡын уҡыусыға иҫтәлекле
бүләктәр тап шы рыл ды. Талант лы уҡыусылар күп икән Ҡыр мыҫ ҡалыла! Ошонда уҡ көрәшселәр бүләк ләнде һәм ҡаласыҡтар буйынса уҙғарылған конкурсҡа йомғаҡтар яһалды.
“Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы” номина цияһында Боҙаяҙ, Си хон кин, “Рәсәй тарихы йылы” номинацияһында Ҡар лы ман һәм 2се Ҡырмыҫҡалы, “Пио
нер ияға 90 йыл” номина ция һында Сахай, Подлуб, “Деко ра тивһынлы (прикладное) сән ғәт” номинация һында Биша уылУңғар мәктәп тәре еңде. Ә 1се Ҡырмыҫҡалы, Малай
һәм Олокүл мәктәптәре ҡаласыҡтар буйынса еңеүсе тип табылды. Мәғариф бүлеге начальнигы Әлфир Сабиров алдынғыларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Бының менән байрам тамамланманы әле – иң күңелле мәл, пионер усағы ҡабыҙылды, уҡыу сы лар уның янына йыйылып, йыр ҙар йырланы. Бы нан һуң “Кәнфит ҡағыҙы” опера
цияһы башланды. Уҡыу сылар яландағы сүпсарҙы “һә” тигәнсе йыйып, таҙартып та ҡуйҙы. Иң күп сүп йыйыусылар бүләктәр алды.
Уҡыусыларҙың күңе ленә шат лыҡ нурҙары һирпте, тағы ла тыры шыбыраҡ уҡырға, үҙеңде ҡайҙа ла һәйбәт тоторға өндәне, дәрт, рух күтәренкелеге өҫтәне был байрам.
Киләһе йылда осраш ҡанға тиклем, Ташлыкүл буйы!