-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Салғы сыңлай, гөр килә туғай

Салғы сыңлай, гөр килә туғай

Категория: Байрамдар | 5-07-2014, 10:29 | Просмотров: 3388

Салғы сыңлай, гөр килә туғайБишауыл-Уңғар ауылының хозур тәбиғәтле Ҡамышлыкүл буйында иҫ киткес матур байрам үтте. Ул – бесән әҙерләү йолаһын сағылдырған тамаша. Халҡыбыҙҙың бар тарихи булмышы мал аҫрау менән бәйләнгәнлектән, ул көнкүрештең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып ҡала бирә. Халыҡ йәшәй икән, уның йолалары ла ғүмерле, быуындан быуынға күсә килә.

Талдан үреп, тирмә формаһында эш­лән­гән ҡоролма тирә-йүнгә йәм өҫтәй. Уны зауыҡлы итеп, бар оҫталығын һалып хеҙмәт ветераны Хәбир Дәү­ләтбаев яһаған. Элегерәк халыҡ бесәнде ҡуна ятып сапҡан. Бер нисә көнгә һу­ҙыл­ған ҡыҙыу мәлдә ҡыш­ҡылыҡҡа дарыу үләндәре йыйырға ла, мунса миндеге бәйләргә лә, еләк-емешен хәстәрләргә лә өлгөргән ауыл халҡы. Йола байрамын ойоштороусылар ана шуны сағылды­рырға ынтылған. Ашарға бешереү, сәй ҡайнатыу, ҡул сайҡау кәрәк-ярағы ла хас яландағыса. Эленеп торған сәңгелдәк шулай уҡ үткән заманды хәтер­ләтә: бе­сән мәлендә сабыйҙың урыны ата-әсәһе эшләгән ерҙә булған. “Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра” тигән мәҡәл ана шул ҡы­ҙыу осорҙо күҙ уңында тотҡан да инде.

Байрамға районыбыҙҙың барлыҡ би­лә­мәләренән вәкилдәр килгәйне. Был төрлө милләт халҡының борондан кил­гән дуҫлығын, татыулығын сағыл­дыра, шу­лай уҡ күмәк эштең ырам­лы, отошло булыуына ишара ла. Тамаша барышында бергәләп дуҫлыҡ кәбәне өйөп ҡуйылыуы – ана шуға дәлил.
Байрамда район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, республиканың мәҙә­ниәт министры Әминә Шафиҡова, Баш­ҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Зөһрә Исмәғилева халыҡты тәбрикләп сығыш яһаны, ихлас теләк­тә­рен еткерҙе. Улар ошо боронғо йоланы тергеҙеүҙең йәш быуынды тәр­биәләүҙә ыңғай йоғонто яһауына, халыҡ­тар дуҫ­лы­ғының, берҙәмлегенең арта­бан үҫеүенә булышлыҡ итәсәгенә ышаныс белдерҙе.

Төрлө уйындар, ярыштар гөрләп тор­ҙо. Тоҡ кейеп, йомортҡа һалынған ҡалаҡ ҡабып йүгереү, арҡан тартышыу тиһең­ме… Әммә иң ҡыҙығы бесән сабыу яры­шы булғандыр. Ирҙәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты. Кем еңеүсе булыр? Беренселекте Бишауыл-Уңғар ауылынан Рамазан Сәхибгәрәев менән Гөлсинә Фәйзуллина яуланы. Гөлсинә ҡайһы бер ирҙәреңдән дә таһыллыраҡ икән. Еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр менән баһаланды. Афарин!

Бесән әҙерләү йолаһы байрамы театр­лаштырылған тамаша рәүешендә ойошторолдо. Бишауыл-Уңғар ауылы клубы мөдире Фәһимә Абдрафиҡова етәксе­легендә Әнисә Меркулова, Хәбир Дәүләт­баев, Хөсәйен Фәттәхов, Фәнзилә Хи­са­мова, Әлфиә Хәй­ретдинова, Флүрә Заһиҙуллина, Гүзәл Искәндәрова, Риф Мөхә­мәт­ҡолов, Азалия Теүәлбаева, Фәнис Мирхәйҙәров, уҡыусылар Аделина һәм Әлиә Мөьминовалар, Линара Сәй­фет­динова, Эвелина Абдуллина, Алина Насирова, Гүзәлиә Теүәл­баевалар ҙа үҙ ролдәрен бик уңышлы атҡарҙы.

Төрлө ярыштар, уйындар уҙғарғанда район мәҙәниәт йорто артистары, үҙеш­мәкәр сәнғәт коллективтары байрамға йәм өҫтәне.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники