-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Уҡытыусылар көнө менән!

Уҡытыусылар көнө менән!

Категория: Байрамдар | 5-10-2010, 18:17 | Просмотров: 5437

Уҡытыусылар көнө менән!
Беҙҙең һәр беребеҙҙең уҡытыусылары бар. Уларҙың һабаҡтары беҙҙе тормош юлынан алып бара, беҙгә көс бирә. Тап ошондай уҡытыусыларҙың тырышлығы менән беҙ әхлаҡи әҙерлек алабыҙ. Тап уларҙың ярҙамы менән беҙ ғүмер буйы үҫәбеҙ.

Бөгөн пелагогтарҙың һөнәри кимәленә ҡарата талаптар ярайһы уҡ артты. Уларҙың эшенең һөҙөмтәлелеге өлгәш буйынса ғына түгел, шулай уҡ улар уҡытып сығарған уҡыусыларҙың ысын компетентлығы, конкуренцияға һәләтлелеге һәм уларға ихтыяж менән билдәләнә. Заман уҡытыусыһы инновацион технологияларға һәм уҡытыу сараларына эйә булырға һәм, тәү сиратта, үҙ аллы фекер йөрөтөргә, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә һәм үҙе һайлаған юл өсөн яуаплылыҡҡа эйә булып өйрәнергә тейеш.

Әлбиттә, педагогия хеҙмәткәрҙәренең матди хәлен һиҙелерлек яҡшырта алманыҡ. Уларға ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре республикала иң мөһимдәрҙең береһе булып ҡала. “Мәғариф” милли проектына, айырым маҡсатлы республика программаларына ярашлы хеҙмәткә түләүҙең һәм дәртләндереүҙең яңы системаһы ошо бурысты тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә. Беҙ был эште ғәмәлгә ашыра алырбыҙ, тип ышанам. Уҡытыусының хеҙмәте абруйлы буласаҡ һәм уның өсөн лайыҡлы түләнәсәк.

Һеҙгә һаулыҡ һәм именлек, һайлаған эшегеҙгә тоғролоҡ, яңы ижади ҡаҙаныштар һәм уҡыусыларығыҙҙың рәхмәтле булыуын теләйем.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники