Ауыр заманға тура килһә лә уларҙың йәшлеге бирешмәнеләр, сәмләнеп, дәртләнеп, мөхәббәтле тормош кисерҙеләр.
Илленсе яҙ, бергә
Илленсе йәй килә,
Ниңә икән шулай ашыға?
Уларҙы һис сарсап көтмәһәк тә,
Үҙҙәре үк елә ҡаршыға.
Тормош көтөү- диңгеҙ кисеү, тиҙәр,
Ә диңгеҙҙәр тормай тулҡынһыҙ.
Тормош дулҡындарын баҫыу өсөн
Йәшәп булмай һөйөү-ялҡынһыҙ.
Яратышыу еңел саҡта түгел,
Ауырлыҡтар менән һынала.
Бер-береһен һөйгән парҙар ғына
Ауырлыҡты еңеп сыға ала.
Заигншина Зилә Хазивәли ҡыҙы 1936-сы йылдың авгусында күп балалы ғаиләлә 13-сө бала булып донъяға килә.14 бала араһынан 2 ағаһы һәм Зилә Хазивали ҡыҙы ғына иҫән-һау сәләмәт үҫәләр.
Бала сағы еңелдән булмай.
Һуғыш осорондағы ауыр тормош уларҙың ғаиләһен дә урап үтмәй. Әсәһе Ҡырмыҫҡалы районы “Чапаев» исемендәг колхозда бригада бригадиры булып эшләй. Атаһы 40 йәш өҫтөндә гүр эйәһе була.Зилә Хазивали ҡыҙы Олокүл башланғыс мәктәбен тамамлап Сахай урта мәктәбендә 3 йыл белем алғандан һуң уҡыуын Бишауыл-Унғар урта мәктәбендә дауам итеп 10-сы классты уңышлы тамамлай. Хеҙмәт юлын ул 1957-се йылда сельпола пекарниҙә икмәк бешереүсе булып башлай. Алдынғылар рәтендә булғаны өсөн шул уҡ йылды уны сельпо кассиры итеп үрләтәләр. 1959 йылда сельпо юнәлеше менән уҡырға направление бирәләр. Бер йыл уҡығандан һуң Ҡарламан ға кайтып кассир- һатыусы булып эш башлай.
Табыштылар беҙҙең йөрәктәр,
Ҡауыштылар беҙҙең теләктәр,
Шатланһын да дуҫтар һоҡланһын
Мөхәббәттең ошо ҡайнарлығы
Ғүмер буйҙарына һаҡланһын.
1959-сы йылдың февраль айында Бишауыл-Унғарҙың беренсе сибәре комсорг егет Марат Загидуллин менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр.
Таң тыуҙымы күҙҙәреңә бағам,
Тәүге тапҡыр ғына баҡҡандай.
Ҡояш һинең өсөн сыға һымаҡ,
Таңдар һинең өсөн атҡандай.
Белмәй ҡалма берүк, һиҙмәй ғалма,
Иртәләрҙең нуры, иркәм, һин.
Ҡаршылайыҡ бергә иртәләрҙе,
Һәр бер иртә-һөйөү иртәһе.
Загидуллин Марат Шәмсетдин улы 1931 йылда Бишауыл-Унғар ауылында ғаиләлә 3-сө бала булып донъяға килә. Бишауыл- Уңғар урта мәктәбен тамамлағандан механизаторҙар курсын тамамлағандан
һуң хәрби хеҙмәткә алына. Хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәтен тамамлап тыуған ауылына ҡайта. Хеҙмәт юлын ул колхоздың комсомол ойошмаһы комсоргы булып башлай. «Фрунзе»исемендәге колхоздың беренсе бригадаһында бер-нисә йыл бригадир булып эшләгәндән һуң Һатыу өлкәһендә 9 йыл директор вазифаһын башҡара. Артабанғы хеҙмәтен МТС-та экспедитор булып эшләп хаҡлы ялға сыға.
Бөтә ғүмер-осош, мин дә шулай
Осоп киттем әсәм ҡулдарынан.
Ул йүнәлгән донъя серҙәренә,
Оса хыял асыш юлдарына.
Марат ағай менән Зилә апай 50 йыл бергә татыу, мәғәнәле, фәһемле, күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ тормош юлы үтәләр. Ошо йылдар эсендә ике бала: 1 ул һәм 1 ҡыҙ бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Юғары һәм махсус белем биреүгә күп көс һалалар.
Ғүмер үтә, үтә, үтә, тибеҙ,
Буламы һуң тотоп ноҡталап.
Ғәжәпләнәм тағы: үтмәһә бит,
Үтмәһә бит ғүмер туҡтала.
Барһын ғүмер,
Бер ни туҡтамаһын-
Бөтәһенән шуны үтенәм.
Ғүмер үткәненә үкенмәйем,
Бушҡа үтһә генә үкенәм.
Әсәй миңә һамман кәңәш итә,
Ерҙә йәшә, тип, йондоҙ яндырып,
Ҡарашың күктә булһа ла, йәшә,
Бөтә яҡтыңды ерҙә ҡалдырып.
Бишауыл-Унғар ауылында йәшәүсе Загидуллин Марат Шәмсетдин улы һәм Зиганшина Зилә Хзивали ҡыҙының бергә татыу ғүмер кисереүҙәренә 50 йыл айҡанлы төҙөлгән альбом.
Бишауыл-Унғар ауылы 2010 йыл.
Төҙөнө : клуб мөҙире Ф. Абдрафикова.
Төҙөнө : клуб мөҙире Ф. Абдрафикова.