Бишауыл-Уңғар ауылы мәҙәниәт йортоноң ишеге һәр саҡ асыҡ. Әле “Мираҫ” фольклор төркөмөнөң, әле вокал түңәрәгенең репетициялары, әле ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәрҙең бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашыуы – клуб һәр саҡ гөрләп тора. Мәҙәниәт йортона йыр, театр, бейеү сәнғәтенә ғашиҡ булған һәләтле кешеләр йыйыла. Ана шуларҙың көсө менән төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә алдынғы урындар яулана, район, республика кимәлендәге күркәм саралар юғары кимәлдә уҙа. Уңыш сере нимәлә? Әлбиттә, мәҙәни ойоштороусы Фәймә Ғаяз ҡыҙы Абдрафиҡованың бик матур, эшлекле төркөм туплай алыуында. Бөгөнгө һүҙем ана шул төркөмдөң әүҙем бер ағзаһы, тынғыһыҙ, бар яҡтан да һәләтле, гүзәл зат – Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Искәндәрова тураһында.
Гүзәл килеп инеүе була, клуб эсе йәнләнеп, балҡып китә. Һәр саҡ кәйефе көр, шат тауышлы, алсаҡ ҡатындың йөҙөнән, әйтерһең дә, нурҙар һибелә. Ә инде ҡулдарына килгәндә… Алтын ҡулдар тигәндә, күҙ теймәһен, Гүзәлгә ҡарата ғына әйтелгәндер ул. Нимәләр генә ижад итмәй уның тылсымлы ҡулдары. Сигеү сикһенме, селтәр бәйләһенме йәки ҡашмау-түшелдерек, балитәкле күлдәктәр текһенме – барыһын да ҙур теләк, ихласлыҡ менән башҡара. Төрлө байрам сараларына сәхнә костюмдары тегеү уның өсөн бер ни түгел. Гүзәлдең һәр эше яңылығы, ҡабатланмаҫлығы менән айырылып тора. Һәр саҡ эҙләнә, башҡаларҙың тәжрибәһен бик оҫта файҙалана. Гәзит-журналдарҙа күрәме, ҡайҙандыр ишетеп ҡаламы – бара, күрә, өйрәнә. Һөҙөмтәлә сираттағы зауыҡлы сәнғәт әйбере донъяға тыуа. Тырыш кеше тырыш инде: Шишмә районына барып, балаҫ һуғырға ла өйрәнеп ҡайтты булдыҡлы ҡатын. Шуныһы ҡыуаныслы: белгәнен сер итеп йәшереп тотмай ул, башҡаларға ла кинәнеп өйрәтә.