Тыуған мәктәбен тамамлап ,Салауат педогогия колледжына юллана. Колледжды тамамлап , тыуған мәктәбенә уҡытырға ҡайта. Хеҙмәт юлын башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлап ебәрә.
Ныҡышмалылығы, белемгә ынтылыу көсө уны М. Аҡмулла исемендәге педогогия университет ына алып килә.
1996 йылда университетты уңышлы тамамлағандан һуң тыуған мәктәбендә ең һыҙғанып эшкә тотона.
Үҙебеҙҙең телебеҙҙе, милләтебеҙҙе үҫтереү, киләсәк быуынды милли рухта тәрбиәләү ниәте менән мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
2004 йылдан бөгөнгә тиклем уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары эшен дә алып бара.
Рәмилә апайым миңә һәр ваҡыт өлгө булып тора. Минең уҡытыусы һөнәрен һайлауыма ла ул булышлыҡ итте. Күңелемдә күптән йөрөткән һорауҙарымды биреп уның менән әңгәмәләшергә булдым.
-Рәмилә Флорит ҡыҙы, йәшәү мәғәнәһен һеҙ ниҙә күрәһегеҙ?
-Үҙемде уратып алған кешеләргә ҡарап, ошо хаҡта йыш ҡына уйҙарға сумам.Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен һәр кем үҙенсә аңлай. Берәүҙәр өсөн ул байлыҡ йыйыу, икенселәр өсөн дан- шөһрәткә ирешеү. Ә минең өсөн- яратҡан эшеңде намыҫ менән башҡарып, тыуған халҡыңа тоғро хеҙмәт итеү.
Билдәле, уҡытыусы булараҡ балаларға белем һәм тәрбиә бирәм, уларҙың һәр ҡайһыһының киләсәктә илебеҙҙең лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары булып үҫеүен теләп, ҙур тормош юлына әҙерләйем.
-Ни өсөн уҡытыусы һөнәрен һайланығыҙ?
-Беҙҙең нәҫелдә изге һөнәр- уҡытыусы һөнәрен үҙ итеүселәр байтаҡ.
Шуғалырмы, күңелемә башҡа һөнәр эйәһе булыу теләге инеп тә сыҡҡаны булманы. Бала саҡтан уҡ, уҡыу йылдарында, үҙемде уҡытҡан уҡытыусыларыма һоҡланып ҡарай торғайным.
-Маҡсатығыҙҙы нимәлә күрәһегеҙ?
-Бар маҡсатым –уҡыусыларыма төплө белем һәм тәрбиә биреү. Әлбиттә бындай яуаплылыҡты уҡытыусы һөнәре иңдәремә ятҡас ҡына аңланым.
Минең яҙмышым-илем, халҡым яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡанына инандым. Тимәк, мин үҙ көнөм өсөн генә түгел, ә халҡым киләсәгенә лә яуаплы икәнмен.
-Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?
-Киләсәктә уҡыусыларымдың үҙ урынын табып, илебеҙгә, халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итһендәр ине тигән теләк менән көн дә яратҡан эшемә ашығам.Һәр баланың күңеленә үтеп инерлек һүҙҙәр табып, уларҙың алдағы көндәрҙә «ҙур кеше» булып үҫеүҙәренә ышандырыу алға ҡуйған пландарымдың береһе булһа, район һәм республика күләмендә үткәрелгән олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашыу теләге менән янып йәшәйем.
-Уҡытыусы эше күп көс һәм ваҡыт талап итә. Эшегеҙ ғаиләгеҙгә нисегерәк йоғонто яһай?
-Ғаиләмдә мине яратыусы, аңлаусы тормош иптәшем һәм ҡыҙҙарым бар. Аллаға шөкөр , ғаиләмдә лә аңлашып, бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәйбеҙ.
Берҙәмлектә көс тигәндәй. Эш төрөн айырмайбыҙ. Ниндәй генә эш булһа ла ғаиләм менән бергәләп башҡарабыҙ. Тағы ла шуны әйтергә була, тормош иптәшем дә уңған, тырыш кеше. Балаларым , мин тип өҙөлөп тора.
Өйҙә таҙа, һау-сәләмәт, тырыш ғаиләм булыу, эшемә илһам бирә.
-“Бәхетлеме, һин, апай”, тигәнгә ул уйлап та тормайынса «Бәхетлемен»
Тип яуап бирҙе.
-Аптырабыраҡ уға ҡарағас, ул һүҙен дауам итеп:
-Бәхетлемен, сөнки илемә, халҡыма кәрәкле,файҙалы, яратып башҡарған эшем бар, ихтирам иткән дуҫтарым, туғандарым, коллегаларым, һөйөп-һөйөлөп йәшәгән тормош иптәшем, ҡыҫып һөйәргә аҡыллы,таҙа, һау-сәләмәт, матур балаларым, кәңәшләшеп йәшәргә атай-әсәйем иҫән.
Тыуып үҫкән ауылымда , эш һәм тормош уңыштары менән йәшәп ятыуыма сикһеҙ шатмын , донъялар ғына имен торһон.
Эйе, 20 йыл ашыу Бишауыл-Уңғар мәктәбендә 1 категориялы уҡытыусы булып яратҡан эшен башҡара. Уның эшенә бирелеп китеп эшләүе тураһанда уҡыусыларының район һәм республика кимәлендә алған лайыҡлы урындары һөйләй. 2006 йылда үткән «ЮННАТ» республика конкурсында уның уҡыусылары дипломға лайыҡ булды.Ә «Һандуғас» бейеү ансамбле 2009 йылда «Алтын Үксә» бейеү конкурсында 3 дәрәжә дипломанты , ә 2010,2011 йылдарҙа 2 дәрәжә дипломанты булдылар. Шулай уҡ 2009 йылда үткәрелгән «Башҡортостан ынйылары» фольклор этнографик конкурсында уның уҡыусылары яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп, «Сылбыр» халыҡ уйындары наминацияһына лауриат тип баһаланды.
Йылдың-йылы Рәмилә апайымдың уҡыусылары «Урал батыр» конкурсында республикабыҙҙа алдынғы урындарҙы яулайҙар. Уның етәкселегендә йыл һайын яңы экспонаттар менән тулыландырып мәктәптәге крайҙы өйрәнеү музейы эшләп килә. Шулай уҡ «Йәйғор» пионер ойошмаһы эше лә юғары кимәлдә ойошторолған. Быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2011 район конкурсында ҡатнашып еңеүсе исемен яуланы һәм артабан район намыҫын яҡлап , республика күләмендә уңышлы сығыш яһап, маҡтау грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләк менән бүләкләнде.
Рәмилә апайым, һеҙгә артабан да еңел булмаған,тынғыһыҙ эшегеҙҙә тик уңыштар юлдаш булһын. Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен.
Ләйсән Абдрафикова.
Бишауыл-Уңғар ауылы.
Бишауыл-Уңғар ауылы.