Иҫке Бәпес мәҙәниәт йортонда уҙған тантаналы сара ла йылы осрашыуға әүерелде. Билдәле яҡташын ғүмер байрамы менән ҡотларға ауылдаштары, туғандары, әҙәбиәт һөйөүселәр килгәйне. Сәхнә түрендә - Барый Миңлеғәлим улы. Сал сәсле булһа ла, етеҙ хәрәкәтле, нурлы ҡарашлы ул. Бөгөн танылған әҙип ҡотлауҙар, йылы һүҙҙәр ҡабул итә. Намыҫ менән үткән ғүмер юлы, бай ижады менән лайыҡ ул ҙур тәбрикләүҙәргә. Тәүге ҡотлау һүҙен район хакимиәте һәм Советы исеменән муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Ғәйфуллин әйтте. Ул яҡташ яҙыусыбыҙҙың ижадына байҡау яһап, район Советының Рәхмәт хатын тапшырҙы. «Изге Ҡырмыҫҡалы еренең иҫ киткес йәмле тәбиғәтле Иҫке Бәпес төбәге Һеҙгә үҙенең серен һәм көсөн биргән. Бәлки шуға ла күңелегеҙ ижадҡа тартылғандыр. Көнүҙәк ваҡиғаларҙы сағылдырған әҫәрҙәрегеҙ менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелен яуланығыҙ, шағир булараҡ үҙегеҙҙе таныттығыҙ,» - тип изге теләктәр еткерҙе Азамат Муса улы.
Өфөлә йәшәүсе яҡташтар ойошмаһы рәйесе, «Тамаша» журналы мөхәррире Ф. Ҡоҙаҡаев Барый Миңлеғәлим улына БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары З. Рәхмәтуллина ҡул ҡуйған Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы. «Һеҙ шиғриәттә һәм прозала лайыҡлы урын алдығыҙ, журналист булараҡ та танылыу яуланығыҙ. Көнүҙәк ваҡиғаларҙы сағылдырыуығыҙ менән әҙәбиәтебеҙҙең алғы сафында бараһығыҙ,» - тип әйтелә унда.
Фәнил Шәмсетдин улы Барый Ноғомановтың шулай уҡ яҡташтар ойошмаһы эшендә лә әүҙем ҡатнашыуын, һәр саҡ ҡыҙыҡһынып тороуын, фәһемле кәңәштәр биреүен дә билдәләне. Яҡташтар ойошмаһы һәм «Ағиҙел» журналы исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы. Б.Ноғомановтың ҡәләмдәше, билдәле шағир, Салауат Юлаев исмендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар яҡташ яҙыусыбыҙҙың ижадына ҙур баһа бирҙе.
-Ҡырмыҫҡалыға, бәрәкәтле ергә, таланттар төйәгенә һәр саҡ тулҡынланып, ашҡынып киләм. Дуҫым, ҡәләмдәшем Барый Ноғомановтың юбилейы Башҡортостан яҙыусылары съезы алдынан үтеүе лә символик мәғәнәгә эйә. Ул заман саҡырыуы буйынса ижад итеүсе әҙип. Ижадын әҙәби тәнҡит юғары баһаланы. Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә документаль-художестволы әҫәр ижад итеүсе берҙән-бер яҙыусы тиһәм дә яңылышмам. Ижадташ дуҫыма һаулыҡ, уңыштар теләйем, - тине ул.
Билдәле шағирә Әнисә Таһированың һүҙҙәре лә залда ултырыусыларҙы тулҡынландырмай ҡалманы:
– Беҙҙең - бала саҡтары һуғыш йылдарына тура килгән шағирҙар өсөн, был быуындың һәр вәкиленә кеүек үк, тормош еңелдән бирелмәне. Халҡыбыҙға, илебеҙгә тоғро хеҙмәт иттек. Башҡа ҡундырып тороусылар ҙа күп булды. Бөгөлһәк тә һынманыҡ. Барый ҙа бик тырыш, хатта эшкә самаһыҙ әрһеҙ булды. Ауыр тормош һуҡмағын үтеп, үҙ көсө, таланты менән ижад бейеклектәренә күтәрелеүсе, үҙ уҡыусыһы булған, шул уҡ ваҡытта бик баҫалҡы, ихтирамлы яҙыусы ул бөгөн.
Журналист, яҙыусы Рәсүл Сәғитов та хеҙмәттәштәре исеменән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. «Барый ағай күп йылдар радиола эшләгән журналист. Ул әҙерләгән тапшырыуҙар радионың алтын фондын тәшкил итә», - тине ул. Стәрлетамаҡ яҙыусылар союзы ағзаһы Флүр Ғәлимов та ҡәләмдәштәренең сәләмен еткерҙе, ижади уңыштар теләне. Иҫке Бәпес ауыл Советы хакимиәте башлығы Н.Х.Иштуғанова ла йылы тәбрикләү һүҙҙәрен әйтте. - Ғорурланырлыҡ яҡташтарыбыҙ булыуы - үҙе бәхет. Ябай ауыл малайының үҙ яҙмышын үҙе уңышлы яҙыуы йәштәргә өлгө булырлыҡ һәм маҡтауға лайыҡ».
Класташтары сәхнәгә күтәрелгәс, 1956 йылда Иҫке Бәпес мәктәбен та- мамлаған шаян, шуҡ, рухлы класс ҡабат бергә йыйылғандай булды. Уларҙың күҙҙәрендә - шаянлыҡ, отҡорлоҡ сатҡылары.
Иң тәүҙә Рәжәп Дилмөхәмәтов һүҙ алды.
- Иҫке Бәпес урта мәктәбенең тәүге сығарылышы беҙ. Дәрес әҙерләү бик тәтемәне, сөнки күп ваҡыт сабата үрҙек, ашар өсөн төрлө үлән йыйҙыҡ. Барый барыбыҙҙан да отҡорораҡ булды, өйгә эштәрҙе күсертә торғайны. Арабыҙҙа шиғыр яҙыусылар күп булды, ә тик Ирек (И.Кинйәбулатов) менән Барый ғына шиғриәттең ҙур баҫҡысына менә алды. Бер кластан ике шағир тағы ҡайҙа сыҡты икән?
-Арабыҙҙа күп һөнәр эйәләре бар, төрлө өлкәлә эшләнек. Хәҙер инде күптән хаҡлы ялдабыҙ. Тик яҙыусылар ғына ял итеүҙе белмәй - әле бер, әле икенсе әҫәрҙәре сығып ҡына тора. Барыйҙың да яңы ижад емештәрен күреп шатланабыҙ. Әҫәрҙәре - халыҡсан, теле – һутлы, шуға ла яҙғандары уҡымлы,- тине ул. Класташтар исеменән бүләкте - халыҡ йырын Миниса Камалова тапшырҙы.
Әҙипте ҡотларға сәхнәгә туғандары күтәрелде. Ноғомановтар ғаиләлә ете бала була. Тәүҙә һүҙҙе иң бәләкәйҙәре - хәҙер инде сәстәренә сал ҡунған олпат кәүҙәле Рәис ағай алды. Ул балалыҡ хәтирәләренә бирелеп, тыуған яҡтарына, ауылдаштарына сәләмдәрен еткерҙе. Һәр бер туғаны ла оло ағалары менән ғорурланыуҙарын, уның туған хисле булыуы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
Барый Ноғоманов кисә һуңында сараны ойоштороусыларға, муниципаль район хакимиәтенә, Иҫке Бәпес ауыл Советы хакимиәтенә, мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, Өфөләге яҡташтар ойошмаһына ҙур рәхмәтен белдерҙе. Яҙыусының иң ҙур бүләге - китап. Барый Ноғоманов та «Һөйөнөстәрем-көйөнөстәрем» исемле өр-яңы баҫылған әҫәрҙәр йыйынтығын бүләк итте.
Тамаша район Мәҙәниәт һарайы артистарының, үҙешмәкәрҙәрҙең йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы
Булыр бала – биләүҙән беленә, тигән мәҡәлде иҫбатлап, Иҫке Бәпес ауыл мәҙәниәт йорто үҙешмәкәрҙәре Барый Ноғомановтың бала сағына ла сәйәхәт ҡылып, әҫәрҙәренән өҙөктәр күрһәтте.
Иҫке Бәпес ауыл Советы биләмәһендәге ауылдарҙан билдәле шәхестәр күп сыҡҡан. Ауыл халҡы уларҙың һәр береһенә иғтибарлы, ихтирамлы, юбилейҙарын да ихлас үткәрәләр. Шәхестәрен күтәргән халыҡтың киләсәге өмөтлө, тип белмәй әйтмәгәндәрҙер.
Ысынлап та, Барый Ноғомановтың әҫәрҙәре халыҡсан, тормоштан күсерелеп яҙылған кеүек, геройҙарында яҡын кешеләрҙе, ауылдаштарҙы танырға мөмкин. Китапханасы Ә. Байдәүләтова ойошторған күргәҙмәнән дә уның китаптары уҡымлы икәне күренә. Улар өр-яңы түгел, ҡулдан-ҡулға күсеп уҡылған, бер аҙ таушалған да. Китап шуның өсөн яҙыла ла инде.
Илмира ҒӘЛИӘХМӘТОВА.