Ә беҙ мәғрифәтсенең үҙен тейешенсә баһалайбыҙмы?
Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев ХIХ быуаттың аҙағында уҡ халҡыбыҙҙың белемдән алыҫ тороуына, наҙанлыҡтың хөкөм һөрөүенә борсолоп яҙған.
Урыҫ телен үҙләштереп, уның аша башҡа фәндәрҙе өйрәнергә, донъя серҙәрен асырға була, тигән фекерҙе үткәрә мәғрифәтсе. Дини белем биреү өҫтөнлөк иткән заманда был оранға, бәлки, ҡолаҡ һалып бармағандарҙыр, әммә йылдар үтеү менән Өмөтбаевтың яҡты киләсәккә өмөт бағлап әйткән һүҙе үҙ асылын аҡланы.
Былтыр Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 170 йыл тулыуҙы Ҡырмыҫҡалы районында киң билдәләгәйнеләр. Оло шәхестең әҙәби мираҫын киләһе быуынға Өмөтбаевтың әйткәне раҫҡа сыҡтыеткереү, уның хеҙмәтенә ҡарата хөрмәт белдереү маҡсатында йыл һайын “Өмөтбаев уҡыуҙары” ойошторола. Быйыл да әҙәби байрам танылған яҙыусыларҙы, фән әһелдәрен, сәхнә оҫталарын бәрәкәтле Ҡырмыҫҡалы еренә йыйҙы.
Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуған ауылы Ибраһимға барып, уның музейы менән танышыуҙан, ҡәберенә сәскә һалып, яҡты рухына аят уҡыуҙан башланып китте күркәм сара.
Артабан юлыбыҙ Бишауыл-Уңғар мәктәбенә ыңғайланы, сөнки “Өмөтбаев уҡыуҙары” быйыл ошо танылған мәғариф усағында үткәрелә. Әйткәндәй, мәшһүр шәхестең аманатына тоғролоҡ һаҡлап, ғилемде үҙ иткән профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов, доцент Фәнзил Санъяров та ошо мәктәптә белем алыуы менән ғорурлана. Килгән ҡунаҡтар араһында уларҙы күргәс, ауылдаштары ҡыуанысын йәшермәне.
— Заманында Бишауыл-Уңғар мәктәбе районыбыҙҙың мәғариф үҙәге һаналды, — ти филология фәндәре докторы Тимерғәле Әбделғәлим улы. — Бында уҡыр өсөн хатта күрше төбәктәрҙән киләләр ине.
Өмөтбаевтың әйткәне раҫҡа сыҡтыМөхәммәтсәлим Өмөтбаев халҡын белемгә өндәү менән генә сикләнмәгән, беҙҙең өсөн бай әҙәби мираҫ та ҡалдырған. “Башҡорт Ломоносовы” тип хаҡлы рәүештә атайҙар уны хәҙер. Эйе, башҡарған эштәренә күҙ һалһаң, уның белеменә, тырышлығына иҫең китә. Этнографик яҙмалары, төҙөгән шәжәрәләре, тәржемә иткән әҫәрҙәре, публицистик материалдары хазинаға тиң.
Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өсөн 2005 йылда районда премия ла булдырылған. Быйыл мәртәбәле бүләккә Бишауыл-Уңғар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рим Исхаҡов лайыҡ тип табылды. Рим Риф улы гәзитебеҙ уҡыусыларына әҙәби тәнҡит мәҡәләләре менән яҡшы таныш. Ул — РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, 2006 йылда, “Иң яҡшы уҡытыусы” конкурсында ҡатнашып, Рәсәй Президенты грантына ла эйә булған.
— Кескәй хеҙмәтемде баһалағанығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен, — тине быйылғы лауреат. — Әлбиттә, Өмөтбаев олатайыбыҙ бейеклегенә күтәрелеп булмаҫ, шулай ҙа хәлем бар саҡта белем бирәсәкмен әле.
Өмөтбаевтың тормошон һәм ижадын тәүгеләрҙән булып өйрәнгән, уның хаҡта төплө хеҙмәттәр яҙған ғалим, филология фәндәре докторы Ғиниәт Ҡунафиндың да әйткән һүҙҙәре күптәрҙең йөрәгенә үтеп ингәндер.
— Әгәр үҫентенең тамыры булмаһа, ул ҡорой. Кеше лә шулай: әгәр улар үҙ тамырын белмәһә, был һәләкәткә килтерә. Ауыл мәктәптәрендә уҡыусылар һаны кәмей тип борсолабыҙ. Уйлап ҡараһаң, ошо проблема ла бит йәштәрҙең үҙ тамырын белмәүҙән килә. Әйҙәгеҙ, рухи шишмәбеҙҙе ҡоротмайыҡ, шул осраҡта халҡыбыҙҙың киләсәге лә буласаҡ! — тине профессор.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың Табын һәм Мәмбәт ырыуы шәжәрәләренең уртаҡ яҡтары хаҡындағы төплө докладын ҡыҙыҡһынып тыңланылар. Х класс уҡыусыһы Лилиә Сәхипгәрәеваның да “Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев — шағир” темаһына сығышы мәғәнәле булды.
Автографлы китаптарҙың иҫәбе хәҙер бишауылдарҙың мәктәп китапханаһында тағы ла артты. Бының өсөн мәктәп директоры Ильяс Вәлиев ҡунаҡтарға оло рәхмәт белдерҙе.
2016 йылда мәшһүр мәғрифәтсенең тыуыуына 175 йыл тула. Был мөһим ваҡиғаны республика күләмендә үткәреү мотлаҡ тигән фекерҙә йәмәғәтселек. Ысынлап та, халҡы өсөн оло хеҙмәттәр башҡарған шәхескә бәйле сараларҙы ни өсөн район кимәлендә генә билдәләргә тейешбеҙ?! Рухи мираҫы менән Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев Аксаковтан бер ҙә кәм түгел.