-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Иҫкә төштө бала саҡ

Иҫкә төштө бала саҡ

Категория: Интересные статьи | 22-02-2017, 09:51 | Просмотров: 2554

Иҫкә төштө бала саҡВенер Исхаҡовтың “Икмәк ниңә тәмһеҙ?” тигән мәҡәләһен уҡығас, үҫмер саҡтағы ваҡиғалар иҫкә төштө. Ҡәһәрле һуғыштан һуң, 1950 йылдар башында, игенселәрҙе дәртләндереп, тәүге уңыштан бер хеҙмәт көнө иҫәбенә 50-шәр грамм иген бүлерҙәр ине.

1953 йылдың йәйе әлегеләй хәтерҙә. Колхоз идараһы ҡарары менән арыш ашлығы бирҙеләр. Туйғансы ашайбыҙ икән, тип тирмәнгә киттек. Тарттырылған ондан инәйем мейес тултырып икмәк бешерҙе. Боҫо сығып торған әпәкәйҙең тәме әле лә тамаҡ төбөн ҡытыҡлап торған һымаҡ, уны мәңге оноторлоҡ түгел.
Ураҡ башланыр алдынан һуғылған игенде ел-ямғырҙан һаҡлар өсөн ырҙын табағында урын әҙерләйҙәр. Тигеҙ генә ерҙе һайлап, үләнен көрәк менән ҡара ергә тиклем ҡырып сығалар. Таҙартылған майҙан өҫтөнә һалам менән ҡапланған япма төҙөйҙәр ине. Әлбиттә, был эштәр барыһы ла ҡул көсө менән башҡарыла.

Мәшәҡәттәр кәмегәс, иң мөһим, көнүҙәк бурыс – хөкүмәткә иген тапшырыу планын үтәү. Был ваҡытта колхоз рәйесе бөтә эште үҙ контроленә ала, сөнки районда тәүгеләрҙән элеваторға иген тапшырыу тураһындағы беренсе квитанцияны эләктерергә кәрәк. Уның был эшкә бик етди ҡарауы юҡҡа түгелдер, сөнки тырышлыҡ өсөн колхоз тормошонда ҡайһы бер ташламалар ҙа ҡаралған бит.

Транспарант һәм флагтар менән биҙәлгән машина элеваторға китергә әҙер. Йөк бушатҡан 14-15 йәшлек үҫмерҙәр әмер көтөп йөк башында ултыра. Шофер, йыр-моң яратҡан Ғайсар ағай, ҡуҙғалыр алдынан беҙгә әйтеп ҡуя:

— Малайҙар! Элеваторға етер алдынан йыр башлағыҙ! Йырлап барып инәйек.

Бына шулай йыр, күтәренке күңел менән колхоз рәйесе ҡуйған бурысты уңышлы үтәп, үҙебеҙҙең һәр эште аҙағына тиклем атҡарып сыға алыуыбыҙға ғорурланып йөрөнөк.

Ғөмүмән, ураҡ башланыу кескәй бай­рамға әүерелә. Бына фотола Ҡырмыҫ­ҡалы районының Фрунзе исемендәге колхозының беренсе бригада апайҙары көлөшә-йырлаша элеваторға оҙатырға ашлыҡ әҙерләй. Бындай мөһим эштән парторг Сөләймән ағай ҙа, йәйге каникулда игенселәр менән бергә булыуҙы хуп күргән буласаҡ яҙыусы, ауылдашым Рәшит Низамов та (ул аҡ күлдәктә), парторг ағай ҙа (костюм менән фуражкала ултыра) ситтә ҡалмай. Шулай итеп, шат күңел, йыр, таҡмаҡ менән башҡарылған эш гөрләп торғас, икмәктең дә тәме юғалмай.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники