-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


ШКОЛА ВЫЖИВАНИЯ (Урок 9)

Категория: Интересные статьи | 19-12-2010, 23:20 | Просмотров: 3678

Летом для ночевки в лесу нужно чтобы:
1. место ночевки не было опасным в пожарном отношении;
2. близко была вода;
3. рядом не стояло дерево, могущее упасть при неожиданном порыве ветра;
4. место было сухое;

Известно немало случаев, когда люди, отправившись в лес и не имея достаточного опыта и знаний местных условий, легко сбивались с дороги и, потеряв ориентировку, оказывались в бедственном положении.
Как же должен вести себя человек, заблудившийся в лесу? Потеряв ориентировку, он должен сразу же прекратить движение и попытаться восстановить ее с помощью компаса или пользуясь различными природными признаками. Если это трудно, то следует организовать временную стоянку на сухом месте, что нелегко сделать, особенно в моховых лесах, где землю сплошным ковром покрывает сфагнум, жадно впитывающий воду (500 частей воды на одну часть сухого вещества). Временным укрытием может служить навес, шалаш, землянка.


ШКОЛА ВЫЖИВАНИЯ (Урок 8)

Категория: Интересные статьи | 7-12-2010, 00:55 | Просмотров: 10309

Для лесников важно уметь читать следы лыжников. Изучая эти следы, можно установить тип лыж, которыми пользовался лыжник, его опытность, направление движения, примерное количество прошедших лыжников и давность следов. По следам лыж и палок можно безошибочно определить способ и стиль ходьбы, поворотов, подъемов и спусков. Хороший лыжник обычно идет вперекидку двухшажным ходом или коньковым. Одновременный ход (ходьба с одновременной работой палками) применяется чаще всего слабо тренированными лыжниками, при сильном утомлении (иногда при плохом скольжении). У хорошего лыжника длина шага значительно больше (измеряется расстоянием между следми палок), колея узкая, ровная. Колея неопытного лыжника неодинакова по ширине, неровная, палки лыжник, как правило, волочит по снегу после толчка и шире их расставляет, так как неустойчиво стоит на лыжах. Опытность лыжника очень хорошо видна при изучении следов на поворотах, при спусках, подъемах.
Количество прошедших лыжников можно опреде¬лить по числу следов палок, множественности следов лыж, глубине и твердости лыжни.


Сауаплы эш – изге эш

Категория: Интересные статьи | 11-11-2010, 16:45 | Просмотров: 4061

“Иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел”. Был һүҙҙәр ҡайһылай дөрөҫ әйтелгән! Беҙҙең районыбыҙҙа нәҡ май байрамдарына тура килтереп, 2 май көнө ауыл зыяраттарын тәртипкә килтереү ниәтенән ойошторолған өмәләр ошо һүҙҙәрҙе тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрә. Беҙ ҙә был өмәнән ситтә ҡалмайыҡ, тип әсәйемдең тыуған ауылы Иҫке Бәпескә юлландыҡ. Юлыбыҙ бер нисә ауыл аша үтә. Шуныһы ҡыуаныслы: һәр үткән ауылдың зыяраты эргәһендә еңел машиналар теҙелешкән. Һәр килгән кеше мәрхүм булған яҡындарының ҡәберен тәртипкә килтерә. Иҫке Бәпес ауылы зыяраты ҡапҡа төбөндә ниндәй генә машина юҡ, хатта егеүле ат та бында килеп туҡтаған. Кем генә юҡ бынды: оло йәштәге ағай, бабайҙар, аҡ яулыҡ ябынған апай-әбейҙәр, мәктәп йәшендәге балалар. Һәр береһенең ҡулында кәрәкле эш ҡоралдары: тырма, һәнәк, көрәк. Кемдер сүп үләндәрен яндыра, кемдер ҡәберлектәге иҫке кәртәне алыштыра, кемдер буяуҙарын яңырта... Әсәйемдең ауылдаштары менән танышам: ниндәй уңған, әҙәпле кешеләр. Бер береһе менән яҡшы хәбәрҙәр генә һөйләшеп, йәһәтләп эш бөтөрәләр. Күмәкләгән яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле. Һанаулы ваҡыт эсендә байтаҡ ҡына эш атҡарып ташлағанбыҙ


Ҡайырыкүлдә аҡҡоштар

Категория: Интересные статьи | 11-11-2010, 16:37 | Просмотров: 3748

Ҡайырыкүлдә аҡҡоштар“Тыуған яғым – гөлдәр иле, гөлдәр-сөмбөлдәр иле”. Бик матур, йөрәктең иң нескә ҡылдарын тибрәтерлек һүҙҙәр. Күпме наҙ һалынған был мәғәнәле йырға. Минең тыуған ауылым – Бишауыл-Уңғар - боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Тәбиғәттең үҙенсәлекле яҡтары менән күп ауылдарҙан айырыла ул. Ауылдың тап уртаһында Ҡайырыкүл йәйрәп ята. Күлдә табан балығы үрсей. Йәй көндәрендә кемдәр генә юҡ бында: олоһо ла, кесеһе лә ҡармаҡ һалып балыҡ тота. Тирәләп үҫкән тал ағастары күлгә тағы ла нығыраҡ йәм бирә. Шул талдарҙа төрлө ҡоштарҙың һайрауы бар ауыл халҡын хайран итә. Яҙ етеү менән күлгә аҡҡоштар теҙелешеп, осоп төшәләр һәм ғорур ҡараш ташлап, талғын ғына бер ярҙан икенсеһенә йөҙәләр. Ә беҙ уларға һоҡланабыҙ. Кем фотоға, ә кем видеотаҫмаға төшөрә. Сөнки бындай матурлыҡты көн һайын һәм теләһә ҡайһы ерҙә күреп булмай. Ондатра, шәшке кеүек йәнлектәр ҙә үҙ иткән Ҡайырыкүлебеҙ тирәһен... Тик шуныһы күңелде ҡыра: күл буйы төрлө пластик һауыттар, пакеттар менән тулған. Көндәрҙән бер көндә күлебеҙҙе таҙартыу маҡсатынан менән беҙ, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусыларыбыҙҡтыҡ. Матур йолаға әйләнгән был саранан бер уҡыусы ла ситтә ҡалманы, һәр береһе был акцияға үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Бихисап эш башҡарылды был көндө.


Исемегеҙгә тап төшөрмәгеҙ

Категория: Интересные статьи | 11-11-2010, 16:32 | Просмотров: 2960

Ҡайһы берәүҙәр тәү күргән кешенең исемен ишетһәләр, шуға ҡарап уның характерын, эске донъяһын билдәләйҙәр. Исем генә кешенең бар күңелен асып һала, уның ҡылған эштәрен баһалаймы икән? Хеҙмәттәренең емеше генә кешене асып бирә ала. Әммә, исемде ситкә тибеп ташлап булмай, ул да бит нимәлер хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, минең һеңлемде Наҙлыгөл тип яратҡандар. Ул ысынлап та – наҙлы гөлкәй. Күпселек осраҡтарҙа беҙ уны һөйөп, ҡәҙерләп Наҙлыҡай тип кенә йөрөтәбеҙ. Исеме есеменә тура килеп кенә тора. Йәки, икенсе миҫал: минең класташым, әхирәтем Ләйсән. Ә үҙенең яғымлы, моңло тауышы, үткер, иғти­бар­лы ҡарашы менән, Ләйсән ямғы­рылай, беҙҙе рәхәтлек менән сорнаны, яңынан-яңы бәхет ямғырҙарын яуҙырҙы, күңелдәрҙе әсир итте. Бына шундай кешенең исемен есеменә тура килә тип нисек әйтмәҫһең?! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъяла кире хәлдәр ҙә булып тора. Исемдәре матур булып та, күңелдәре ҡара эсле булған кешеләр ҙә бар беҙҙең арала. Шулай булғас, эш исемдә түгел, ә есемдә. Быныһы ҡыҙғаныс.


Тормош иптәшем ҡалдырған аманат

Категория: Интересные статьи | 11-11-2010, 16:31 | Просмотров: 4044

Тормош иптәшем Ниғмәт­йән ауылыбыҙҙа уҙғарыласаҡ Шәжәрә байрамы алдынан Өфө ҡалаһы архивынан Вәли­ев­тар шәжәрәһен алып ҡайт­ҡайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунан һуң күп тә үтмәй, йөрәк сире менән үлеп китте. Аяҡта­рым йөрөмәү сәбәпле, Шәжәрә байрамына бара алмағас, унда үҙебеҙҙең шәжәрә тураһында һөйләй алманым. Вәлиевтар нәҫеле менән «Даи­рә» гәзите аша таныш­тырырға булдым. Тормош иптәшемдең олата­һының олатаһы Байсура Ҡәҙер­ғо­­лов указлы мулла булған. Уның улы Юныс атаһының исемен фамилия итеп ала. Ул да мулла булған. Юныс мулла Бишауыл-Уңғар ауылы әрәмәһенә мәсет һалған. Бында ул ауыл халҡын ғәрәпсә уҡырға-яҙырға өйрәткән.Бер көндө, ни ғәләмәттәндер, мәсет ултырған ер умырылып, күҙ асып йомған арала Хоҙай йорто ер аҫтына китә. Уның урынында бик тәрән күл барлыҡҡа килгән. Уны Мәсетле күле тип атағандар. Был күл әле лә бар.Юныс ҡарттың улдары Мөхәмәтйән һәм Вәли исемле булған. Вәли 25 йыл хеҙмәт иткәндән һуң, хаҡлы ялға сыҡҡан.


Көслө рухлы шәхес

Категория: Интересные статьи | 11-11-2010, 16:27 | Просмотров: 3448

Көслө рухлы шәхесСәстәрен шыма итеп тарап, башын юғары тотоп, йәштәрсә етеҙ баҫып атлап йөрөгән Марат ағайға ҡарайым да, күҙ генә теймәһен, үҙен егетмен тип йөрөгән ҡайһы бер хәсрәттәргә биргеһеҙ әле, тип һоҡланмайынса булдыра алмайым. Ысынлап та, 75 йәшендә лә шундай еңел хәрәкәтле булып ҡалыу һәр кемгә лә бирелмәй бит ул. Ҡыйы­нлыҡтар күрмәйенсә, бик анһат ҡына йәшәгәндер тиер инең, Марат ағайҙар быуынына тормош ауырлыҡтарын аҙ татырға тура килмәй. Бик йәшләй донъя йөгөн тартырға, дөйөм хужалыҡтарҙы алға һөй­рәшергә, үҙ яҙмышыңды хәстәрләргә лә кәрәк була балалыҡ һәм үҫмерлек осоро һуғыш һәм унан һуңғы йылдарға тура килгәндәргә. Марат кеүек үҫмер егет һәм ҡыҙҙарҙы яҡты, матур киләсәккә өмөт рухландыра, ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә өйрәтә. Шуға күрә белемен дә, тәрбиәһен дә ала улар. Тормош шулай сыныҡтыра йәштәрҙе. Марат Хәсәнов та Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу учи­лищеһын, Мәскәү китапхана институтын тамамлап, юғары белем алыуға ирешә.Ауыр йылдарҙа сынығыу Марат Ғиниәт улы өсөн эҙһеҙ үтмәй. Үткерлек, тәүәккәллек, тура һүҙлелек кеүек сифаттар егет күңелендә формалашып, ғүмере буйына оҙатып бара. Ауырлыҡтар ваҡытлыса ғына, алда барыбер матур киләсәк көтә, тигән ышаныс һәр саҡ көс-дарман бирә. Шуға күрә­лер, бөгөн дә ул тормошонан йәм табып, рух күтә­ренкелеге менән гөрләтеп йәшәп ята.


Рухи мираҫты һаҡлаусылар

Категория: Информация, Интересные статьи | 11-11-2010, 16:22 | Просмотров: 3334

Һәр ауыл Советында тиерлек ижади эшләүсе фольклор ансамблдәре бар. Улар рухи мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса бар көстәрен һала.
Башҡорт фольклор ансамблдәре:
«Бөрлөгән» ( Иҫке Бәпес), «Ынйы» (Шәрипҡол), «Йондоҙ» (Бишауыл-Уңғар)
Татар фольклор ансамбле:
«Йола» (Сахай)
Сыуаш фольклор ансамблдәре:
«Родник» (Николаевка), «Сеспел» (Сихонкин), «Пилеш» (Ефремкин)
Мордва фольклор
ансамбле:
«Зорине» (Илтерәк)
Вокаль ансамблдәр:
«Рябинушка» (Константиновка), «Ивушки» (Бекетов), “Прибельские зори” (Прибельский)
Балалар ансамблдәре:
«Бубенчики» (Николаевка),
«Уяв» (Ефремкин)


«Дошман» тиеп үҙәкте өҙҙөләр…

Категория: Земляки, Интересные статьи | 11-11-2010, 16:19 | Просмотров: 5192

«Дошман» тиеп үҙәкте өҙҙөләр…Бишауыл-Уңғар ауылында көндән-көн яңы, матур йорттар ҡалҡып сыға. Күл аръяғындағы урамға инеү менән семәрләп- биҙәп буялған, бөтөн кәртә-ҡу­ралы күркәм генә йорт шун­дуҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Шун­дай зауыҡлы итеп йәшәй бел­гән хужалар менән танышыу телә­ге еңә – аяҡтар үҙенән-үҙе ошо яҡҡа атлай. Йорт хужа­би­кә­һе Факиһа Сөләймән ҡыҙы Сә­хипгәрәева әйҙүкләп ҡаршы ала.
Апайҙың тормош нужаларын күп татыуы, барыһын да сабырлыҡ менән үткәрә белеүе йөҙөнә сыҡҡан.
- Улым менән көңгөр-ҡаң­ғыр донъя көтәбеҙ әле, - ти ул. - Тормош иптәшем Нариман Исмәғил улының вафатына ла 17 йыл булып китте. Ошо өйҙө үҙ ҡул­дары менән төҙөгәйне. Оҫта ҡул­лы, тырыш кеше ине, урыны ожмахта булһын.
Факиһа апай тыныс холоҡ­ло, һөйкөмлө кеше. Һөй­ләш­кән­дә лә йомшаҡ ҡына итеп өндәшә, һүҙҙәре лә мәғәнәле, фәһемле.
- Ете бала: ике ул, биш ҡыҙ үҫтерҙек. Әле һәр бере­һе­нең үҙ тормошо, иркен, етеш йәшәй­ҙәр, Аллаға шөкөр. Ейән-ейән­сәрҙәрем дә тәртипле, тәү­фиҡлы. Инде иҫәнлек бу­лып, тормоштоң матур­лы­ғына шатланып, ғүмер итергә яҙһын, - ти ул.


ШКОЛА ВЫЖИВАНИЯ (Урок 7)

Категория: Интересные статьи | 20-09-2010, 12:22 | Просмотров: 4031

Хранение продуктов питания Создание аварийного запаса пищи – очень важное мероприятие. Оно устраняет у человека страх умереть голодной смертью. Заготавливать и хранить продукты – задача не из легких. Но это вполне осуществимо, если соблюдать определенные правила. Замораживание. В холодном климате и зимой сохраняйте продукты, замораживая их. Высушивание. Продукты растительного происхождения можно высушивать на ветру, на солнце, на воздухе, огне или сочетая то и другое. Цель такой обработки заключается в том, чтобы испарить воду. Вяленое мясо получают, нарезая тонкие (6 мм) ломтики мяса и высушивая их на ветру или, лучше, над дымом. Положите ломтики мяса на деревянную решетку и высушивайте до тех пор, пока они не побуреют и не станут хрупкими. Для разведения огня пользуйтесь ивой, ольхой, березой, тополем, поскольку смолистые дрова, например, сосновые и еловые, делают мясо невкусным. Хороший дым можно получить, если в палатке или шалаше закрыть верхние отверстия. Подвесьте мясо повыше и разведите под ним тлеющий костер. Быстро закоптить мясо можно следующим способом: выкопайте в земле яму глубиной в один метр и шириной полметра. На дне ее разведите небольшой костер (для образования дыма используйте сырые ветки).



Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники