-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


Һәр саҡ күңелдәһең, атай!

Категория: Интересные статьи | 11-05-2010, 13:40 | Просмотров: 2807

Минең атайым – Әҙеһәм Хәбибулла улы Ҡотлобаев Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман ауылында 1895 йылда урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1906-1913 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы мәктәбендә (мәҙрәсәлә), шул уҡ ваҡытта рус телендә башланғыс мәктәптә уҡый. 1914 йылда Дыуан-Табын волосында (писарь) секретарь булып эшләй. 1915 йылда империалистик һуғышҡа алына. Ул Троицк ҡа­ла­­һында 131-се полктың 3-сө ротаһында хеҙмәт итә. 1916 йыл­да Австро-Венгрия фрон­ты­на ебәрәләр, унда яраланып госпиталгә эләгә. Ре­­­­во­­л­ю­циялар ваҡытындағы буталсыҡ заманада Өфө йыйылма мосолман командаһы составында Өфөгә ҡайта.
1918-1919 йылдарҙа Табын контонының мәғариф бүле­гендә секретарь булып эшләй.
1920-1921 йылдарҙа Иҫке Муса мәктәбендә, 1922-1929 йыл­дар­ҙа Яңы Ҡыйышҡы баш­­ланғыс мәктәбендә уҡыта.
1930-1931 йылдарҙа тыуған ауылы Ҡарлыманда, Мөрсәк, Күлдәр ауылдарында балаларға белем бирә. Биштәкә ауылында минең әсәйем Сафия Ғәбдрәүф ҡыҙы Исламова ме­нән таныша һәм өйлә­не­шеп, матур донъя ҡороп ебә­рәләр.


Тыныслыҡтың ҡәҙерен беләйек, туғандар!

Категория: 1941-1945, Интересные статьи | 3-05-2010, 16:29 | Просмотров: 3630

Һуғыш. Ниндәй ҡурҡыныс, йөрәктәрҙе дер ҡалтыратыр һүҙ ул. Һуғыш. Әсәләрҙе, ҡатындарҙы зар илатыр, мәңге ҡара ҡайғы менән сорнап алыр, яман уйҙарҙы тормошҡа ашырыр, күңелдәрҙе ҡараға буяр, йөрәктәрҙе яралар нәмә ул. Тап шундай яман уй менән башлана 1941 йылдың 22 июнендәге Бөйөк Ватан һуғышы. Был изге һуғышҡа тыуған ерҙе, тупраҡты фашистың бысраҡ аяғы менән тапатмаҫ өсөн күпме кешенең һөйөклө улдары, атайҙары, ирҙәре, ағайҙары, ҡустылары, ғәзиз кешеләре китә. Шулар араһында минең бабайым Мирсәйет Минсатыр улы Мосабиров та була.
Бабайым үҙенең күлдәре, Ҡарлыман йылғаһы менән киң билдәле булған Олокүл ауылында 1921 йылдың 22 дека­брендә икенсе бала булып, ябай эшсе ғаиләһендә донъяға кил­гән. Тәүҙә Олокүл, һуңы­нан Бишауыл-Уңғар мәктә­бен­дә белем алғандан һуң, Стәрлета­маҡтағы педагогия техникумына имтихандарын һәйбәт тапшырып уҡырға инә. Мирсәйет бабайым бала саҡ хыялын тор­мош­­ҡа ашыра: ул техникумға яҡын урынлаш­ҡан аэроклубта осоусы һөнә­рен үҙләштерә һәм тех­­ни­кум­ды тик “4” һәм “5” билдә­лә­ренә тамамлап, ҡулына аш­­­­ҡы­­нып көткән дипломын ала. Алда дәртләнеп эшләр саҡ. Яҡты хыялдар, өмөттәр… Ватанды һаҡлар йәше лә етә. Бабайым быны ла ғорурланып ҡабул итә. Сөнки илде һаҡлау – ир-егеттең изге бурысы.



Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники