7 май көндө обелиска янында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алыу тантанаһы үткәрелде. Байрамға хеҙмәт һәм тыл ветерандары ,Авған һәм Чечен һуғышында ҡатнашыусылар саҡырылғайны. Уларҙы хөрмәт итеп ауыл халҡы ла йыйылды. Тантана обелискаға сәскәләр һалыу менән башланып китте.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рим Риф улы Исхаков бай эстәлекле сығыш яһаны. Уҡыусы балалар һуғыш йылдарында йырланған йырҙарҙы йырлап ишеттерҙеләр, шиғырҙар һөйләнеләр.Мәктәп директоры Ильяс Минибай улы Валиев, «Башҡортостан асыҡ акционерҙарйәмғиәте»етәксеһе Фәһим Әлтәф улы Ямаев , ауыл клубы мөҙире Фәһимә Ғаяз ҡыҙы Абдрафиковалар ветерандарҙы ихлас ҡотланылар.
Ҡотлауҙарға ҡушылып, үҙҙәренең изге теләктәрен «Мираҫ» ансамбле һәүәҫкәрҙәре бай эстәлекле концерт менән еткерҙеләр. Кисә сәй, аш табыны менән тамамланды.