Арҙаҡлы яҡташыбыҙ – XX быуатҡа тиклемге башҡорт мәҙәниәте, әҙәбиәте, тарихы һәм ижтимағи тормошонда тәрән эҙ ҡалдырған, киләсәк быуынға үлемһеҙ йәдкәрҙәр бүләк иткән, йәмғиәттең аң үҫешенә, фекерләү ҡеүәһенә көслө йоғонто яһаған ғалим, мәғрифәтсе, әҙип, йәмәғәт эшмәкәре Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 170 йыл тулыуға арналған тантаналы саралар районда юғары кимәлдә үтте.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Өфө ҡалаһынан килгән ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең гуманитар өлкәһе, йәштәр сәйәсәте һәм спорт үҫеше бүлеге мөдире Янур Ғәйнетдинов, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин, Башҡортостан Республикаһының милли-әҙәби музейы директоры Гөлдәр Моратова, шағирҙар Ҡәҙим Аралбай, Рәмил Йәнбәк, Ирек Кинйәбулатов, публицист, яҙыусы, БДУ-ның журналистика кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы Тимерғәле Килмөхәмәтов, Өфөләге “Яҡташтар” ойошмаһы рәйесе, “Тамаша” журналы мөхәррире Фәнил Ҡоҙаҡаев, БДУ доценты Фәнзил Саньяров, филология фәндәре докторы Ғиниәт Ҡунафин, Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе, яҙыусы, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, академик Ғайса Хөсәйенов телмәрҙәрен халыҡ ихлас ҡабул итте. “Өмөтбаев уҡыуҙары”нан һуң тәҡдим ителгән матур концерт программаһын “Далан” бейеү ансамбленең сағыу бейеүҙәре, “Ынйы”, “Бөрлөгән”, “Шевле” фольклор ансамблдәренең дәртле таҡмаҡтары, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, Э. Муллағолова, А. Насиров, Ф. Яҡшығоловтарҙың көслө тауышы тамашасыларҙы әсир итте.
Ибраһим ауылының зыяратында ерләнгән Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың ҡәберенә зыярат ҡылынды. Ауылдың имам-хатибы Әнүәр хәҙрәт Садиҡов Ҡөрьән аяттарын уҡыны. Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың йорт-музейы ихатаһында мәғрифәтсегә бюст асылды.
P.S. Тантаналы саралар тураһындағы тулы репортажды гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Клара ҒӘЙФУЛЛИНА.
Дим СЕРБАЕВ фотолары.
Дим СЕРБАЕВ фотолары.