-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Үҙ телевидениебыҙ буласаҡ!

Үҙ телевидениебыҙ буласаҡ!

Категория: Новости, Ҡырмыҫ­ҡа­лы-ТВ | 23-11-2014, 00:17 | Просмотров: 3970

Үҙ телевидениебыҙ буласаҡ!Район хакимиәте тара­фынан сығарылған “БР Ҡыр­мыҫ­ҡалы ра­йоны муниципаль районының муниципаль теле­видениеһын үҫте­реү” програм­маһына ярашлы, район­да үҙ телевидениебыҙҙы булдырыу маҡс­атында “Ҡырмыҫ­ҡа­лы-ТВ” телеканалы студияһы ойош­­­­то­рола. Лена Ткачева етәк­­­селек иткән студияла әҙер­лек эш­тәре алып барыла.

- Әлеге ваҡытта бар доку­мент­­­тар ҙа әҙер, эфирға сығыр өсөн лицензия ғына алырға ҡалды. Тапшырыуҙарҙы “Баш­информ” йәмғиә­тенең IP-теле­ви­дениеһы ни­геҙендә “Звезда” телерадио­ком­па­­ния­һының кабель телеканалында ҡарарға мөмкин буласаҡ. Эфир аҙнаһына өс тап­ҡыр сығасаҡ. Унда район яңылыҡ­тары, иғландар ҡарал­ған. Ҡотлауҙар биреп, компакт-дискыға ла яҙҙырып алырға мөмкин. Ижади төркөмөбөҙ – оператор Дамир Мөхәмәт­йәнов, хәбәрселәр Ринат Шайбәков һәм Илнур Әминев – күренекле шағир, Ғ.Сәләм премияһы лауреаты Ш.Бик­ҡол тураһында фильм да төшөрөп өлгөрҙө. Әле үҙебеҙҙең логотипты булдырыу өҫтөндә эшләйҙәр. Улар районда барған төрлө ваҡиғаларҙы яҡтыртып, архив туплай ҙа башланы инде. Һуңғы яңы­лыҡтар “Бәйләнештә” со­циаль селтәрендә теркәлеп бара, - ти Лена Ивановна ойоштороу эштәре менән таныштырып.

Йәш коллективты байрамдары менән ҡотлап, киләсәк­тәре ҡыҙыҡлы һәм оҙон ғүмерле булһын, тип уңыштар теләйек.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники