Тарихи сығанаҡтарҙа табын ырыуы тап Алтай тауҙарынан таралып китеүе тураһында әйтелә. Был һис кенә лә осраҡлы түгел. табындар халҡыбыҙҙың иң ҙур ырыуҙарының береһе. Уларҙы ҡәрҙәш төрки халыҡ-ҡаҙаҡтарҙа ла осратырға мөмкин. Был Алтай халыҡтарының рухи тамырҙарына ишара. Ә Архангелдә йәмле Инйәр йылғаһы буйында табын йәштәре ҡорға йыйылды.
Башҡорт милли биҙәүестәрендә ырыу билгеһе. Ҡаҙаяҡ тамғаһы бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ әйберҙәрендә ныҡлы урын алған. Улар заманса, стилләштерелгән кейемдәрҙә лә юҡ түгел. Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылынан Фәһимә Абдрафиҡова ла был йәһәттән Табын ырыуының лайыҡлы вәкиле.
Башҡорт ырыуҙарынан йәштәр араһында йыйын республикала тәүге тапҡыр ойошторолдо. Был йолаға табындар нигеҙ һалды. Беренсегә үтеүенә ҡарамаҫтан, республиканың төрлө төбәктәренән килеүселәр ҙә байтаҡ булды. Сарала йәштәрҙән тыш, оло быуын вәкилдәрен дә күрергә мөмкин ине. Улар үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Ғафури районынан Салауат Тузбәков тап шундай уҙамандарҙың береһе.
"Табынфест" исеме аҫтында үткән тәүге йыйында шулай уҡ мәҙәни сараларҙан тыш, биш ғилми-ғәмәли майҙансыҡ эшләне. Йәштәр үҙҙәрен төрлө яҡтан һынап ҡараны. Көрәш, уҡтан атыу кеүек милли спорт ярыштарында ҡатнашты.
Йыйындың тап Инйәр йылғаһы буйында үтеүе осраҡлы түгел. Тарихи мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, Табын ырыуы вәкиллеге тап Архангел районына ҡарай.
Табын ырыуы Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, драматург Мөхәмәтша Буранғолов, генерал Миңлеғәле Шайморатов, мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев кеүек шәхестәр биреүе менән дан тота. Арҙаҡлы мәғрифәтсе, сығышы менән Тәтешле районынан Ғәли Соҡорой ҙа ҡара табын ырыуы вәкиле.
Ҡайһы берәүҙәр табындар Ҡырмыҫҡалы, Ғафури һәм Архангел райондарында ғына йәшәй тип уйлаһа, яңылыша. Улар киңерәк таралған - Учалы, Әбйәлил, Балтас, Тәтешле, Ауырғазы, Благовар, Дәүләкән райондарының ҡайһы бер ауылдары ла тап ошо ырыуға ҡарай. Ул ғына ла түгел, Ырымбур, Свердловск, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан Рес¬публикаһында ла табындар күпләп йәшәй.