Район хакимиәте тарафынан сығарылған “БР Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының муниципаль телевидениеһын үҫтереү” программаһына ярашлы, районда үҙ телевидениебыҙҙы булдырыу маҡсатында “Ҡырмыҫҡалы-ТВ” телеканалы студияһы ойошторола. Лена Ткачева етәкселек иткән студияла әҙерлек эштәре алып барыла.
- Әлеге ваҡытта бар документтар ҙа әҙер, эфирға сығыр өсөн лицензия ғына алырға ҡалды. Тапшырыуҙарҙы “Башинформ” йәмғиәтенең IP-телевидениеһы нигеҙендә “Звезда” телерадиокомпанияһының кабель телеканалында ҡарарға мөмкин буласаҡ.