-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Донъяға нисек ҡарарға, күҙҙе асалыр мәктәп

Донъяға нисек ҡарарға, күҙҙе асалыр мәктәп

Категория: Школа, Сценарий | 15-12-2012, 02:58 | Просмотров: 7458

Бишауыл-Уңғар мәктәбенең 100 йыллыҡ тантанаһын байрам итеүгә сценарий

Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу:
Милли кейемдә, милли аштар(ҡымыҙ, бал, икмәк) тотоп өс ҡыҙ.

1Ҡыҙ: Байрам бөгөн беҙҙә-ҡапҡа асыҡ,
Ҡунаҡ булып түрҙән үтегеҙ!
Йөҙ йыллыҡ тарихы булған
Мәктәбебеҙҙе күреп китегеҙ!
2 Ҡыҙ: Рәхим итегеҙ ҡунаҡтар-
Яҙыусылар , ғалимдәр.
Үҙебеҙҙең яҡташтар.
Ошо ерҙә тыуғандар.
3Ҡыҙ: Шатбыҙ һеҙҙе күреүгә
Бишауылдың ерендә.
Рәхим итеп үтегеҙ,
Мәктәбебеҙ түренә.
1Ҡыҙ: Хөрмәтле ҡунаҡтар!
Бишауыл-Уңғар уңғандарының аш-һыуынан,
2Ҡыҙ: Бишауыл ерендә әҙерләнгән ризыҡтарҙан ауыҙ итегеҙ.
3Ҡыҙ: Рәхим итеп түрҙән үтегеҙ!

Ҡунаҡтарҙы “Мираҫ” халыҡ инструменттары төркөмө йыр менән сәләмләй.
Гөлләлә
Килегеҙҙә керегеҙ,
Килегеҙҙә керегеҙҙә,
Уйнағыҙҙа, көлөгөҙ.
Гөлләлә,гөлләлә,
Гөлләриләләйем
Матур баҫа бит әле,
Матур баҫып бейегәндә
Күңел аса бит әле.
Гөлләлә,гөлләлә,
Гөлләриләләйем
Иҙәндәре бөгөлһөн,
Ана шулай бейегәндә
Бар донъялар гөр килһен.
Гөлләлә, гөлләлә,
Гөлләрилләләйем.
(1-се куплетты йырлағандан һуң 1 ҡыҙ уртаға бейергә төшә.)
Ҡунаҡтар мәктәпкә инә. Мәктәпте ҡарап сығалар. Мәктәп музейында булалар. Артабан байрамды ауыл клубында дауам итәбеҙ.
Шапка
Заманса йыйыштырылған, урта хәлле ғаиләнең ауыл өйө.
Кис утырыу күренеше.
Ҡатын-ҡыҙҙар йөн эрләй, бәйләм бәйләй, ҡайыу ҡайый.селтәр бәйләйҙәр,ә ир-аттар ҡамыт төҙәтә, югән тегә,батман төҙәтә.
Динә Мулкаманова һүҙҙәре һәм көйөнә “йырсы шишмә” йырын йырлайҙар.
Шишмәгә һыуға төшәмен,
Силәктәремде алып,
Сайпылдырып һыуҙар алам
Көмөш тәңкәләр һалып.
Эх шишмә тауышы,
Матур шишмә ағышы.
Шишмәнең йырын тыңлаһам
Баҫыла йөрәк һағышы.
Сылтыр-сылтыр йырлай шишмә
Күңелдәргә дәрт биреп,
Гүйә иркәм яндарымда
Тора иркәләп һөйөп.
Ҡушымта: шул уҡ.

Йыр тамамлана, шул ваҡыт килен кеше шишмәнән һыуҙан ҡайтып инә.
Ҡәйнә: Килен, Ҡарынтамаҡ шишмәһенә барҙыңмы һыуға?
Килен: Эйе ҡәйнәм.
Ҡайны: Эх, үҙебеҙҙең шишмә һыуына етәме һуң инде? Ҡайҙа әле, килен, үҙебеҙҙең Ҡарынтамаҡ шишмәһенең шифалы һыуын һыуһыным ҡанғансы эсәйем әле.(күнәктән һыу эсә)
Ҡәйнә: Зөләйха килен ,самауырыңды ҡуя һал, сәй эсеп алырбыҙ.
Килен:Самауырҙы ла,сәйнүкте лә ҡуям, ҡәйнәм, бөгөн бигерәк күмәкһегеҙ, сәй етерлек булһын.
Ҡәйнә: Уныһын үҙең ҡара инде килен, самала.
Ҡул эштәре менән утырған ир-ат һөйләшә.
1 ир: Ҡустым . югәнең ныҡлыраҡ булыр,ефәк еп менән тек. Айғырыңды өйрәткәндә һүтелеп сыҡмаһын.
2 ир: Тырыштырам да ул.
Ә һин йөк һөйрәргә әҙерләйһеңме ҡамытыңды?
1 ир: Эйе, ҡыш дилянка киҫһәм кәрәге тейер.
1ҡатын:Ат заманы үткән ул, утырмағыҙ килештереп.
2ҡатын:Юҡты –бушҡа ауҙарып,берәй файҙалы эш менән булығыҙ.
Ҡайны: Ауылда йәшәгән кешегә иң ҡулай транспорт ат ул. Ат үҙ-үҙен ҡарай ,һәм беҙҙе лә ҡарай.
1ҡатын: Һүҙ көрәштерергә тиһәң һине генә ҡуш инде.
Ҡайны: Эй, ошо бисәләрҙе , әйтер инем инде. Юҡ-бар һөйләнеп ултырғансы берәй файҙалы нимә һөйләгеҙ әле. Өс бисә йыйылһа, бер баҙар була тиҙәр . шул дөрөҫ инде ул.
3ҡатын: Сәй ҡайнағансы киске уйын ойоштороп алайыҡ булмаһа.
Фәһимә:Миндә бер тәҡдим бар тыңлағыҙ әле.
Күмәкләп: Ниндәйерәк тәҡдим ,әйтеп ҡара.
Фәһимә: Тиҙҙән ауылыбыҙҙа оло байрам көтөлә.
Күмәкләп: ниндәй байрам икән?
Фәһимә: Мәктәптең 100 йыллығын үткәрергә йыйналалар. Ошо байрамдан беҙ ҙә ситтә ҡалмабыҙ бит инде. Нисегерәк башлап ебәрергә икән?
Ҡайны:Вәт Фәһимә баш исмаһам үҙеңдә. Файҙалы эш менән булған кешене яратам мин. Ә байрамға килгәндә аптырарға түгел. Ауылыбыҙ тулы таланттар. Ҡурайсылар, йырсылар,бейеүселәр тиһеңме ә үҙебеҙҙең “Мираҫ” төркөмө ни тора.
Әлфиә: Әйҙә улайһа Рәйеф, Азамат улҡайҙарым тартығыҙ ҡурайығыҙҙы.
Тарт ҡурайың уйнаһын,
Ҡан-тамырҙар буйлаһын.
Дәрте барҙар бойоҡмаһын
Бейеп- йырлап уйнаһын.
Егеттәр: Бирегеҙ беҙгә ҡурай
Моң һуҙайыҡ кинәнеп
Теләһәгеҙ уйнарбыҙ беҙ
Артист булып сәхнәлә.
Күмәкләп: Афарин. Егеттәре лә һуң. Һыу һөлөгө кеүектәр.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники