-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Тула баҫыу

Тула баҫыу

Категория: Сценарий | 26-02-2011, 11:19 | Просмотров: 7614

Туланы яңғыҙ-ярым баҫып булмай. Ҡатындар, ҡыҙҙар өмәгә саҡырыла. Йә эште ҡулалмаш эшләйҙәр. Эш ырамлы булhын өсөн, тула баҫҡан ыңғайға йырлашып та алалар:
Аҡ тулалар, ай, тиҙ керегә,
Арҡау, буйы тигеҙ эрләнhә,
Бер туғандарың да ят була ул,
Ситтә йөрөп, күңел керләнhә.

Булыр микән был тула,
Булмаҫ микән был тула,
Был туланы баҫып бөткәс,
Уйнатыр микән хужа?

Йырлай-йырлай өмәләрҙә
Гөрләп тула баҫабыҙ.
Йырлап, гөрләп, тула баҫып,
Аҙаҡ күңел асабыҙ.

Борон башҡорттар тула кейем кейгән. Ҡыш буйы йөн иләгәндәр ҙә, өмә яhап, уны баҫыр булғандар. Егерме биш аршин туланы бер кистә баҫҡандар. Тула баҫыусыларҙы хужа, тәмле-тәмле аштар бешереп, hыйлар булған. Тула баҫҡанда ҡыҙҙар шулай тип йырлаған:
Йырлап, тула баҫалар.
Йырлап, тула баҫа-баҫа,
Йәштәр күңел асалар.

Тула, тула, тула ла,
Тулала ҡыҙҙар була.
Тула баҫҡан матур ҡыҙҙың
Ҡаштары ҡара була.

Йөн эрләйем, йөн эрләйем –
Йөнөм бер ҙә ырамай.
Кешеләрҙе кейәү hорай,
Беҙҙе берәү hорамай.
«Башҡорт халыҡ ижады»нан.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники