-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Өләсәйҙәр байрамы (сценарий на башкирском языке)

Өләсәйҙәр байрамы (сценарий на башкирском языке)

Категория: Сценарий | 29-12-2010, 20:09 | Просмотров: 8079

Алып барыусы.Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле өләсәйҙәр, хөрмәтле ҡунаҡтар! Өләсәй...Һәр кеше ошо һүҙҙәр менән бәләкәй саҡтарын хәтерләйҙер.Беҙ хәтерләйбеҙ уларҙың изге күҙҙәрен,яғымлы йылмайыун һәм йылы ҡулдарын,ҡулдарҙың беҙҙең баштан һыйпауҙарын һәм шул ҡулдарҙан тәмле-тәмле икмәктәр ашауын.
Күпме йылылыҡ, яратыу бирәләр бит өләсәйҙәр үҙҙәренең ейәнсәрҙәренә.Һәм бөгөн ошо «ҡарттар көнөнә» әҙерләнгән байрамда,һеҙгә теләһе килә, бик ныҡ һаулыҡ, ил тыныслығы,бәхет, оҙон ғүмер.

1-се уҡыусы.
Көҙгө байрам менән
Изгелек байрамы менә
Бөтә илдәге өләсәйҙәрҙе
Ҡотлайбыҙ беҙ.

2-се уҡыусы.
Мин өләсәйем менән
Әллә ҡасан дуҫмын
Минең бөтөн этлектә лә
Минең менән бергә ул.

3-сө уҡыусы.
Мин уның менән күңелһеҙлек күрмәйем
Өләсәйемдең бөтөн ере миңә яҡын
Ләкин өләсәйемдең ҡулдарын
Бигерәк ныҡ яратам.

4-се уҡыусы.
Өләсәйгә ярҙам итәм, мин үҫкәнмен инде,өләсәйем йылмайһа,бигерәк йәшәреп китә.

5-се уҡыусы.
Өләсәйең йәш - тиҙәр кешеләр,
Мин өләсәйем өсөн бигерәк шатмын.

6-сы уҡыусы.
Уҡыусылар мин өләсәйгә һүгенмәйем,
Сөнки өләсәйҙе мин яратам.
Үҙебеҙ, өләсәйҙәргә, һинең менән ярҙам итәбеҙ,
Йылмай инде, өләсәй, гел шулай йәш бул.

7-се уҡыусы.
Күп дуҫтар бар тирәбеҙҙә
Ләкин һынайым мин
Иң яҡын дуҫым итеп –
Өләсәйемде генә.

8-се уҡыусы.
Кем өсөн беҙ йырлайбыҙ,
Йырҙар көйләйбеҙ?
Беҙ уны, беҙ уны
Өләсәйҙәргә бүләк итәбеҙ.
(Йыр йырлана «Һәр кемдең бар ер йөҙөндә үҙ өләсәһе»).

Алып барыусы.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар!
Әйҙәгеҙ бергәләшеп,
Өләсәйҙәргә рәхмәт әйтәйек!
Мәшәҡәттәрегеҙ өсөн, иркәләгәндәрегеҙ өсөн,
Йырҙар һәм әкиәттәр өсөн,
Тәмле ҡоймаҡтар өсөн,
Яңы уйынсыҡтар өсөн.
Уларға бөгөн күңелле
Бейейек тә йырлайыҡ.

9-сы уҡыусы.
Кем мине ныҡ ярата,
Кем минең менән көнөң буйы ултыра,
Кем ап-аҡ шәл аҫтында,
Үҙенең ҡар кеүек сәстәрен йәшерә?

10-сы уҡыусы.
Кем миңә йөндән башатай бәйләй,
Һөт менән бутҡа бешерә,
Кем миңә әкиәт һөйләй,
Йоҡо алдынан башымдан һөйә?

11-се уҡыусы.
Кем менән яланда
Гел алма йыябыҙ
Кемдең бите сыйырланды
Күҙҙең нуры кеүек.

12-се уҡыусы.
Кем ашыға ауыҙ йырып,
Әгәр ҙә мин илаһам,
Шул ваҡытта яң(ы)лышып,
Әсәй тип саҡырһам?

13-сө уҡыусы.
Таныманығыҙмы?Юҡмы?
Шулай булғас,
Үҙем әйтәм, дуҫтар –
Был үҙемдең өләсәйем минең!

Алып барыусы.
Ә хәҙер беҙҙең уҡыусылар бүләк итәсәк,
Үҙҙәренең өләсәһенә,
Йәшерен генә эшләгән,
Бүләктәрен бирәсәктәр.
(Йыр көйәнә уҡыусылар бүләктәр бирәләр өләсәйҙәренә).
Беҙҙең байрам концертын дауам итә: «Ҡояштай» бейеүе бейелә.
Бигерәк хәлһеҙ, ҡурҡҡан, йонсоу кеүек күренәләр йәш ата-әсәй, бала табыу йортонан ҡайтҡас, бәләкәй, беренсе бала менән. Шул ваҡытта өләсәйҙәр ныҡ ярҙам итә. Сөнки йәш әсәй, баланы төрә лә белмәгән була, йоҡлата, йыуындыра. Күпме яратыу һәм изге, яҡшы күңел, күҙ ҡарашы. Бына ошо ваҡыттарға рәхмәт әйтеп, ҡәҙерле өләсәйҙәргә йыр бүләк итәбеҙ.
«Өләсәйҙәр» йыры йырлана.

14-се уҡыусы.
Минең өләсәйемдең сәстәре аҡ,
Минең өләсәйемдең ҡулдары алтын,
Көндә ҡабаланып эшләп.
Энә менән башатай бәйләп, костюм тегә.

15-се уҡыусы.
Мин эшһеҙ ултырмайым, ярҙам итәм,
Сөнки мин уға бик ныҡ оҡшағым килә.
Бөтөн дуҫтарым белә, ата-әсәйемдәр белә
Өләсәйемдең ҡулдары алтын икәнен.

16-сы уҡыусы.
Бына беҙҙең өләсәйҙәрҙе,
Маҡтарлыҡ та икән,
Яҡшылар, матурҙар,
Уларға оҡшарға теләйбеҙ.

Алып барыусы.
Беҙҙең малайҙар – буласаҡ һалдаттар, ә өләсәйҙәр уларҙың һалдат бурысын үтәп ҡайтҡанын көтәсәктәр.

Малай.
Өләсәйем ҡартайған,
Йөрөп арыған.
Батыр летчик булам мин,
Самолетҡа мин ултырам.
Һелкетмәйем йыҡмайым,
Ял итер әҙерәк.
Өләсәйем әйтер: «Эй, ейәнсәрем минең, летчигым минең, молодец!».
(Коллектив менән бейеү бейелә. Йырҙың инценировкаһы «Беҙгә ҡунаҡтар килгән».)
Алып барыусы.
Беҙҙең байрам программаһы бөтөр яҡҡа яҡҡа яҡынлаша!
Байрамды беҙ тамамлайбыҙ,
Нимә тағы әйтергә,
Рөхсәт итегеҙ хушлашҡансы
Һаулыҡ һеҙгә теләргә.
Мин теләйем, бөтәгеҙҙең йылмайыуын
Теләктәрҙең тормошҡа ашыуын,
Балаларға шатлыҡлы төштәр күреүен теләйбеҙ!




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники