-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Һынлы сәнғәт буйынса дәрестең план-конспекты

Һынлы сәнғәт буйынса дәрестең план-конспекты

Категория: Сценарий | 29-12-2010, 20:17 | Просмотров: 5228

Дәрестең төрө: 6 –сы класста живопись дәресе.
Тема: Натуранан сәйнүк төшөрөү.
Маҡсат: Төҫ айырмалыҡтарын, пропорцияларҙың һәм натураның формаһын, күләмен күрһәтеү.
Йыһазлау: а) Уҡыусылар өсөн.Компановка тураһында плакат, живописьты эҙмә-эҙлекле алып барыу тураһында плакат, эллипс-овалдың төҙөлөш моделе, яҡтылыҡ күләгәһе (светотень) моделе, төҫлө мелдар.
б) Уҡыусылар өсөн. Альбом, акварель буяуҙар һәм кисточкалар, резинка, ҡәләмдәр, һыу менән банкалар, пәлитра.
Класс таҡтаһының биҙәлеше: Уң яҡта – компановка тураһында плакат, һул яҡта – живописьте эҙмә-эҙлекле алып барыу тураһында плакат, таҡтаның аҫҡы ярты яғы дәрес барышында график материалды һыҙып күрһәтеү өсөн буш ҡала.
Дәрестең планы:
1. Ойоштороу өлөшө.
2. Дәрес материалын – теманы, маҡсатты белдереү.
3. Балаларҙың үҙаллы эше.
4. Дәресте тамамлау, отметкалар ҡуйыу.
Дәрестең барышы:
Уҡытыусы:

Балалар, бөгөн беҙҙең дәрестең темаһы – натуранан сәйнүк төшөрөү (живопись). Беҙҙең маҡсат - төҫ айырмалыҡтарын, пропорцияларҙы һәм натураның формаһын, күләмен күрһәтеү.
Нимәнән башлайбыҙ? Иң беренсе – формат һайлау һәм компановка. Нисек уйлайһығыҙ, ниндәй формат һайлайбыҙ, вертикальмы, әллә горизонтальмы? (Яуап – вертикаль формат).
Компановканың ҡағиҙәләре шулай:
Әгәр төшөргән предметтың оҙонлоғо бейеклкгенә ҡарағанда артығыраҡ булһа горизонталь формат һайлайбыҙ; әгәрҙә бейеклеге ҙурыраҡ булһа – вертикаль формат һайлана;
Компановка тураһында плакат күрһәтәм:
Балалар, иғтибарлап ҡарағыҙ әле, ошо 3 һүрәттең ҡайһыһында дөрөҫ компоновать ителгән? (Урталағыһында)
Артабан таҡталағы живописьте нисек эҙмә-эҙлекле рәүештә алып барыу тураһындағы плакатҡа күрһәтәм һәм аңлатам:
а) рәсемде нисек дөрөҫ итеп эшләргә (построение);
б) лессировка метолы менән акворельдә эшләү тәртибе;
в) эштең аҙаҡҡы стадияһы (обобщение, прорисовка деталей), сағыулыҡ дәрәжәһен (тональность) дөрөҫләп сығыу;
Балалар эшләй башлағас, эштәрен ҡарап сығам, пропорцияларҙы дөрөҫ алыу тураһында иҫкәртәм һәм күрһәтәм, ҡәләм менән пропорцияларҙы натуранан нисек үлсәргә (визирование).
Сәйнүктең төҙөлөшөн (построение) таҡтаға эшләп күрһәтәм һәм эллипс – овалдың дөрөҫ эшләнешен.
Һорау:
Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, натураға иғтибар итегеҙ әле, овал сәйнүктең өҫтөндәме, әллә аҫтындамы киңерәк? (овал аҫта киңерәк).
Ошо һорауға ҡағылышлы, овал-эллипстың перспектива күренешенә ҡарап үҙгәртеүен күрһәткән моделен күрһәтәм.

Һорау:
Балалар, натураға иғтибар итегеҙ әле, сәйнүк ниндәй формала? (цилиндр формаһында, әҙ генә конусҡа тартымыраҡ).
Балалар рәсемде эшләп бөтөп, төҫтөр менән эшләүгә тотонғас, аңлатып үтәм акварельдә 2 төрлө эш алымы тураһында:
а) лессировка методы;
б) еүеш килеш эшләү (по сырому)
Үҙемдең элекке эштәрҙән ошо 2 эш методы тураһында сағыштырып тиҙ генә плакат күрһәтеп алам.
«Живопись - төҫтәрҙең поэзияһы» тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Төҫтәр һәр ваҡыт бер-береһе менән аралаша. Мәҫәлән, әле һеҙ ҡыҙыл сәйнүкте төшөрәһегеҙ икән, уның бөтә ерен дә ҡып-ҡыҙыл итеп кенә буятып ҡуйыу тимәгән. Натураға иғтибар итегеҙ әле, төҫтәр нисек уйнай сәйнүктең ялтлап торған урыны, иң яҡты ере бар, шулай ҡуйы һары (оранжевый) төҫ ҡыҙғылт төҫкә әйләнеп китә, ә ҡыҙыл төҫтөң үҙенең генә нисәмә төр төҫмөрә (оттеныгы) бар. Сәйнүктең ҡараңғыраҡ ерҙәренә иғтибар итһәгеҙ, ошо ҡыҙыл төҫ ҡыҙғылт-фиолетовыйға, хатта урыны менән зәңгәрһыу-фиолетовыйға әйләнеп китә.
Англия физигы Ньютон аҡ төҫтө (ҡояш нурын) 3 ҡырлы призма аша үткәрә һәм аҡ төҫтөң 7 спектр төҫөнә таралыуын аса (ҡыҙыл, ҡуйы һары, һары, йәшел,зәңгәр, күк, фиолетовый).
Шулай итеп, Ньютондың экспериментын ҡарап, беҙ физика менән дә бәйләнешкә инеп киттек, ә живописькә килгәндә инде, ҡулланабыҙ акварель, гуашь һәм майлы буяуҙар, төрлө разбавительдәр һәм растворительдәр, буяуҙарҙы береһен икенсеһе менән бутайбыҙ, ҡушабыҙ, яңы төҫтәр килтереп сығарабыҙ – шулай итеп үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән химия менән бәйләнешкә инеп китәбеҙ.
Рәсем дәрестәрендә ишеткәнегеҙ бар «тональность», «гамма», «композиция», «ритм», «этюд», «гармония» һәм башҡа төр миҫалдарҙы, ә бит иғтибарлап ҡараһаҡ, ошо уҡ терминдарҙы музыка дәрестәрендә лә ишеткәнебеҙ бар, тимәк рәсем һәм музыка дәрестәре эстетик тәрбиәнең бер төрө булып, предмет-ара бер-береһе менән бәйләнешкән була.
Күпселек ошо уҡ терминдарҙы һәм «һүрәтләмә» (зарисовка) һүҙен әҙәбиәт дәрестәрендә лә ишеткәнегеҙ бар, шулай итеп һынлы сәнғәт әҙәбиәт менән дә бәйләнешкән булып сыға.
Балалар, беҙҙең дәрестең маҡсатын ҡараһаҡ, натураның күләмен һәм формаһын күрһәтеү тиелгән.
Һорау: Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, предметтың күләм һәм формаһын беҙ нисек күрһәтәбеҙ?
Яуап: Светотень, йәки яҡтылыҡ күләгәһе ярҙамында.

(Модель күрһәтәм)

1. Балалар, иғтибарлап ҡарағыҙ әле тәүге предметты, ул йәйпәк (плоский) формала, яҡтылыҡ бөтә ерҙә лә тигеҙ төшә.
2. Хәҙер ҡырлы (гранәный) предметты алайыҡ (2). Яҡтылыҡ һул яҡтан төшә икән тип уйлаһаҡ, тәүге яҫылыҡтың өҫтө иң яҡтыһы булыр икенсе яғы ҡараңғыраҡ, ә өсөнсө яғы тағыла нығыраҡ ҡараңғы булыр.
3. Ә хәҙер цилиндрик формалағы предметты (3) алайыҡ. Шулай уҡ яҡтылыҡ һул яҡтан төшһә, иң тәүҙә беҙ яҡтылыҡ (свет) күрәбеҙ, һуңынан предметтың иң яҡты өлөшөн – аҡ тап (блик) булыр, артабан талғын ғына күсеү менән китә ярым күләгә (полутень), шунан – үҙ күләгәһе (собственная тень) – предметтың иң ҡараңғы урыны ошо булыр, ҡараңғылыҡтан бер-аҙ яҡтыраҡ өлөшө рефлекс булыр.
Шулай итеп, дәрестең маҡсатына ярашлы, яҡтылыҡ күләгәһе (светотень) ярҙамында беҙ предметтың күләмен һәм формаһын күрһәтәбеҙ.
Балаларҙың эштәрен ҡарап сығам, хаталары булһа кәңәштәр бирәм, иң яҡшы эште өлгө итеп бөтә классҡа күрһәтәм.
Живописьтең йәне лә, йәме лә - төҫ беләһегеҙ?
Яуап: 7 спектр төҫө, һәм төп төҫтәр – ҡыҙыл, зәңгәр, һары.
Уҡытыусы: - Мин һеҙгә ҡыҙыҡ ҡына факт килтерәм. Ә бына Япон мәктәп балалары 240 төрлө төҫ төҫмөрөн белә һәм улар менән эш итә. Бына ҡайҙа ул ныҡ алға киткән Япон фәненең үҫеше һәм «Япон мөғжизәһе», сөнки улар беҙҙәге кеүк һынлы сәнғәтте аҙнаһына бер генә сәғәт уҡымайҙар.
Йомғаҡлау: Иң яҡшы һәм иң насар эштәрҙе алып анализ яһау,яҡшы яҡтарын күрһәтеү, етешһеҙлектәрҙе әйтеп үтеү. Отметкалар ҡуйыу.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники