-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Матурлыҡ кисәһе (сценарий на башкирском языке)

Матурлыҡ кисәһе (сценарий на башкирском языке)

Категория: Сценарий | 29-12-2010, 20:20 | Просмотров: 8211

Зал матур итеп биҙәлә.Стенала иң өҫтә «Матурлыҡ кисәһе» - тип яҙылған плакат, рәсемдәр – живопись ештәренән ҡуйылған күргәҙмә, А.П.Чеховтың һүҙҙәре яҙылған плакат «Кешелә бөтәһе лә матур булырға тейеш:йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә, уйҙары ла».Өҫтәлгә сигелгән-ҡайылған әйберҙәр ҡуйылған, милли орнамент менән ковёр йә балаҫ, уҡыусыларҙың ҡул эштәренән күргәҙмә ҡуйыла.
(Талғын ғына музыка уйнай.)
Алып барыусы (Регина)
Матурлыҡҡа бай ул беҙҙең заман,
Аҙым һайын беҙҙә матурлыҡ.
Барлыҡ батырлыҡтың, матурлыҡтың
Ижад итеүсе халыҡ бит
(Һ.Таҡташ)
- Уҡыусылар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән кеше тормошонда бик мөһим урын алып торған матурлыҡ тураһында һөйләшербеҙ.Матурлыҡ - тәрән мәғәнәле төшөнсә. Уны һәр кеше үҙенсә күрә, үҙенсә аңлата. Балалар, һеҙҙеңсә, нимә ул матурлыҡ? Һеҙ уны нимәлә күрәһегеҙ?
Яуаптар:
- Холҡо менән дә, башҡрған эштәре менән дә күркәм булған, зиһене яҡты кеше. Матурлыҡ – ул матур-матур эштәрҙә, биҙәүҙәҙә, матур һүрәттәрҙә...
Алып барыусы (Ләйсән)
- Уҡыусылар, бына был әйберҙәргә иғтибар итегеҙ әле. Халҡыбыҙ борон-борондан үҙенең көнкүреш әйберҙәрен зауыҡ менән биҙәр булған. Һәр өйҙә тиерлек биҙәкләп һуғылған һөлгөләр, ашъяулыҡтар, намаҙлыҡтар, сағыу биҙәкле шаршауҙар, милли биҙәктәр менән биҙәлгән балаҫтар әле лә һаҡланып килә. Уларҙың күбеһен, бигерәк тә һөлгөләрҙе, өй эсен биҙәрҙән тыш, туйҙарҙа, һабантуйҙарҙа бүләк итеү ғәҙәти хәл булған.
Ағасты ырып һырлау башҡорт халыҡ сәнғәтендә ныҡ таралған төрҙәрҙән һанала. Һеҙ күргәнегеҙ бар күңел йылыһын биреп эшләнгән матур-матур ҡымыҙ һауыт-һабаларын, ижау-туҫтаҡтарҙы, семәрле тәпәндәрҙе һ.б. Һәм халҡыбыҙҙың ошо традицияларын дауам иткәндәй булып, бына беҙҙең эштәребеҙ тора (эленгән резьба эштәренә күрһәтә)
Ҡайыу-сигеү, балаҫ-келәм һуғыу, дебет шәлдәр бәйләү ҡатын-ҡыҙ ижадының иң таралған төрө булып торған.
Музыка уҡытыусыһы Рәғиҙә Рәшитовна етәкселегендә 6-сы класс уҡыусылары башҡорт халыҡ йыры «Шәл бәйләнем»де башҡаралар.
Артабан Р.Бикбаевтың «Таҫтамал» шиғыры уҡыла (һәр куплетын –бер бала).
Тупрағымда ниндәй сабыр тынлыҡ,
Һауаларҙа ниндәй тантана!
Йым-йым килә тауҙар,
Әйтерһең дә,
Халҡым ҡулы сиккән таҫтамал.
Һеңгән уға быуын-быуын буйы
Күҙ нурҙары илдең, моң-йыры.
Шуға ла бит леп-леп тибеп тора
Һәр семәре уның, һәр һыры.
Улар шулай тере килеш сыҡҡан
Күпме уттан, күпме ҡайғынан.
Аҡҡан ҡандар үҙ эҙҙәрен һалған,
Үҙ төҫтәрен ҡайғы ҡайыған.
Тик һылыуҙар таҫтамалын илдең
Шатлыҡ ҡушып сигә белгәндәр.
Уйнай унда күктең зәңгәрлеге,
Шаулай унда ҡуйы үләндәр.
Бер биҙәге уның һутҡа тулып,
Бешкән еләк кеүк аллана.
Береһе йондоҙ булып баҙлап яна,
Береһе кәрәҙ кеүек баллана.
Алып барыусы (Регина)
- Балалар, ҡышҡы тәбиғәттең гүзәл миҙгелдәренә һоҡланайыҡ әле. Ана, ер өҫтөн ап-аҡ ҡар ҡаплаған, ағастар бәҫкә төрөнгән, бөтә донъяла аҡлыҡ хөкөм һөрә. Мамыҡ кеүек ҡар өҫтөнән, беренсе эҙҙәрҙе һалып, һин мәктәпкә бараһың. Һалмаҡ аҙымдарыңды тойоп, ҡар шығыр-шығыр килеп, шиғыр һөйләгән кеүек:
Алып барыусы (Ләйсән)
Өйөрөлөп ап-аҡ ҡарҙар яуа,
Әйтерһең дә, үҙенә баҡтырып,
Зәңгәр күҙле бер ҡыҙ, мамыҡ шәлен
Болғап тора – тышҡа саҡырып.
Ҡарҙар түгел, гүйә,көнө-төнө
Моң яуҙырып йөрөй ҡар айы,
Ҡыш - ғәжәйеп оҫта моң эйәһе,
Йыһан -гүйә, моңдар һарайы.
Булғаным бар йылы яҡтарҙа мин,
Ҡайтҡаным бар йыраҡ юл урап...
Ҡарҙар беҙҙә йомшаҡ, мамыҡ һымаҡ,
Тик мамыҡтан мең ҡат йылыраҡ
(Р.Сафин)
-Балалар, ҡыштың матурлығы тураһында һеҙ тағыла ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ?
Азамат:
Ҡыштың да бар үҙенең матурлығы,
Яҙың үҙе торор көнләшеп.
Ана, күгәрсендәр, ҡыш тимәйҙәр,
Ултыралар ниндәй гөрләшеп.
Аҡ болоттар ап-аҡ күбәләктәр
Һибеп тора өҫтән урамға.
Алмағастар сәскә атҡанмы ни!-
Һәр ботағы аҡҡа уралған.
Ана, шаян ҡыҙҙар, ҡар бәрешеп,
Көлөшә-көлөшә үтеп баралар.
Ә һуң, тәүге ҡар бөртөгөн күреп,
Аҙ шатланамы ни балалар!
(Ғ.Байбурин)
Радмир:
Аҡты булыр – ҡара, тейеүселәр,
Һин ҡушыла күрмә шул йырға.
Тышта аҡ ҡар яуа...
Үҙ төҫөндә,
Ах, ниндәй бит матур был донъя!
(Р.Сафин)
Алып барыусы (Регина)
- Ә хәҙер иғтибарлап ошо һүрәткә ҡарайбыҙ (үҙемдең бер эште күрһәтәм).Һалҡын ҡыштың да үҙенә генә хас сихри биҙәктәре бар. Рәссам тыштағы һалҡын көндө, аҡ бәҫкә төрөнгән ағастарҙы һәм тәҙрә төбөндәге киләсәк яҙға шатланған матур гөлдө һүрәтләр өсөн ниндәй төҫтәр ҡулланған?
(Һыуыҡ көндө һүрәтләү өсөн – һалҡын төҫтәр)
- Яҙҙар етер, ағастарҙан бәҫтәр ҡойолор, ҡарҙар эрер, ә рәсемдәге ҡышҡы күренештең матурлығына ҡарап, беҙ һәрсаҡ хозурлана алырбыҙ.
Залда Бетховендың «Лунная соната» музыкаһы уйнай башлай...
Алып барыусы (Ләйсән)
- Бәлки кемдер моңая ла башлағандыр, ә кемдер йөрәгенә йылылыҡ та ингәндер һәм ул үҙенең Әсәһен, һөйгәндәрен иҫкә алғандыр, кемдер ошо музыканы ишетеп йондоҙло айлы төндө йәки алһыуланып ҡояш байығанын күҙ алдына килтергәндер. Ошо көйҙөң авторы, бөйөк композитор, бынан бик күп йылдар элек йәшәгән, ләкин беҙ уның һаҡланғыс моңон тыңлайбыҙ һәм уның ни әйтергә теләгәнен аңлайбыҙ. Ул матурлыҡты беҙгә моң аша ҡалдырған.
- Уҡыусылар, беҙ тәбиғәт гүзәллеге, матурлыҡ тураһында һөйләштек. Матурлыҡты алтын ҡулдары менән йәнләндереүсе кешеләр беҙҙең арала ла бар. Мәҫәлән, музыка уҡытыусыһы, РФ һәм Башҡортостан журналистар берлеге ағзаһы, шағирә, 2000 йылда «Илһам шишмәләре» поэзия конкурсында гран-при яулаған Рәғиҙә Рәшитовна. Хәҙер һүҙҙе уға бирәбеҙ.
(Ул үҙе баянда уйнап, бик моңло йыр башҡарҙы һәм тыуған яғыбыҙҙың матурлығына бағышланған бер-нисә шиғырын уҡыны
Алып барыусы (Ләйсән)
- Хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға былтыр рәсем буйынса район конкурсында 1-се урын алған ауылдашыбыҙ Дилә Каипулованың эштәрен тәҡдим итәбеҙ. Нисек һуң, матурмы?
Стеналағы плакатҡа күрһәтеп: «Кешелә бөтә нәмә лә матур булырға тейеш: йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә, уйҙары ла» тигән А.П.Чехов. Әйҙәгеҙ төптән уйлап ҡарайыҡ: Кешенең матурлығы нимә лә һуң? Көнө буйы көҙгө алдында биҙәнеп, буянып-яһанып тороуҙамы?
(Яуап: үҙ-үҙен итәғәтле тота, асыҡ һәм матур итеп һөйләшә белеүҙә).
Һәр кеше изгелек эшләгән һайын, матурлана ғына. Матурлыҡты күргән һайын да кеше үҙе матурлана, сөнки матурлыҡ уның күңелен яҡтырта.
Алып барыусы (Регина)
- Балалар, матурлыҡ тураһында һеҙ ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?(Уҡыусыларҙың яуаптары тыңлана)
1. Һәр ялтыраған алтын түгел. (Фәнисә)
2. Сибәрлеккә сибәр, күрһәң - ғәйрәтең сигәр. (Регина)
3. Матурлыҡ күлдәк менән һәҙәптә түгел,оят менән әҙәптә. (Фрәнгизә)
4. Тышҡы матурлыҡ менән маһайма, эске матурлығың менән ғорурлан. (Данис)
5. Ҡоштоң матурлығы төҫөнә ҡарап, кешенең матурлығы эшенә ҡарап. (Гөлнара)
6. Матурлыҡ ерҙе ҡотҡарыр. (Илдар)
Ошоноң менән беҙҙең «Матурлыҡ кисәһе» тамам, һәм ошо һөйләшеү һеҙҙе әйләнә - тирәләге матурлыҡты күрә, тоя белергә өйрәтер тип ышанам, сөнки сәнғәт, матурлыҡты тойоу кешегә йәшәү өсөн илһам бирә, дәрт өҫтәй.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Из каких источников вы узнаете о новостях села, района, республики, страны и мира:
-периодическая печать
-радио и телевидение
-Интернет
-др. источники