Картуф ер йөҙөндәге иң талымһыҙ культура, ул бер урында быуаттар буйы үҫергә мөмкин. Тик бына бер нисә йылдан һуң уны алмаштырырға, йәғни икенсе сортлыһын сәсергә кәрәк. Ғәҙәттә, сортты алмаштырыу уңышты һиҙелерлек арттыра, картуф та ауырымай.
Сер түгел, һуңғы йылдарҙа халыҡ картуф үҫтереүгә битараф була башланы, «сәсһәң дә барыбер үҫмәй» тип, күптәр уны ултыртмай. Магазиндан һатып алынған картуф тәме, сифаты буйынса үҙебеҙҙә үҫкәненән ныҡ айырыла. Хәтерегеҙҙәлер, 90-сы йылдар башында ғына, бөтә район халҡы ошо картуфты үҫтереп һатып, он, шәкәр, көнбағыш майы һәм башҡа кәрәк-ярағын хәстәрләне. Һәр ауылдан бер нисә ауыр йөк машинаһы картуф тейәп алып китер ине. Һүҙ юҡ, һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ бер ни тиклем картуфтың уңышына йоғонто яһаны, шулай ҙа тотороҡло уңыш алған хужалар бар.
Билдәле, хәҙер элекке һымаҡ яҙ өмә яһап, ике сәғәттә картуф ултыртып, бер мәртәбә утап ҡына уңыш алып булмай. Уйлап ҡараһаң, картуф үҫтереүҙән дә еңел эш юҡ кеүек: яҙын сығарып сәстең, сүбен утаның, күмдең, ҡортон йыйҙың да - ҡаҙып та алдың. Өҫтәмә рәүештә һыу һибеп тороу, ашлау, гөлдәр кеүек ҡарап, һәр төбөн яратып һыйпап йөрөү юҡ. Әммә батша Петр I Рәсәй халҡын картуф ашарға өйрәтеүгә нисәмә быуат үтһә лә, «икенсе икмәгебеҙ»ҙән юғары уңыш алырға өйрәнә алмайбыҙ әле. Проблема ямғыр яуыу-яумау кеүек тәбиғәт нескәлектәрендә генә түгел, үҙебеҙҙең тырышлыҡҡа ла бәйләнгән.
Орлоҡ өсөн бөтә төр ҙә ярамай. Дөрөҫөн генә әйткәндә, орлоҡто көҙҙән үк хәстәрләп ҡуйыу яҡшы, бөртөкләп, иң яҡшы уңыш биргән төптән йыялар. Был эш менән шөғөлләнмәһәгеҙ, яҙғыһын булһа ла яҡшырағын һайларға тырышығыҙ. Сәсеү өсөн уртаса ҙурлыҡтағы бүлбеләрҙе алырға күнегелгән. Ләкин был дөрөҫ түгел, тип аңлата белгестәр - иң эреләрен сәсергә кәңәш итәләр. Яҡшынан - яҡшы, насарҙан насар тыуа икәнлеген онотмайыҡ. Бик эре булмаһа ла, тауыҡ йомортҡаһынан да вағырағын һайламағыҙ.
Ҡайһы бер баҡсасылар картуфтың шытымын ғына ла сәсә. Шулай уҡ ҡырҡылған, имгәнгән картуфты ла файҙаланалар. Эйе, бындай орлоҡ һәйбәт уңыш бирә ала, әммә бөтә шарттарҙа ла түгел. Сәсеү менән ҡоро һәм һалҡын көндәр башланһа, хәл ҡатмарлашасаҡ. Шытым харап була, йә бик зәғиф кенә үҫентеләр бирә. Шуға ла орлоҡ һайлағанда киләсәк көндәрҙең нисек фаразланыуына ныҡлы иғтибар итергә тура килә.
Картуфты шыттырырға сәсерҙән 20-30 көн алдан ҡуялар. Ул йәшелләнергә тейеш, тик шулай ҙа ҡояш нурҙарының туранан-тура төшөп тороуы насар һөҙөмтәләргә килтерә. Ышығыраҡ урын кәрәк. Картуфты теҙгәндә бер-береһенең өҫтөнә ҡуйыу яҡшы түгел. Артыҡ ҡараңғы урында тотолған картуфтың шытымы сибек була, сәскән ваҡытта өҙөлөп бөтә. Шуға ла өҙөлгән шытымды түгел, картуфтың үҙен сәсеү дөрөҫөрәк. Орлоҡто даими рәүештә дымландырып торалар, һыуҙы төрлө яҡлап һибергә кәрәк. Дымландырыу өсөн ҡулланған һыуға көл, минераль ашлама ҡушырға була. Был орлоҡ һәйбәт шытһын һәм ауырымаһын өсөн эшләнә. Йылытылған теплицаларҙан да ҡулайыраҡ урын тапмаҫһың - унда тотолған картуфты сәсеү яҡшы уңыш бирә.
Хәҙер һирәк - 70х70 см ара ҡалдырып сәсеү модаға инеп китте, ә ғәмәлдә иһә 60х60 см аралыҡ үҫемлек өсөн иң ҡулайлыһы. Һирәк ултыртылған картуфты ат менән күмәләр ҙә уңыш көтәләр. Был осраҡта тамырҙар зарарлана, картуф бүлбеләре ер аҫтында сәскән ерҙә түгел, тап ошо күмелгән урында формалаша. Шуның өсөн ҡыуаҡ бейек итеп күмелергә те-йеш. Картуфты ултыртыу тәрәнлеге 10-15 см булырға тейеш. Унан тәрәнерәк булған осраҡта орлоҡ шытып сығыуға күп көс сарыф итә, ә инде 10 сантиметрҙан кәм булһа, ер тиҙ кибә һәм орлоҡ дым етешмәүҙән һәләк була. Картуфтың тыуған яғы Көньяҡ Америка, ул йылы климатҡа яраҡлашҡан, шулай булғас, артыҡ иртә сәсеү өҫтәлмә уңыш бирмәй, сөнки картуф оҙаҡ шыта, ауырыуҙарға бирешә, унан һуң иртә шытҡанына колорадо ҡуңыҙы йыйыла. Ер аҫтынан сыҡҡан ҡуңыҙҙарға йомортҡа һалыу өсөн туҡланырға кәрәк, шуның өсөн дә улар яңы шытҡан үҫемлеккә ябырыла. Уларҙы ошо осорҙа юҡ итеү өсөн баҡсала бер нисә урынға картуф ҡабығы һалып ҡуйып ҡуңыҙҙарҙы йыйып алырға була. Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы көрәштә химик ысулды ҡулланып ҡына уңыш алып булмай. Химик матдәләрҙе мөмкин тиклем аҙыраҡ ҡулланыу маҡсатында тәүге сыҡҡан ҡарышлауыҡтарҙы бер-ике көн ҡул менән йыйып, улар күпләп күренә башлағас, кис менән химик эшкәртеү үткәреү яҡшы буласаҡ.
Иң оптималь сәсеү ваҡыты - майҙың икенсе яртыһы. Иртә өлгөрөүсе картуфты 9 май тирәһендә сәсергә мөмкин, был инде 10-15 июлдә яңы уңыш өлгөрә тигән һүҙ. Йылы ергә сәселгән картуф 60 көндә ашарлыҡ була.
Сүп үләндәренә ҡаршы көрәшеү өсөн картуф шытып сыҡҡас утарға һәм бер-ике аҙнанан, буйға күтәрелгәс, уны бик матур итеп күмергә кәрәк.
Ҡаты ҡорт (проволочник)
Картуфты тишеп йонсотҡан ҡаты ҡорттоң йәшелсә-емешкә ҙур зыян килтереүен күптәр яҡшы белә. Тәжрибәле баҡсасылар уға ҡаршы химик матдә ҡулланмай ғына көрәшә. Мәҫәлән, картуф йәки йәшелсә-емеш, сәскә бүлбеләре ултыртҡанда соҡорға һуған ҡабығы һалып ҡалдыралар. Бының өсөн ул күп кәрәк, ә ҡайҙан алырға һуң? Ҡыш буйы һуған әрсегәндә йыйып барығыҙ, ә көҙ бөртөгөн дә әрәм итмәҫкә тырышығыҙ. Баҡсаны тиреҫ индереүҙән тыш, күмер менән ашлау ҙа бик һәйбәт һөҙөмтә бирә. Ағас күмере тупраҡтың әселеген кәметә, картуфтың тәмен нығыта. Баҡсаға көҙҙән һибеп сығылған янған эзбиз ташы ҡаты ҡортҡа ҡаршы көрәш сараһы булып тора. Белгестәр «Террадокс», «Базудин», «Почин» кеүек химик препараттарҙың эффектлы булыуын билдәләй. Уны баҡса магазиндарында, баҙарҙа һатып алырға мөмкин. 100 грамы 2,5 сутый ергә иҫәпләнгән. Картуф ултыртҡан ваҡытта һәр ояға бер семтем һалып сығырға кәрәк. Шулай уҡ картуф баҡсаһына ҡуҙаҡлылар сәсһәң ҡорт үрсемәй тиҙәр. Сәсеү ваҡытында һәр ояға иҙелгән марганцовка һибеп сығыу ҙа һөҙөмтә бирә.
Шулай уҡ баҡсала һәр ваҡыт тәртип булдырығыҙ, сүп үләндәренә үҫергә ирек бирмәгеҙ, бигерәк тә аҡтамырҙы, һабаҡтарҙы, ҡойолған япраҡтарҙы һәм башҡа ҡыйҙарҙы урынында ҡалдырмағыҙ. Ерҙе даими ҡаҙып, йомшартып тороғоҙ.
Картуф уңһын өсөн Колорадо ҡуңыҙын бөтөрөү
Был бөжәкте тулыһынса бөтөрөү мөмкин түгел. Сөнки ул шул тиклем хәйләкәр һәм өсәр йыл буйы ер аҫтында йоҡлап ята ала. Уларға ҡаршы препараттарҙы һиптереп, үҙҙәрен тулыһынса еңдек тигәндә, тағы ла беҙҙең баҡсаларҙы баҫа башлайҙар. Шулай ҙа, ятып ҡалғансы атып ҡалып, картуфты сәсер алдынан уҡ төрлө химикаттар йәки башҡа препараттар менән эшкәртеп ҡарарға мөмкин.
Баҡсасылар магазиндан «Престиж» тип аталған препарат һатып алып, уның менән орлоҡ картуфын алдан эшкәртә. Билдәләүҙәренсә, ярайһы ғына һөҙөмтә бар. Был препарат популяр һәм бөгөн уны теләгән бер баҡсасылар магазинында табырға була. Ул үҫентеләрҙе колорадо ҡуңыҙынан ғына түгел, ағас ҡорто кеүек башҡа бөжәктәрҙән дә һаҡлай.
Бынан тыш, картуфҡа ағас көлө һалып сәсергә кәрәклеген бер ҙә иҫтән сығарырға ярамай. Унда бор, марганец, кобальт кеүек матдәләр бар. Әйткәндәй, шулай эшләгәндә буласаҡ уңыштың составындағы крахмалы арта. Рәттәр араһында пәйғәмбәр тырнағы (календула) сәсеү ҙә яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә, тип һанаусылар бар. Колорадо ҡуңыҙын бөтөнләй бөтөрөп булмаһа ла, кәметергә мөмкин.