Венер Исхаҡовтың “Икмәк ниңә тәмһеҙ?” тигән мәҡәләһен уҡығас, үҫмер саҡтағы ваҡиғалар иҫкә төштө. Ҡәһәрле һуғыштан һуң, 1950 йылдар башында, игенселәрҙе дәртләндереп, тәүге уңыштан бер хеҙмәт көнө иҫәбенә 50-шәр грамм иген бүлерҙәр ине.
1953 йылдың йәйе әлегеләй хәтерҙә. Колхоз идараһы ҡарары менән арыш ашлығы бирҙеләр. Туйғансы ашайбыҙ икән, тип тирмәнгә киттек. Тарттырылған ондан инәйем мейес тултырып икмәк бешерҙе. Боҫо сығып торған әпәкәйҙең тәме әле лә тамаҡ төбөн ҡытыҡлап торған һымаҡ, уны мәңге оноторлоҡ түгел.
Ураҡ башланыр алдынан һуғылған игенде ел-ямғырҙан һаҡлар өсөн ырҙын табағында урын әҙерләйҙәр. Тигеҙ генә ерҙе һайлап, үләнен көрәк менән ҡара ергә тиклем ҡырып сығалар. Таҙартылған майҙан өҫтөнә һалам менән ҡапланған япма төҙөйҙәр ине. Әлбиттә, был эштәр барыһы ла ҡул көсө менән башҡарыла.