-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Юлдарҙа үткән ғүмер

Юлдарҙа үткән ғүмер

Категория: Земляки | 19-12-2016, 09:30 | Просмотров: 14188

Юлдарҙа үткән ғүмер– Машинаңа, мәйтәм, саң да ҡундырмайһың, ә, – тим әле генә уҡыусыларҙы мәктәп алдына төшөрөп, “ГАЗель” автобусының салонын да, тышын да ялт иттереп йыуып йөрөгән Фәнискә өндәшеп.

– Бал мискәһе тышынан билдәле, тиҙәр бит. Хужаһына ҡарап әйберенә баһа бир, тип тә өҫтәр инем үҙем. Автобусҡа килгәндә инде, таҙа булһа, үҙемә лә һәйбәт, пассажирҙарға ла рәхәт. Уҡыусыларҙы йөрөткәс, таҙалыҡты бигерәк һаҡларға кәрәк, – тип ихласлап яуаплай Бишауыл-Уңғар мәктәбендә водитель булып эшләгән Фәнис Фәхретдинов.

Хәҙер дүртенсе йыл инде ул, күрше Мөҡсин ауылынан йөрөп, уҡыусы балаларҙы алып килә, илтеп ҡуя. Улай ғына ла түгел, райондан ситтә булған төрлө сараларға ла күберәк уны йәлеп итәләр.

Утыҙ биш йыллыҡ стажы булған водител­дең үҙ эшенә яуаплы ҡарауы, ышаныслы булыуы етәкселек алдында тиҙ арала уның абруйын да үҫтереп ебәрҙе. Техниканы бала кеүек ҡәҙерләй йәки энәһенән-ебенә ҡәҙәр белә, тип әйтәләр икән, был нәҡ Фәнис Рәүфил улы кеүектәрҙе күҙ уңында тотоуҙыр ул. Ысынлап та, автобусы бер аҙ көйһөҙләнеп алһа, шунда уҡ төҙәтеү хәстәрен күреп, тиҙ арала рейсҡа әҙерләп тә ҡуя. Теге йәки был кәрәк тип мыжымай, килтереп биргәнде көтөп ятмай, запчасын да “һә” тигәнсә таба ул. Оҙаҡ йылдар эшләүҙең, шул арҡала үтеп кермә­лелек сифатына эйә булыуҙың һөҙөмтәһе был.
Оҙаҡ йылдар тигәндәй, артҡа әйләнеп ҡа­раһаң, ниндәй генә машиналарҙа йөрөлмәгән дә ҡайҙарға ғына барылмаған, ниҙәр генә кисерелмәгән. “ГАЗ-51” йөк машинаһында Ҡарлыман ремонт-техник предприятиеһында эш башлап ебәргән егетте яҙмыш елдәре Ырымбур өлкәһенең Ясный ҡалаһына алып килә бер заман. Шунда “ГАЗ-53” машинаһында асбест комбинаты төҙөлөшөндә эшләй. Артабан 3-сө төҙөлөш идаралығына күсеп, “МАЗ- 504” йөк машинаһында йорттар һалыу өсөн кәрәк-яраҡ ташый.

Ҡайҙа ғына булмаһын, һәр урында Фәнис алдынғылар рәтендә була, тик маҡтап телгә алына, рәхмәт һүҙҙәрен йыш ишетә. Эштәр ҙә көйлө, йәшәр өсөн уңайлыҡтар ҙа бар, әммә барыбер тыуған яҡтар һағындыра. Ата-әсә, туғандар, бала саҡ үткән Ҡайырлыкүл, Ташлыкүл буйҙары, ялан-ҡырҙар үҙенә тарта. Юҡҡа ғына халыҡ: “Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул”, – тимәгәндер инде. Шуға күрә ныҡлы ғына ҡарарға килә лә, ғаиләһен алып, тыуған ауылы Бишауыл-Уң­ғарға ҡайтып төпләнә. Ул саҡтарҙа колхоз­дарҙың гөрләп торған мәле. Эшсе ҡулдар, бигерәк тә Фәнис кеүек тәжрибәле шоферҙар ҡәҙерле. Ҡуш ҡуллап ҡабул итәләр, “ЗИЛ-554” үҙбушатҡыс машинаһын да тоттороп ҡуялар.

Йыл әйләнәһенә эше табылып тора. Сәсеү йәки ураҡ осоро булһынмы, фермаларға мал аҙығы ташыһынмы, халыҡты хеҙмәтлән­дерһенме – барыһына ла өлгөрә Фәнис. Әммә алыҫ тарафтарға йөрөп өйрәнгән кешене колхоз эсендәге сикләнгәнлек бик үк ҡәнә­ғәтләндермәй. Шуға күрә лә Ҡарлыман агроснаб предприятиеһы ойошторолоу менән шун­да юллана. Ниһайәт, ЗИЛ-130 бензовозы менән бөтә Башҡортостан буйлап иген комбайндарын яғыулыҡ менән тәьмин итә, ә ҡыштарын яғыулыҡ ҡойоу станцияларын хеҙмәтләндерә. “Агроснаб” базаһында “Нива” машина-техник станцияһы булдырылғас, тағылмалы “КамАЗ” йөк машинаһын йүгәнләй Фәнис. Әлеге лә баяғы, баҫыуҙарҙан эле­ваторҙарға иген ташый, Башҡортостандың бар тарафтарын йөрөп сыға.

– Юлдарҙа төрлө хәлгә тарыйһың, шуға күрә машинаңдың һәр саҡ ҡараулы булыуы мөһим. Водителдәрҙең бер-береһенә иғтибары, ярҙамсыллығы юл йөрөгәндә бик кәрәк, – ти Фәнис.

Уның характерына хас был сифатына бер нисә мәртәбә үҙем дә шаһит булғаным бар. Юлда туҡтап ултырған машина водителе бер саҡ тәгәрмәскә тын өрҙөргөс һорап мөрәжәғәт итһә, икенсе бер осраҡта болт кәрәк булып сыҡты. Буксирға алырға ла тура килә. Шундай осраҡта трос та йөрөтмәгән водителдәргә ҡарап аптырай Фәнис. Нисек инде тросһыҙ, запас болт йәки гайкаһыҙ юлға сыҡмаҡ кәрәк?!

Бөгөн Фәнис Фәхретдинов, алда әйтелгәнсә, мәктәп автобусында уҡыусы балаларҙы хеҙмәтләндерә. Бик тә яуаплы эш. Үҙе тәж­рибәле, тәртипле, итәғәтле, балаларҙы ярат­ҡан кеше генә бындай бурысты башҡара ала. Нәҡ ошо сифаттарға эйә булыуы менән Фәнис ихтирам яулап өлгөрҙө лә инде.

– Район мәктәптәре автобустар менән яҡшы тәьмин ителгән. Тик махсус айырым ремонт урыны табылһа, тағы яҡшы булыр ине, – тип үҙен генә түгел, башҡаларҙы ла борсоған проблеманы күтәреүе лә дөйөм хәстәрлек маҡсатынан бит ул.

Ошондай тынғыһыҙ көндәлек эше менән бергә Фәнис ауылдың старостаһы вазифаһын да ихлас, еренә еткереп үтәй. Һүҙе үтемле, ауылдаштары араһында абруйы ҙур. Маҡсатына ирешмәйенсә, ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел. Һүҙен елгә осормай, тиҙәр ундайҙар тураһында. Шуға күрә эше лә, ғаилә тормошо ла гөрләп бара.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Сколько пальцев на правой руке?
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Бишауыл-Уңғар
Я живу там
Я там жил
Я родом оттуда