-- В начало сайта - | - Фотогалерея - | - Обратная связь --
Навигация по сайту

добавить на Яндекс


» » Йөрәк ҡушыуы буйынса

Йөрәк ҡушыуы буйынса

Категория: Земляки | 28-02-2014, 09:53 | Просмотров: 1601

Йөрәк ҡушыуы буйынсаАуылыбыҙға яҙҙан көҙгә ҡәҙәр килгән кеше ишек алды төрлө сәскәгә күмелгән күркәм йортҡа шунда уҡ иғтибар итер. "Ниндәй уңғанының ҡулдары тыуҙырған икән бындай сихри матурлыҡты?" тигән уй килер күңелдәренә.

Хөрмәтле, һоҡланғыс кеше йәшәй был йортта: Сабит атлы уҙаман булыр ул. Атаһының нигеҙен ҡоротмайынса, донъя мәшәҡәттәренә бирешмәйенсә, Хоҙай Тәғәләнең биргәненә шөкөр итеп, башҡаларҙы ла шуға әйҙәп ғүмер итә ауылдашыбыҙ. Юҡтан бар яһарлыҡ бөтмөрлөк, тырышлыҡ, таһыллыҡ атаһынан мираҫ булып ҡалһа, әсәһенән сабырлыҡ, ихласлыҡ, мәрхәмәтлек кеүек күркәм сифаттар күскән. Әйткәндәй, әсәһе Ҡөрьән сүрәләрен яҡшы белә, намаҙын ҡалдырмай. Әле лә, 90 йәштән уҙыуына ҡарамаҫтан, йәштәрҙәй дәртле, көр күңелле, зиһенле. Сабит уҙамандың дин юлына баҫыуы ла — әсә һөтө аша һеңдерелгән иман һөҙөмтәһе ул.

Йөрәк ҡушыуы буйынсаЙөрәк ҡушыуы буйынсаҺәр эштә башлап йөрөгән тынғыһыҙ кешеләр була. Күңел ҡушыуы буйынса иманға баҫҡан Сабит — тап шундайҙарҙан. Ихтыяр көсө ташып торған, ойоштороу һәләтенә эйә уҙамандың дингә бирелеүен, намаҙға баҫыуын ауылдаштары хуплап ҡаршы алды. Тиҙ арала башҡа тарафтарҙа ла хөрмәт ҡаҙанған, имам-хатип дәрәжәһен алған Сабитҡа күрше Мансаҙы халҡы яңы төҙөлгән мәсетте ышанып тапшырҙы. Ышанысты аҡланы ауылдашыбыҙ: бурыстарын күңелен биреп, дәрт менән башҡара. Кешене өгөтләп, тәнҡитләп түгел, ә шәхси өлгөң, аныҡ ғәмәлдәрең аша хаҡ юлға баҫтырыу мөмкинлеген яҡшы аңлап эш итә ул. Халыҡ менән бер төптән булырға ынтыла, шуға ла абруйы ҙур.

Күңел һалып башҡарылған эш башҡаларына ҡамасауламай. Сәскә генә түгел, еләк-емеште, йәшелсәне мул итеп үҫтергән имам-хатип умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Был кәсебен киләсәктә тағы ла киңәйтергә иҫәбе бар. "Умарта менән булашып, кинәнеп ял итәм, күңелемә яңы көс-дәрт алам", — ти ул. Йорт-ҡураһының төҙөклөгөнә, мул итеп әҙерләнгән бесән-һаламына, кәртә тулы мал-тыуарына ҡарап, бал ҡорттарының эшсәнлеге хужаға ла күскәндер, ахырыһы, тип уйлап ҡуяһың. Ғөмүмән, донъя эштәрен дини ғәмәлдәр менән бергә алып барыу яғында Сабит уҙаман. Шул саҡта ғына башҡарғандарың үҙеңә лә, башҡаларға ла кинәнес килтерер, ти.

— Еҙнәй, почтальон булып эшләргә ҡулымдан килерме икән? — тип кәңәш һорағайны ул бер көндө минән.

— Һин дә булдырмағас инде! — тип йөпләнем, сөнки беләм: Сабиттың ҡулынан килмәҫтәй эш юҡ. Заманында көтөү ҙә көткән, бригадир ярҙамсыһы, тимерсе булараҡ та сынығыу алған кеше гәзит-журнал, хат тарата алмаҫмы ни? Ысынлап та, бер тигән итеп эшләне лә китте яңы почтальон. Халыҡ ҡәнәғәт, матбуғат баҫмаларына яҙылыу ҙа һиҙелерлек артты. Илап-һыҡтап түгел, дәртләнеп башҡара был вазифаны ла Сабит Вәлиев. Шул уҡ ваҡытта һоҡланғыс донъя көтә, биш намаҙын ҡалдырмай. Ҡатыны менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

Дөрөҫ, бер кем дә һиңә әҙерҙе килтереп тоттормай. Тырыш булыу мөһим. Ошо хәҡиҡәтте яҡшы аңлап, халыҡҡа үрнәк күрһәтеп ғүмер итә Сабит уҙаман. Иншаллаһ, Хоҙай Тәғәлә уны ярҙамынан айырмаһын.




Добавление комментария
Ваше Имя:
Ваш E-Mail:


Вопрос: Почтовый индекс д. Бишаул-Унгарово
Ответ:





Поиск по сайту

Авторизация


Регистрация

Кармаскалинский портал

Последние новости


Бишауыл-Уңғар
Я живу там
Я там жил
Я родом оттуда