Иғтибар иткәнегеҙ бармы, Матбуғат йорто алдындағы скверҙа олоно ҡолас етмәҫлек бер мөһабәт имән үҫеп ултыра, тирә-яғындағы ҡайын, йүкә, саған, шыршы ағастарының батшаһы тип күрәм мин уны. Әйтерһең дә, ул үҙенең янына башҡа ағас-ҡыуаҡтарҙы йыйған да уларҙы ҡурсалай, ел-ямғырҙан һаҡлай кеүек.
Хәтеремдә, 2015 йылдың июль баштарында Ирек Кинйәбулатов менән ошо скверҙа осрашҡайныҡ, тыуған яғыбыҙға – Ҡырмыҫҡалы районына “Сыңла, салғы!” тигән байрамға барырға йыйынғанбыҙ. Машина көткән арала Ирек ағай менән әйләнә-тирәне йөрөп сыҡтыҡ, ул мине ошо имән янына алып килде.
– Был ағастың йәше 200 йыллап барҙыр, ни генә күрмәгән дә ни генә кисермәгән был үҫемлек, әммә әсеһе-һыуығы ла, ел-ямғыры ла ҡаҡшата алмаған уны, күкрәген киреп, сатыр-сатыр ботаҡтарын йәйеп һаман үҫә бирә, күккә үрләй. Үкенескә ҡаршы, әҙәм затына бындай мөмкинлек бирелмәгән, йә сир аяҡтан йыға, йә берәй төрлө бәлә-ҡаза гүргә индерә, – тип хисләнеп алды ағайыбыҙ. Мин уны ошо урында фотоға төшөрҙөм.
“Сыңла, салғы!” – беренсе бакуй байрамы бик шәп үтте Бишауыл-Уңғар ауылы туғайында. ШОС һәм БРИКС илдәре саммитына Ҡырғыҙстандан, Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтар ҙа бар ине. Ирек ағай сараның түрендә булды, сәхнәлә сығыш яһаны. Аҙаҡ байрам сараларын ҡарап йөрөнөк, яҡташтар, ҡунаҡтар менән аралаштыҡ. Ағайыбыҙ, ғәҙәттәгесә, һәр нәмәгә һынамсыл ҡараны, кәрәк ерҙә көлдөрөп алды, кәрәк урында үҙ фекерен әйтте.
Өфөгә ҡайтҡас, күргән-ишеткәндәрен дөйөмләштереп, тәьҫораттарын бер епкә теҙеп, “Башҡортостан” гәзитендә төплө һәм сағыу мәҡәлә баҫтырҙы, мин дә байрамда төшөргән фотоларымды ҡуша бирҙем, ғүмеремдә тәүге тапҡыр фотохәбәрсе булараҡ сығыш яһаным.
Ирек ағай нисек, ҡасан өлгөргәндер, әммә мәҡәләгә тос ҡына материал туплай алған, байрам ығы-зығыһында был еңел эш түгеллеген һәр журналист яҡшы белә.
Ғөмүмән, уның кеҫәһендә һәр саҡ блокнот һәм ҡәләм йөрөнө, был уның, ғәҙәттә, үҙ хәбәрсе булып эшләүенең бер маяһылыр, тим. Ҡайҙа ғына бармаһын, ниндәй генә сарала ҡатнашмаһын, Ирек ағай хәл-ваҡиғаларҙы, тейешле факттарҙы теркәп бара торғайны. Аҙаҡтан йә мәҡәлә итеп баҫтырыр ине, йә йыйған материалын үҙенең әҫәрҙәрендә файҙаланды. Уның публицистик мәҡәләләре, төрлө йүнәлештәге очерктары, тәнҡитте үҙ эсенә алған уй-кисерештәре республика, район һәм ҡала матбуғатында йыш баҫылды.
Байтаҡ ҡына йылдар И. Кинйәбулатов мин эшләгән “Тамаша” журналының мөхәрририәт ағзаһы булып торҙо. Уның тура һүҙе, тос фекере, урынлы кәңәштәре журналды әҙерләгәндә бик ярап ҡала торғайны.
Һәр яҙыусы шәп журналист була алмаған кеүек, һәр журналист та танылған яҙыусы булып китмәй, бик һирәктәр генә был ике һөнәр-шөғөлдө берҙәй үҙләштереп, емешле ижад итә. Ирек ағай, минеңсә, шундай универсаль оҫталарҙың береһе ине. Уның ябайлығы, теләһә кем менән ихлас аралаша белеүе, тәбиғәттән бирелгән ҡыйыулығы гәзит-журналдарҙа баҫылған материалдарында сағылды. Улар уҡымлы ла, ышандырырлыҡ та булһын өсөн автор ҡыҙыҡлы факттар таба белде, фекерен раҫлау өсөн нигеҙле сағыштырыуҙар килтерер ине. Йәшерәк сағында гәзит-журналдарҙа, китап нәшриәтендә эшләп алыуы уның ҡәләмен шымартҡандыр, донъяға ҡараш даирәһен киңәйткәндер, һәр нәмәгә үҙенең фекерен әйтә алырлыҡ ижад ҡомары биргәндер.
И. Кинйәбулатовтың журналист маһирлығы уның бағышлауҙарында ла асыҡ күренә. Геройының эске кисерештәрен, шәхси һыҙаттарын бер-ике һүҙ менән генә асып биреү өсөн һәләт кенә етмәй, минеңсә. Төрлө яҙмышлы, төрлө холоҡло кешеләрҙең образын асып биреү өсөн күп эҙләнергә, геройҙың характерын, сифаттарын яҡшы белергә һәм ошоларҙы иләк аша үткәреп, иң мөһимдәрен генә ҡағыҙға төшөрөп уҡыусыға еткерергә кәрәк. Әлбиттә, һүҙ байлығы, ниндәйҙер кимәлдә ижади ҡыйыулыҡ талап ителә.
Тағы яҙ етте, Ирек ағайһыҙ тәүге яҙ. Матбуғат йорто алдында үҫкән мөһабәт имән тағы япраҡ ярҙы. Тормош дауам итә. Үтеп-һүтеп киткән һайын мин шул яҡҡа ҡарайым, әйтерһең дә, унда Ирек ағай баҫып тора, әйҙә, берәй районға сығып киләйек әле, тип мине саҡыра төҫлө. Бына шулай ул һәр саҡ минең өсөн тынғыһыҙ журналист, һүҙгә һәм эшкә бөтмөр кеше, тыуған иле өсөн янып йәшәгән ағай булып ҡала.