
Ирмен тигән ир кеше һүҙен елгә осорорға тейеш түгел. Ошо хәҡиҡәткә бөгөнгәсә тоғро ул. Икеләнеп-микеләнеп, ни ҡылырға белмәгән бешмәгәндәрҙе йәне һөймәй уның. Һәр заманға хас донъяның имгәктәре, елғыуарҙары. Ринат та шоферлыҡ танытмаһы алып, Фрунзе исемендәге туған колхозына эшкә ҡайтҡанда, тегеләй һуғылып, былай бәрелеп йөрөүсе тиҫтерҙәре булмай түгел – була. Бына бит Имаметдин малайы: йүнле кеше йүнле инде. Һөнәрен дә алды, бер тигән итеп эшен дә башланы.